6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Форма кейгән кеше башҡаларҙан бер башҡа юғары!
12.11.04


       Бер танышымды Милиция көнө менән ҡотлағас, ул был байрам
       беренсе сиратта һеҙҙең өсөн - беҙ бөгөн мәрхәмәтле, тип шая ртып ҡуйҙы.
       Шулайҙырмы, түгелме, әммә Милиция көнө ысынлап та әкренлә п профессиональ байрам сиктәренән сыға. Берәйһенән Геологтар
       көнө йәки, мәҫәлән, Янғын һүндереүселәр көнө ҡасан билдәлән ә, тип һорап ҡара, бары тик геолог һәм янғын һүндереүселәр г енә дөрөҫ яуап бирә алыр, моғайын, ә бына унынсы ноябрь көнө н барыһы ла белә.
       Рәсәйҙең дәүләт власть органдары системаһында милиция һәр
       ваҡыт алдынғы урын биләп килде. Уға бик яуаплы бурыс - халы ҡ тыныслығы һәм хәүефһеҙлеген һаҡлау йөкмәтелгән. Реформа йы лдары беҙгә бик күп проблемалар алып килде һәм хәҙер милиция
       иң яҡшы осорон кисерә, тип әйтеүе ҡыйын.
       - Бөйөк милиционерҙар ваҡыты үтте, - ти махсус тәғәйенлән ештәге милиция отряды бүлеге начальгигы Салауат Әфләтунов, -
       хәйер, ул ваҡыттар тағы ла килер тигән өмөттәмен.
       Салауат Әфләтунов эске эштәр органдарында егерме йыл х еҙмәт итә. Барыһы ла йәш егеттең детективтар менән мауығыуы һәм урындағы участка милиционеры менән танышлығынан башланып
       китә. Армиянан һуң милицияның һаҡ бүлегенә эшкә килә.
       - Унда инде мин тормош менән китап араһындағы айырманың б ик ҙур икәнлеген аңланым. Минең енәйәтселеккә ҡаршы көршселә р тураһындағы романтик хыялдарым елгә осто тип әйтергә була.
       Хәйер, бындай хәл һәр береһе менән була.
       - Бөгөн милицияла кадрҙар алмашыныуы йыш булып тора. Тик шереүҙәр күрһәтеүенсә, йәш хеҙмәткәрҙәрҙең 70 процент тирәһе
       бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң өмөттәренең аҡланмауын таный. Күптәр ике - өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң эшен ташлай. Элек тә
       ошондай хәл күҙәтелдеме
       - Элек был йәһәттән хәл яҡшыраҡ тора ине: барыһы ла ябайы раҡ, кем әйтмешләй, закондарҙың тишеге юҡ ине. Форма кейгәнд әр үҙҙәрен башҡаларҙан бер башҡа юғарыраҡ тоя башлайҙар ине . Һәм был дөрөҫ, шулай булырға тейеш тә. Мин 1993 йылда Ойош ҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса идаралыҡҡа килгәндә, х еҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше 26 - 28 йәш ине.
       - Нисек кенә булмаһын, бөгөн дә милицияла эшләргә теләүсе ләр аҙ түгел...
       - Беҙгә яңы хеҙмәткәр килһә, мин һәр ваҡыт уға "Һин бында
       нимәгә килдең Бәләкәй генә эш хаҡына һаулығыңды, хатта ғү мереңде хәүеф аҫтына ҡуйыуыңды аңлайһыңдыр бит" - тигән һор ау бирәм. Кемдер өндәшмәй, кемдер яуап бирә. Һәр хәлдә һәр к емдең үҙ сәбәбе бар: береһен романтика алып килә, икенселәре
       ғәҙәти тормошта үҙҙәренә урын таба алмаған. Мин бында егетт әрҙең үҙҙәре менән шөғөлләнергә, физик яҡтан камиллашырға, й әшәргә өйрәнергә мөмкинселектәре бар, тип иҫәпләйем.
       - Һеҙ үҙегеҙ эшләгән идаралыҡты күҙ алдында тотаһығыҙмы
       - Эйе, әлбиттә. Беҙҙең бурыс - бандиттар, "профессиональ"
       енәйәтселәргә ҡаршы көрәш. Беҙҙең мәктәпте үткән кеше тормо шта юғалып ҡалмай.
       - Бында эләгеүе ҡатмарлыраҡтыр, моғайын.
       - Эйе, беҙҙәге талаптар ярайһы уҡ ҡаты. Беренсенән, бынд а мәктәп белеме генә етмәй, икенсенән, беҙҙең егеттәр бик ен текле медицина комиссияһы үтә, йәғни сәләмәтлек ныҡ булырға тейеш, өсөнсөнән, ниндәй ҙә булһа спорт төрө буйынса разрядҡ а эйә булыу мотлаҡ. Мин үҙем, мәҫәлән, дзюдо менән шөғөллән әм.
       - Талаптар ысынлап та етди. Әммә шуға ҡарамаҫтан арағыҙҙа
       милиция намыҫына тап төшөрөүселәр ҙә бар.
       - Башҡалар өсөн яуап бирмәйем, мин үҙемдең бүлек тураһынд а һүҙ алып барам. Беҙҙе йыш ҡына Чечняға, башҡа "ҡыҙыу нөктә "ләргә ебәреүҙәрен беләһегеҙҙер, моғайын. Бындай командиров калар иң аҙы ярты йыл, ҡайһы ваҡыт туғыҙ айға ҡәҙәр һуҙыла. Унда ниндәй шарттарҙа йәшәргә тура килеүен һөйләп тороу кәрә кмәйҙер тип һанайым. Бына ошондай һынауҙарҙан һуң беҙҙең төр көмдә иң лайыҡлылары ҡала ла инде.
       - Әммә милицияның абруйы төшөүен, граждандарҙың погонлы к ешеләргә ышанысы кәмеүен һәм бының беренсе сәбәбе булып тәрт ип һаҡлаусыларҙың профессиональ кимәле түбән булыуы һәм улар ҙың әхлаҡи сифаттары тороуын таныйһығыҙҙыр бит.
       - Таныйым. Әммә беҙҙең илдә аҡсаны ла берәү ҙә юҡҡа сығар мағандыр бит Ә һуҡыр бер тин түләп кешенән күпте талап итеү
       мөмкин түгел. Был йәһәттән төп һорау - финанс мәсьәләһе. Ә инде әхлаҡ темаһына килгәндә - хәҙер тормош шундай. Барыһы л а буталды: ҡайҙа изгелек, ҡайҙа яуызлыҡ, аңлауы ҡыйын. Яҡшы ваҡыттар килер, әлбиттә: формалағы кешеләргә ышаныс та, хөрм әт тә уяныр, һәр хәлдә нормаль йәмғиәттә шулай булырға тейеш . Тик был ваҡыттар тиҙерәк етһен ине: минең улым үҫеп килә -
       әгәр ул атаһының эҙенән барырға ҡарар итһә...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал