6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Ә барыһы ла уйынсыҡтарҙан башланды...
11.11.04


       Мин уңышлы эшләүсе эшҡыуарҙарға әйләнгән бер нисә уҡытыусыны
       беләм. Эшҡыуарлыҡты һайларға уларҙы еңел булмаған Рәсәй ысы нбарлығы мәжбүр итеүе сер түгел. Ул ваҡытта, 90 - сы йылдар башында, хаҡтар нисек йылдам үҫә, күпселек граждандарҙың янс ығы ла шул тиҙлек менән бушаған ваҡытта, бюджет ойошмаларыны ң байтаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарыусы һаламға йәбешкән кеүек эшҡ ыуарлыҡҡа тотондо. Әммә бының өсөн яратҡан һөнәрҙәренән баш тартырға тура килде уларға.
       Венера Белова иһә үҙенең тәүге һөнәренә хыянат итмәй: эшҡ ыуарға әйләнһә лә, ул педагог булып ҡала. Элекке завуч, хеҙм әт дәрестәре уҡытыусыһы үҙенең яңы карьераһын йомшаҡ уйынсыҡ тар түңәрәгенән башлап ебәрә. Ул Черниковка биҫтәһендә, элек
       йәш техниктар клубы эшләгән йорт подвалында урынлашҡан. Үҙг әртеп ҡороу барышында был бина бушағас, Беловтар ғаиләһе уны
       арендаға ала.
       Аҡрынлап йомшаҡ уйыынсыҡтар түңәрәге етди етештереү ойошм аһына әүерелә һәм "Ижад" Балалар белем биреү - етештереү ком плексы оҫтабикәләре үҙҙәренең уйынсыҡтарын махсус рәүештә һа тып алынған материалдан тегә башлай. Әҙер изделиелар баш ҡал аның ҙур магазиндарына оҙатыла.
       "Ижад" уңышлы эшләүсе предприятие булараҡ танылыу яулай.
       Уның яңы исеме лә ошо турала һөйләй - "Уңыш" яуаплылығы сик ләнгән йәмғиәте. Оҫталарға билдәле компанияларҙан заказдар к илә башлай. Мәҫәлән, "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ - заман талаб ы" тип исемләнгән Мәскәү күргәҙмәһе талисманы итеп "Уңыш" яу аплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләнгән аҡ һуҫар алына.
       Әммә Венера Белова өлгәшелгәндә туҡтап ҡалыусы кеше түгел . Бөгөн ул уникаль уҡыу йорто - Балалар университеты директо ры вазифаһында ла эш алып бара. Үҙе әйтеүенсә, был университ ет балаларға юғарынан бирелгән талантты асырға, ә ололарға я ҡшы ата - әсә булырға ярҙам итә.
       Иң бәләкәстәр - йәш ярымдан алып ете йәшкә ҡәҙәр балалар өсөн бында Монтессори үҙәге булдырылған. Унда балалар мәктәп кә әҙерләнә.
       10 - 11 синыф уҡыусылары өсөн Венера Хәмит ҡыҙы "Рәсәй төб әктәре - Мәскәү" программаһы сиктәрендә әҙерлек курстары асҡ ан. Бернисә йыл дауамында тәжрибәле уҡытыусылар өлкән синыф уҡыусыларын Дәүләт университеты - Юғары иҡтисад мәктәбенә ( Мәскәү) уҡырға инергә әҙерләй.
       Венера Хәмит ҡыҙының үҙ ҡаҙаныштарына килгәндә инде, ул -
       Бөтә Рәсәй "Ҡатын - ҡыҙ - йыл директоры" конкурсы еңеүсеһе , Башҡортостандың эшҡыуар ҡатын - ҡыҙҙар ассоциацияһы, Өфөнө ң Орджоникидзе районы эшҡыуарҙар союзы ағзаһы.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал