6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр

Бразилияға сәфәр файҙалы булды
18.11.04


       Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер
       - министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге рәсми делега ция эш сәфәре менән Бразилия Федератив Республикаһында булы п ҡайтты. Башҡорт делегацияһы составына БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Борис Колбин, Ишембай ҡалаһының асыҡ а кционерҙар йәмғиәте директоры Роберт Ваһапов инде.
       Күп һанлы эшлекле осрашыуҙарҙың төп темалары быйыл сентяб рь айында Бразилия Федератив Республикаһы делегацияһының Б ашҡортостан Республикаһына сәфәре Протоколында билдәләнгәйне .
       Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүлә товтың Бразилияның Рио Гранде до Сул штаты губернаторы Жерма но Антонио Риготто әфәнде менән осрашыуы һөҙөмтәһе булып үҙ - ара хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу торҙо.
       Бынан тыш башҡорт делегацияһы Порту - Аллегри ҡалаһында "Массей Фергюсон" маркалы тракторҙар етештереү менән танышты , унда беҙҙең республика Хөкүмәте һәм AGCO do Brasil Comerci o e Industial Ltg. компанияһы етәкселеге араһында был тракто рҙарҙы Башҡортостанда ла етештереүҙе ойоштороу өлкәһендә хеҙ мәттәшлек тураһында Меморандумға ҡул ҡуйылды. Был осрашыуҙа рҙа "Рәсәй - Бразилия фәнни - техник хеҙмәттәшлек үҙәге" про екты директоры Сергей Коротков ҡатнашты.
       Рио - де - Жанейрола Рафаэль Байдәүләтовтың Рәсәй - Браз илия эшлекле хеҙмәттәшлек советының рәйес вазифаһын башҡарыу сы Маркус Пратини де Мореас менән һөйләшеүҙәре сәфәрҙең мөһи м мәлдәренең береһе булды. Һөйләшеүҙәр барышында ике яҡа ла
       ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған байтаҡ һорауҙар тикшерелде һәм Проток олға ҡул ҡуйылды.
       Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Сан - Паулолағы генераль ко нсулы Игорь Морозов һәм Рәсәй Федерацияһының Рио - де - Жане йролағы генераль консулы Анатолий Грачев менән осрашыуҙар бу лып үтте.

Глеб Романов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал