6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хайуандар донъяһында

Тихон, Тишка һәм башҡа бесәйҙәр хаҡында
18.11.04


       Миндә Тихон исемле ата бесәй йәшәй. Тейендекенә оҡшаға н бик матур ҡойроғо, модалы туны бар уның, һары светофор күҙ ҙәре һаҡ ҡарай, оҙон мыйыҡтары тырпайып тора. Ундай матур е геткә ғашиҡ булмау мөмкин түгел, шуға күрә уның артынан инә бесәйҙәр үҙҙәре йүгереп йөрөй. Бахырың, ҡайһы ваҡыт аҙналар
       буйына юғалып тора һәм көс - хәл менән ҡайтып тәгәрәй, төҫ - ҡиәфәте менән "бомж"ды хәтерләтә. Шунан тәүлектәр әйләнәһе нә үлек кеүек йоҡо һимертә һәм бик күп күләмдә фосфор, кальц ий, магний, йод сығанағы булған диңгеҙ балығы ашай. Аҙыраҡ х әл алғас, бесәй тағы ла яңынан - яңы сюрприздар яһарға әҙер.
       ... Бер көнө ул яңы ғына йәбештерелгән обойҙарға артҡы т әпәйен күтәреп, автограф ҡалдырған. Артабан нисектер шкаф ба шына менеп уның ишеген асҡан һәм дарыуҙар тулы кәштәгә менг ән. Барыһынан да бигерәк уның күңеленә валериана шешәһе хуш килгән, әлбиттә, һәм ул шешәне аҫҡа төшөрөп ҡапҡасын асҡан д а, иң алама алкаш кеүек, һуңғы тамсыһына тиклем ялап бөткән.
       Өйгә ҡайтҡас беҙҙең күҙебеҙгә тәүге ташланғаны буш шешә я нында йоҡлап ятыусы Тихон булды. Әлбиттә был факт иғтибарһыҙ
       ҡалманы. Бесәйгә алкоголдең зыяны тураһында аңлатыу эштәре алып барылды. Тихонға оят ине, буғай, һәр хәлдә ул башын түб ән эйеп, ҡойроғон болғай - болғай беҙҙе тыңланы.
       Әммә, һуңынан аңлашылыуынса, дәресте ул үҙләштерергә уйла маған да. Быға дәлил булып Тихондың сираттағы сәйәхәтенә сы ғып китеүе һәм был юлы бер айға юғалыуы торҙо. Беҙ бесәйҙе п одъездарҙан, подвал һәм сарҙаҡтарҙан эҙләнек, иғландар яҙып элдек.
       Бер көн килеп ул үҙе ҡайтты... Беҙҙең түҙемлегебеҙ һуңғы сигенә етте. Икенсе көнөнә үк бесәйҙе ветеринарға алып барҙы ҡ. Шул көндән алып Тихонды сәфәрҙәр ҡыҙыҡһындырмай башланы. Хәйер, Тихон тураһында етеп торор, моғайын.
       Хәҙер минең хәбәрем дүрт йыл дауамында минең апайымда йәш әүсе Тишка хаҡында. Уның был өйгә килеп эләгеүе ҡыҙыҡ та, ҡы ҙғаныс та булды. Бер көн иртән минең туғандарым кухняла нинд әйҙер йәлләүес мыяулау ишетә. Тауыш, асыҡланыуынса, төтөн юл ынан килгән була. Ҡотҡарыусылар саҡырырға тура килә, әммә у лар ҙа ярҙам итә алмай. Һөҙөмтәлә стенаны емерергә тура килә
       һәм унан бәләкәс кенә ҡара йомғаҡ килеп сыға. Нисек итеп ун ың төтөн юлына эләгеүе хаҡында фаразларға ғына ҡала. Туғанда рым бесәй балаһын изге билдә итеп ҡабул итә. Таҙартып, йыуын дырып ашатып алғас, "бүләктең" өс төҫлө матур бесәй икәнлег е асыҡлана. Бынан тыш ул хужаларын дауалай ҙа белә, Тишка та п ауыртҡан ергә генә ята һәм бер аҙ ваҡыт үткәс ауыртыу кәме й йә бөтөнләй үтә.
       Ә ғөмүмән бесәйҙәр тураһында бик күп нимә һөйләргә булы р ине.
       Мин күп йылдар инде 60 - сы йылдарҙа "Огонек" журналынан киҫеп алынған бер яҙманы һаҡлайым. Унда хужалары үҙҙәре Урал ға күсеп китеп Лиза исемле бесәйҙәрен Себерҙә ҡалдырыуҙары т ураһында һөйләнә. Бер нисә айҙан йонсоған, ябыҡҡан Лизаларын ың ишек төбөнә килеп йығылыуын күргән хужаларҙың аптырауын к үҙ алдына килтерергә булалыр, моғайын. Нисек итеп тоғро бесә йҙең ике мең саҡрым араны ( унда бер нисә йылға аша сығырға ла тура килә) үтеүе бөгөн дә йомаҡ булып ҡала. Әммә ошондай осраҡтарҙы һирәк тип әйтеп булмай.
       Бесәйҙәрҙе ғөмүмән бар илдәрҙә лә яраталар. Әммә инглизда р был йорт хайуанына айырыуса битараф түгел. Инглиздарға бер
       япон кешеһенең ҡунаҡҡа килеүе һәм кәнәфиҙә йоҡлап ятыусы бе сәйҙе төшөрөп, үҙе менеп ултырыуын хужаларҙың ғәфү итә алмау ы һәм был японды башҡа бер ваҡытта ла ҡунаҡҡа саҡырмауҙары т ураһында барыһының да ишеткәне бар...
       Һәм иң аҙаҡтан республиканың көнъяҡ - көнбайыш райондарын ың береһендә булған хәлде һөйләп үтмәксемен. Унда календула,
       мәтрүш, һары мәтрүш, бөтнөк, аҡ сәскә кеүек дарыу үләндәре үҫтерәләр икән. Ә бер баҫыуға иһә валериан ( бесәй үләне) сә скәндәр. Уңыш бик шәп булырға оҡшаған, тик уны барыбер йыйып
       ала алмағандар. Ә сәбәп иһә был үҫемлек еҫенә тирә - яҡтан йыйылып килгән бесәйҙәрҙә булған. Уларҙың һөжүмен эттәр ҙә, мылтыҡтан атып ҡурҡытыуҙар ҙа, ҡоймалар ҡороу ҙа туҡтата алм аған. Бына шундай хәл.

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал