6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Уның күңел илендә үҙеңде тап!
22.11.04


       Ҡатын - ҡыҙҙы ҡатын - ҡыҙҙан башҡа тағы кем аңлай ала Аргентина рәссамы Алисия Кандиани ҡатын - ҡыҙ матурлығы уның
       ҡабатланмаҫлыҡ серлелегендә тип һанай. Уны аңларға тырышырғ а кәрәкмәй, бары тик сәнғәт әҫәре кеүек ҡабул итергә һәм һоҡ ланырға ғына кәрәк. Ошо көндәрҙә Алисияның Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейында асылған "Уның күңел донъ яһында" күргәҙмәһе тап ошо турала.
       Рәссам һәм ғалимә Алисия Кандиани 1953 йылда Буэнос - Айр ес ҡалаһында тыуған, әле лә шунда йәшәй һәм эшләй. Башҡорт д әүләт художество музейындағы күргәҙмәһе Алисия үҙе уйлап сығ арған айырым техника буйынса эшләнгән 13 биттән тора. Рәссам
       әйтеүенсә, уның төшөрөү алымына барыһынан да бигерәк "плано графия процесы" билдәләмәһе тап килә.
       "Күңелең донъяһында" күргәҙмәһенең төп объекты - ҡатын ҡы ҙ тәне. Әллә күңелеме.. Яуап табыуы ҡатмарлы, сөнки Алисиян ың барлыҡ эштәрендә лә "Ул" тулыһынса күрһәтелмәгән: йә юғар ыға ынтылыусы ҡулдар, йә сәскәләр буйлап атлаусы аяҡтар, һом ғол бил. " Алисия Кандианиҙың һүрәтләү телендә рәссамдың Ҡат ын - ҡыҙ тураһында фекерләүҙәре сағыла, Уның серле йәне тәби ғәттең тере һәм нәфис, әммә шулай уҡ ҡатмарлы һәм күп төрлө
       донъяһы менән ауаздаш, - тип һығымта яһай сәнғәт белгесе Ир ина Оськина. - Кем ул ҡатын - ҡыҙ - Һинме, Улмы - мөһим түг ел. Алисия тамашасыға ҡатын - ҡыҙ донъяһын һәм уның был донъ яла нисек йәшәүен, уға ҡарашын асып бирергә теләй".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал