6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ольга Зацепина. 19.11.2004 1 Тағы бер тапҡыр торлаҡҡа хаҡтар тураһында
22.11.04


       Алдан уҡ әйтеп ҡуям: торлаҡ һатып алырға йыйынмаусылар ҙың был материалды уҡымауы яҡшыраҡ, йоҡоғоҙ тынысыраҡ бул асаҡ. Әгәр ҙә инде йәшәү урынына ҡағылышлы проблема һаман
       да хәл ителмәгән икән, Өфөнөң икенсел фатир баҙарындағы торлаҡ хаҡтары менән танышып сығығыҙ.
       Йәшәүе еңел булған ваҡыттар юҡҡа сыҡты, буғай. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, ҡала буйыса бүлмәнең квадрат метрына уртас а хаҡ 27 650 һум, бер бүлмәле фатирҙа - 21,4 мең һум, ике
       бүлмәлелә сама менән 20 мең тирәһе, өс бүлмәле фатирҙа -
       19,3 мең һум, күп фатирлы апартаменттарҙың метры иһә 15, 85 мең һумға баһалана.
       Әгәр аҡсаң күп булмаһа һәм фатирҙың ҡайһы районда булы уы ла барыбер икән, ул ваҡытта арзаныраҡ районды һайларға
       мөмкин. Әйтәйек, Шаҡшала икенсел фатирҙың квадрат метрын
       15 770 һум тора. Бик булмаһа Инорс ( 17,57 мең һум) ҡала . Дим һәм Черниковкала торлаҡ ҡиммәткәрәк төшә - квадраты на 19 130 - 19 580 һум.
       Һупайлы биҫтәһе лә алда әйтелеп үткән райондарһымаҡ ик ән тип өмөтләнмәгеҙ. Өфө хакимиәте тырышлығы менән был ра йон һуңғы арала популярлыҡ яуланы, һәм хәҙер унда торлаҡт ың бер квадрат метры 20 760 һум тора.
       Октябрь проспектынан икенсел торлаҡ һатып алыу өсөн аҡ са тапҡандарҙан көнләшергә генә ҡала. Транспорт менән тәь мин ителеш, магазиндар, үҫешкән инфраструктура... Бер һүҙ
       менән әйткәндә, ҡаланың үҙәк урамында йәшәргә теләһәгеҙ,
       һеҙгә һатып алынған майҙандың һәр метры өсөн 23 меңдән 2 3,8 мең һумға тиклем аҡса сығарып һалырға тура киләсәк.
       Үҙәк баҙар районында икенсел торлаҡтың һәр квадрат ме тры 24 800 һум тора.
       Былар барыһы ла сағыштырмаса һандар, әлбиттә. Фатирҙың
       майҙаны ни тиклем ҙур, ул шул тиклем арзаныраҡҡа төшә. Т имәк, әгәр сағыштырмаса ярайһы хаҡҡа тейешле метраж алырғ а теләһәгеҙ, ике бүлмәле фатирға туҡталыуығыҙ яҡшыраҡ. Мә ҫәлән, Өфөнөң юридик институты районында бер бүлмәле фати рҙың бер квадрат метры 22 890 һум икән, ике бүлмәлелә ул бер меңгә осһоҙораҡ. Экономия буйынса иң шәп вариант дүрт
       бүлмәле фатир, әлбиттә. Бындай фатирҙың квадрат метры Һу пайлыла - 15,83 мең һум, юридик институт районында - 21,5 4 мең, Йәшел сауҡалыҡта - 18,05, Үҙәк баҙарҙа - 21,08, Ок тябрь проспектында - 20,93, Черниковкала - 16,63, Инорста
       - 11,04, Шаҡшала - 13,91, Димдә - 17,9, Затонда - 15,49 мең һум тора.

милек
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал