6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Төбәк башлыҡтары Федерация Советына ҡайтырмы
23.11.04


       Рәсәй телеканалдарына биргән интервьюһында РФ Президент ы Владимир Путин төбәк башлыҡтарын һәм региональ закондар сы ғарыу йыйылышы рәйестәрен Рәсәй парламентының юғары палатаһы
       - Федерация Советына ҡайтарыу мөмкинселеге тураһында әйтеп
       үтте.
       Президенттың һүҙҙәре буйынса, "төбәк етәкселәрен һәм зако н сығарыу йыйылышы етәкселәрен Федерация Советына ҡайтарыу н игеҙле булыр ине", тик бары "дөйөм милли мәсьәләләрҙе " хәл итер өсөн генә. Был мәсьәләләргә, уның фекере буйынса, һуғыш
       йәки ваҡытлы килешеү, төбәктәр араһында сиктәр булдырыу, Рә сәй ғәскәрҙәрен сит илдә файҙаланыу, Рәсәй армияһының сит ил дәрҙә тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында ҡатнашыуы һәм бю джетты раҫлау инә. Ҡалған мәсьәләләрҙе иһә сенаторҙар ябай р ежимда - "даими һәм профессиональ" нигеҙҙә хәл итергә тейеш.
       Федерация Советы спикеры Сергей Миронов был тәҡдимде шунд а уҡ хуплап ҡаршы алды. Губернаторҙар "бюджет ҡабул иткәндә"
       һәм "төп мәсьәләләрҙе" тикшергәндә "ултырыштар залында булы рға һәм кнопкаларға баҫырға" тейеш тип иҫәпләй ул. Мироновты ң һүҙҙәренә ҡарағанда, улар һуғыш һәм тыныслыҡ, илдең бюджет ын ҡабул итеү һорауҙары буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша алалар : "2005 йылға бюджет тураһындағы законды губернаторҙар һәм т өбәктәрҙең закон сығарыу йыйылыштары рәйестәре ҡабул итеүе т ураһындағы новелланы хәҙер үк индереү дөрөҫ булыр ине. Тап о шо кешеләр үҙҙәре үк үтәй торған бюджетҡа тауыш бирергә тейе ш". Көндәлек закон сығарыу эштәренә киләгәндә, улар менән па латаның ябай ағзалары шөғөлләнергә тейеш тип һанай Федерация
       Советы спикеры. Федерация Советының халыҡ - ара эштәре буйы нса Комитеты башлығы Михаил Маргелов та юғары палатаның һайл ауҙар системаһында үҙгәрештәр яҡынлашыуын раҫлай. Рәсәй Ф едерацияһы субъекттарында президенттың губернаторҙар һәм төб әктәрҙең закондар сығарыу йыйылышы рәйестәрен Федерация Сове тына индереү тураһындағы тәҡдиме хуплап ҡаршы алынған.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов хакимиәт һәм зако ндар сығарыу йыйылыштары башлыҡтарының Федерация Советына ки ре ҡайтыуы тураһындағы идеяны хуплай, тип хәбәр итте "Интерф акс - Поволжье" агентлығына республика башлығының матбуғат с екретаре Ростислав Мырҙағолов.
       "Федерация Советының губернаторҙар һәм закондар сығарыу йыйылышы етәкселәре булған элекке вариантҡа кире ҡайтыу ҡара ры логикаға нигеҙләнгән", - матбуғат секретаре Мортаза Рәхим овтың һүҙҙәрен килтерә. "Был Президент өсөн ысын таяныс булы р ине", - тип иҫәпләй Башҡортостан башлығы.
       Мортаза Рәхимовтың төбәк етәкселәренең федераль парламент тың юғары палатаһы эштәрендә ҡатнашыуының маҡсатҡа ярашлы бу лыуы тураһындағы фекерен БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай спике ры Константин Толкачев та уртаҡлаша. "Был аҡланған ғына түге л, оптималь аҙым да булыр ине, сөнки федерация субъекттары е тәкселәре закондарҙы раҫлауҙа ҡатнашыр ҙа, уларҙы тормошҡа а шырыуҙы ла тәьмин итер ине, - тип белдерҙе Константин Толкач ев. - Башҡарма һәм закондар сығарыу буйынса власть етәкселәр енең айырыуса мөһим эштәрҙе хәл итеүгә әйләнеп ҡайтыуҙары Фе дерация Советының да, уларҙан сығыусы документтарҙың да абру йын күтәрер ине", - тип иҫәпләй республика парламенты спикер ы.
       Карелия башлығы Сергей Катанандов та Рәсәй Президентының Федерация Советына губернаторҙарҙы ҡайтарыу хаҡындағы инициа тиваһын хуплай. Әммә "һүҙ элекке губернаторҙар тураһында түг ел, ә президент тәҡдим итәсәк губернаторҙар" тураһында барыу ы шарт булып ҡала. "Күрәһең, Федерация Советы үҙенең төп фун кцияһын үтәмәүе һиҙелә башлағандыр, һәм президент йәмәғәтсел ек менән ошо темаға кәңәшләшә башланы", тине Катанандов.
       "Әгәр был ҡарар ҡабул ителә икән, ул федераль кимәлдә тө бәктәр мәнфәғәтен яҡлауға күптән өлгөргән реаль аҙым булып т орасаҡ", - ти Пенза өлкәһе губернаторы Василий Бочкарев. "Мә скәүҙән тороп биләмәләрҙең барлыҡ проблемаларын белеү бик ҙу р теләк булғанда ла мөмкин түгел", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды у л. "Субъект етәкселәренең юғары палатаға ҡайтыуы аҡылдың тан тана итеүен аңлатасаҡ", - тине Василий Бочкарев.
       Санкт - Петербург губернаторы Валентина Матвиенко ла Феде рация Советының реформаһы яҡлы булыуын белдерҙе. "Федерация Советы реформаһы кәрәк тип уйлайым. Ул өлгөрөп етте. Законда р ҡабул иткәндә федераль үҙәк һәм төбәк мәнфәғәттәренең үҙ -
       ара бәйләнешен билдәләүсе индәйҙер фильтр булырға тейеш", -
       тине ул.

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал