6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ


Көн тәртибендә - республиканың конкурентлыҡ һәләте
23.11.04


       Яңы баҙар шарттарын ҡурҡмайынса үҙләштереү өсөн бар пред приятиеларға ла конкурентлыҡ һәләтен булдырыу мотлаҡтыр ул . Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү ә ҙерлеге бик әкрен барһа ла, ул тамамланыуға яҡынлаша. Ил һәм
       айырым төбәк өсөн был аҙымдың нәтижәләрен асыҡлар алдынан беренсе сиратта конкурентлыҡ һәләтенең дәрәжәһен объектив тө шөнөргә кәрәк.
       Бөгөн БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы нда уҙған семинар ҙа ошо проблемаға арналды. Унда БМО сәнәғә т үҫеше буйынса вәкилдәре: Оксфорд университеты профессоры, халыҡ- ара эксперт Лалл Санджейа, көнсығыш Европа һәм БДБ ил дәренең төбәк бюро директоры Дмитрий Пискунов һәм ЮНИДО ойо шмаһының программа төркөмө етәксеһе Юрий Ахвледиани ҡатнаш ты. Эксперттар башҡарған эш һөҙөмтәләре менән танышырға БР
       Хөкүмәте Премьер- министры Рафаэль Байдәүләтов һәм уның ур ынбаҫарҙары - БР Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров, республик аның министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары һәм "Башкирэнерго",
       "Сода" акционерҙар йәмғиәте директорҙары килгән ине.
       Республиканың ЮНИДО менән бәйләнештәре 1999 йылдан алып
       булдырылған. Тап ошо йылда БР Президенты Мортаза Рәхимов ме нән ЮНИДО ойошмаһының генераль директоры Карлос Магариньос килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан Хөкүмәте һәм был ойошма ар аһында һуңыраҡ тағы ла өҫтәмә килешеү булдырылды, был докум ент 2003 - 2005 йылдарға иҫәпләнгән.
       Абруйлы ойошма тәҡдимдәренә ярашлы, республикала күп кенә эштәр башҡарылды. Башҡортостанда сәнәғәт сәйәсәте концепциял ары һәм эшҡыуарлыҡтың үҫеш программаһы, БР Инвестиция агентл ығы булдырылды. Ниһайәт, интернет селтәрендә инглиз телендә бит булдырылды, селтәргә инеүселәр республиканың иҡтисади по тенциалы менән танышыу мөмкинселегенә эйә.
       Республика Хөкүмәте бер нисә ҡарар ҡабул иткәндән һуң, мин истрлыҡтар һәм ведомстволар предприятие һәм ойошмаларҙы яңы иҡтисади шарттарҙа эшләргә әҙерләү менән шөғөлләнә башланыла р.
       Рафаэль Байдәүләтов ЮНИДО менән хеҙмәттәшлекте ыңғай баһал аны һәм киләсәктә лә үҙ- ара мөнәсәбәттең әүҙем барырына ыша ныс белдерҙе.
       Семинарҙа шулай уҡ ЮНИДО директоры Дмитрий Пискунов сығыш яһаны һәм ошо семинар йомғаҡтары Бөтә Рәсәй форумында бәйән
       ителәсәген әйтте. Уның әйтеүенсә, хеҙмәттәшлек йылдарында к үп кенә проекттар тормошҡа ашырылған.
       Семинарҙың беренсе көнө "түңәрәк өҫтәл" менән тамамланды.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал