6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Башҡортостан эҙләнеүселәре һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙе онотмай
30.06.03


       Мәғлүм булыуынса, былтыр республикала "БР эҙләнеүселәр отря дтары фонды" булдырылды. Экпедициялар Бөйөк Ватан һуғышы йыл дарындаһәләк булғандарҙың ҡәберлектәрен табып, һңынан уларҙы ң исемдәрен асыҡлап, тыуған илдәрендә хөрмәтләп күмәләр. Әлб иттә, республика эҙләнеүселәре хәрәкәте Рәсәй эҙләнеүселәре менән берлектә алып барыла. Мәҫәлән, былтыр Ленинград өлкәһе нә 40-ҡа яҡын экспедиция ебәрелде. Ә барлығы 18 төбәктең отр ядтары эшләне унда. Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Төпсөр эҙләнеүселәр 3861 яугирҙе тапты, уларҙың 228-нең исеме билдәләнде.
       22 июнь көнө Ленинград өлкәһенең бер районында быға тик лем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөгән яугирҙәрҙең туға ндары һәм яҡындары ҡатнашлығында тантаналы митинг үтәсәк. Ун да эҙләнеүселәр ярҙамында табылған Ғ.Кәбиров (Дәүләкән район ы) һәм Илештән Т.Шакировтың туғандары барасаҡ. 1943 йылдың авгусында һәләк булған рядовой И.Шамратовтың да һәләк булған урынын асыҡлай республика эҙләнеүселәре.
       Әле "Эҙләнеүселәр отрядтары фонды" тарафынан хәрби дан ур ындары буйлап экскурсиялар ойошторола, һуңынан фондтың эшмәк әрлеге тураһында махсус фильм төшөрөү өсөн видеоматериалдар йыйыла. Эҙләнеүселәр фонды изге эштәрендә күрһәткән ярҙамдары өсөн 72210-сы хәрби часҡа, БР Хәрби Комиссариатына, Куйбышев тиме р юлының Башҡортостан бүлексәһе коллективына оло рәхмәт белд ерә.

Сергей Жидков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал