6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тәбиғәт

Энәлекәй...
23.11.04


       Интернетта мин терпе тураһында ике йөҙҙән ашыу көләмәс уҡыным. Легендар Колобок тураһында ла ул тиклем уйлап тапмағ андарҙыр әле.
       Әммә терпе шулай уҡ көлкөлө персонажмы икән ни Бер таныш ым эскән баш менән терпе өҫтөнә ултырғанда көлкө ҡайғыһы бул мағанын һөйләне. Туристик базала ял итеүсе икенсе таныштарым ды иһә төндә ниндәйҙер аяҡ тауыштары уятҡан. Артабан быға сө скөргән, бышҡырған тауыштар ҙа өҫтәлгән. Ҡоттары осоп утты я ндырған таныштарым карауат аҫтында ҡыштырлаған терпене күргә с кенә тыныслана. Әгәр ҙә энәләре булмаһа, футбол тубы кеүек
       осор ине инде. Көләмәстәге кеүек, терпе - ғорур ҡош ул. Тип мәйенсә осмай. Бахыр терпе! Әйткәндәй, Бөйөк Британияла терп ене бик ихтирам итәләр, бында уларҙы закон да һаҡлай һәм тер пеләр менән ҡаты мөғәмәлә итәһең икән, рәшәткә артына эләге үеңде көт тә тор.
       Ҡарар күҙгә йыуаш ҡына күренгән был йән эйәһе кем һуң ул Иң беренсе сиратта шулай ҙа - йытҡыс, сөнки ул бөжәктәр, б аҡа, селәүсен, сысҡан, хатта ағыулы йыландар менән дә туҡлан а. Ағыуға бирешмәгәс, һөйрәлеүселәр менән осрашыуҙан да бер ҙә ҡурҡып тормай ул. Шул уҡ ваҡытта еләктән, сохари, һөттән,
       хатта һыранан да баш тартмай.
       Бер таныш баҡсасы түбәндәге хәлде бәйән иткәйне. Ҡайһы бе р бөжәктәр яҡын килмәһен өсөн ул һауытҡа бер аҙ һыра ҡойоп алмағас төбөнә ултырта. Иртә менән һауыт эргәһендә йоҡлап ят ҡан терпене күреп бик аптырай. Өҫтәүенә ул терпеләр өсөн өйр әнелгән ҡиәфәттә түгел, бар кәүҙәһенә һуҙылып ятҡан була. Ба ҡсасы тағы һыра һалып ҡалдыра һәм иртә менән ике иҫерек терп егә тап була. Экспериментты артабан дауам итергә баҙнат итмә й ул, сөнки бындай хәлдә терпеләр ҡоштар йә эттәр ҡорбаны бу лыуы ихтимал.
       Коллегам терпеләргә бәйле тағы бер хәлде иҫенә төшөрҙө. У ның баҡсаһында компост өйөмө була, унда һәр төрлө сүп - сар,
       шул иҫәптән балыҡ һөйәге лә ташлана килә. Тап ошо һөйәктәр тулы бер терпе ғаиләһенең иғтибарын йәлеп итә лә инде. Күрәһ ең, балыҡ улар өсөн деликатес булып торалыр. Йәки бына тағы бер осраҡ. Ауылда йәшәүсе өлкән йәштәге бер ҡатындың эте төн ө буйы өрөп, шыңшып сыға икән. Әбей тупһаға сығып ҡарай - бе р кем дә юҡ. Ә эт өрә лә өрә, күҙ алдында кибә, ябыға бара. Аптырағас, әбей төнөн һаҡлап ултырырға мәжбүр була һәм ни кү ҙе менән күрһен, эттең аҙыҡ тулы һауытына бер юлы бер нисә т ерпе яҡынлаша. Ә уларҙың энәләренән, аңлап тораһығыҙ, өрҙөң ни - юҡ ни, һаҡланыуы ҡыйын.
       Ә терпе балаларының яланғас булып тыуыуын беләһегеҙме Ҡ ышын уларҙың тән йылылығы 34 - ән 2 градусҡа тиклем төшә. Бе р оло терпе көнөнә 80 - гә яҡын май ҡуңыҙын ашай ала...
       Быйылғы көҙ ғәҙәттәгенән оҙаҡҡараҡ һуҙыла. Һәм бына минең
       таныштарым урманға бәшмәк йыйырға барғандар. Бәшмәк эҙләп й өрөгәндә япраҡтар аҫтында йоҡларға урынлашҡан терпегә тап бу лалар. Башта өйгә алып ҡайтырға уйлайҙар. Әммә һуңынан кире уйлап, япраҡтар менән ҡаплап китәләр. Әйҙә урманда йәшәһен, сөнки уның өйө - урман бит.

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал