6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Әхлаҡ

Ҡыҙ намыҫы
19.11.04


       "Ярамай"ҙан "ярай"ға тиклем ара ҡыҫҡа шул. Ата - әсәләрҙ ең һөйләүенә ҡарағанда әле егерме йыл элек йәш кәләштең төп сифаты булып ғиффәтлелек һәм сафлыҡ торған. Кейәүгә сыҡҡанға
       тиклем енси тормош менән йәшәү ғәйепләнгән һәм ҡыҙҙар ул ва ҡытта бер кем дә кәләш итеп алмаҫ, алһа ла шелтәләре менән й онсотор тип ҡурҡҡан. Әсә кеше ҡыҙына "Берәй хәл була ҡалһа а яғыңдан аҫып ҡуям" йә "Итәгеңдә килтерһәң - һин минең ҡыҙым түгел" тип янарға ла күп һорамаған. Беҙҙә шундай фажиғәне лә
       хәтерләйҙәр: йәш матур ҡыҙ, студентка, яратҡан кешеһенән ау ырға ҡала һәм ата - әсәһенең асыуына түҙмәй, үҙ - үҙенә бенз ин һибеп яндыра. Шунда уҡ үлмәй, бахырҡай, бер нисә көн яфал ана. Ә бит яратҡан кешеһенә кейәүгә сығып, матур тормош та ҡ ора алыр ине.
       Беҙҙең көндәрҙә ауырға ҡалыу - үҙ - үҙеңде юҡ итеүгә сәбә п булып тормай. Һәм, аллаға шөкөр. Ҡыҙҙар хәҙер ата - әсә ас ыуынан да ҡурҡып бармай. Малайҙар менән аралашҡанда улар ҡый ыуыраҡ һәм белемлерәк. Бер унынсы синыф ҡыҙының, мәҫәлән, әс әһенең абортҡа йүнәлтмәһен күреп әрләп ташлағанын беләм. "Һи нең йәшеңдә абортҡа йүгерекләйҙәр тиме ни Нисек һаҡланырға икәнлеген белергә ваҡыт!" Бахыр әсә ҡыйыуһыҙланып ҡыҙарған да, ағарған да. Хәҙер был ҡыҙыҡай кейәүгә сыҡты инде, матур итеп донъя көтәләр.
       Ә бына Ленаның таныш егеттәре күп булды. Ата - әсәләре ба шта быға ҡаршы төшөргә маташты. Тик файҙаһыҙ. Бары үҙенең ко мпанияһында ғына ҡыҙ үҙен һыуҙағы балыҡ кеүек тоя ине. Мәкт әп программаһы буйынса артта ҡалды. Һуңынан бөтөнләй уҡыуын ташланы. Ауырға ҡалып балаһын алдырҙы. Бер нисә тапҡыр венал арын ҡырҡып, үҙенә ҡул һалырға ла маташты. Бөгөн уға ун туғы ҙ ғына йәш. Тик был донъяла уға бер нимә лә кәрәк түгел.
       Бына ике яҙмыштан ике миҫал. Бәлки киләһе быуын аҡыллыраҡ
       булыр, өйрәтә алһаҡ, әлбиттә...

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал