6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Был ҡыҙыҡлы!

Ҡала уртаһындағы "тере мөйөш"
22.11.04


       Ауыл хозурлығын бағыр һәм әтәс тауыштары ишетер өсөн ауы лғаҡайтыу мотлаҡ түгел. "Ростов" туҡталышындағы Өфө приборҙ ар төҙөү берекмәһенең паркына барып ял итеп ҡайтыу ҙа етә. С ергей Смольников етәкселегендә завод эшселәре үҙ предприятие һы туҡталышында ысын хутор эшләп ҡуйған. Бында ҡойма, һарай , йәйге ҡыуыш, хатта ҡойо ла бар. Ә инде төрлө тереклек ҡайһ ы бер ауыл ихаталарына ҡарағанда ла күберәктер, моғайын.
       Бер - ике йыл элек кенә был сквер ташландыҡ хәлдә, сүп - сар ояһына әйләнгән ине. Проблеманы хәл итеүгә директор Зин ур Насыров етәкселегендәге Өфө приборҙар төҙөү берекмәһе э шселәре тотона. Улар был урында парк, автоҡаласыҡ һәм балала р өсөн тере мөйөш төҙөргә ҡарар итә. Һәм элекке сквер күҙгә күренеп үҙгәрә башлай. Уны тал ботаҡтарынан үрелгән ҡойма ур атып ала, матур итееп эшләнгән сәскә түтәлдәре, эскәмйәләр, сәңгелдәктәр, уйынсыҡ аттар, төрлө төҫтәге батут һәм футбол ҡапҡалары барлыҡҡа килә. Ә инде эсендә компьютер салоны эшлә гән самолет үҙе генә лә ни тора! Тиҙҙән тереклек тә күрен ә башлай. Бына үлән өҫтөндә оҙонҡолаҡтар Кай менән Герда йөр өй. Улар тиҙҙән атай менән әсәй булырға йыйына. Күршелә Петя
       - петушок үҙенең сағыу төҫтәрҙәге "ғаиләһен" алып сыҡҡан. С ергей Смольников аңлатыуынса, улар ябай әтәс - тауыҡ түгел, ә американ тоҡомло икән. Әйткәндәй, хужалыҡта ябай үҙебеҙҙең
       тауыҡтар ҙа бар.
       Был ҙур булмаған ихатаның төп хазинаһы - ике кәзәкәй - Ню ра һәм Мила. Улар - ысын артистар. Артҡы аяҡтарында йөрөй, һ икерә, әйләнә беләләр. Бер мәл циркачтар Нюрканы һатып алырғ а йыйынған, кәзә өсөн 500 доллар тәҡдим иткәндәр. Әммә хужал ар Нюра менән айырылышырға риза булмаған.
       Һүҙ ҙә юҡ, был сквер бик матур, уңайлы һәм унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бик теләп килә. Был предприятие хеҙмәткәрҙәре нең тырышлығы емеше һәм уны улар бары тик йөрәк ҡушыуы буйын са башҡара.

Екатерина Волкова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал