6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Торлаҡмы әллә алдаҡмы
11.11.04


       Торлаҡ баҙары үҙенең үҫешен дауам итә, торлаҡ мәсьәләһе н хәл итеүҙең яңы алымдары барлыҡҡа килә. Әммә улар халыҡ өс өн отошло була аламы һуң Беҙ әле Мавроди пирамидаларын, "мө гөҙ һәм тояҡ" фирмаларын, башҡа финанс "лохотрондарын" бик я ҡшы хәтерләйбеҙ. Һуңғы ваҡытта торлаҡ баҙарында торлаҡ - төҙ өлөш кооперативтары күренә башланы. Башҡортостанда ғына ла у лар бер нисәү. Тәү ҡарашҡа кооператив барлыҡ торлаҡ бәләләре нән ҡотҡарыу вәғәҙә иткәндәй, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул - үҙ - ара ярҙам итеү кассаһының бер төрө. Пай взносы түл әйһегеҙ ҙә, фатир һатып алыу өсөн 50 процент взносҡа тыныс ҡ ына аҡса йыяһығыҙ. Ғәфү итегеҙ, бында ҙур булмаған аңлатма к әрәк: фатирға түләү өлөшө кооператив фондында йыйыла. Ә инде
       50 процент йыйылғас, кооператив һеҙгә фатир алып бирә. Һеҙ күптән көтөлгән метрҙарға күсенәһегеҙ, килешеү буйынса пропи скаға тораһығыҙ һәм ай һайын түләп, пайҙы ҡайтараһығыҙ.
       Барыһы ла аңлашыла кеүек, әммә бер " аҡ тап" бар: нимә һ әм ниндәй аҡсаға төҙөйбөҙ Нисектер хәүефле һымаҡ: исемендә "төҙөлөш" тигән һүҙе бар, ә практикала иһә төҙөлөш майҙандар ы юҡ. Фатирҙар кем йәки нимә иҫәбенә алына һуң
       "Ҡала иҡтисады институты" Фонды президенты Надежда Косаре ваның фекере буйынса, бөгөнгө көндә Рәсәйҙә бик үк ҙур күләм дә булмаһа ла, торлаҡ - төҙөлөш коперативтары ла беренсел үҫ еш алды. Элегерәк, үҙенең башланғыс формаһында улар ябай коо перация ине. Бер нисә кеше бергә ойошоп йорт төҙөү өсөн Һаҡ лыҡ банкынан кредит ала, һуңынан, пайҙы түләгәс, был йортт оң хужаһы булып бергә йәшүҙәрен дауам итәләр ине.
       Бөгөн барлыҡҡа килгән торлаҡ - төҙөлөш кооперативтарының совет схемаһы менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, тип һанай На дежда Косарева. Улар бары тик кеше ҡолағына таныш яңғыраған
       исем менән генә файҙалана, ә ысынбарлығында иһә икенсе төрл ө эш итә. Кешеләр шулай уҡ пай взностары түләй. Әммә был стр уктура совет заманының үҙ - ара ярҙам кассаһын хәтерләтә. Па й взностары иҫәбенә кооператив фатирҙар һатып ала һәм был то рлаҡ өсөн пай взностары түләүҙе дауам итеүсе ағзаларға файҙа ланырға бирә. Пайҙы түләп бөткәндән һуң ғына кеше фатирҙың х ужаһы тип иҫәпләнә башлай. Бөгөн бындай формала эшләүсе ойош малар етерлек, улар араһында торлаҡ - төҙөлөш кооперативтары , ябай торлаҡ кооперативтары, хата асыҡ акционерҙар йәмғиәте
       лә бар. Барыһы ла яҡшы кеүек, әммә был кооперативтар менән эш иткәндә аҡсаңдан ҡолаҡ ҡағыу хәүефе лә юҡ түгел. Надежда Косареваның һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай структураларҙың эшмә кәрлеге бер нисек тә көйләнмәй. Шуға күрә намыҫһыҙ әҙәмдәр е тәкселек иткән хәлдә, схемаларҙың "пирамидаға" әйләнеүен кө т тә тор.
       Ә инде әйтелгән системаны дөрөҫ көйләп, уның эшмәкәрлеген
       контролдә тотҡан хәлдә, ул килеме түбән булған ҡатламдарҙың
       торлаҡ хәлен яҡшыртыуҙың бер формаһы була ала. Әйткәндәй, т орлаҡ баҙарына ҡағылған закон проекттар пакетында торлаҡ - т уплау кооперативтары тураһында махсус закон бар.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, торлаҡ - төҙөлөш кооперативтарыны ң йәшәргә хоҡуғы бар. Әммә кооперативҡа ингән ваҡытта бер ни сә һорауға яуап табыу артыҡ булмаҫ. Фатир алыу буйынса сират та һеҙ нисәнсе урында тораһығыҙ Кооператив ағзаларына фатир
       алыу кем иҫәбенә финанслана Пай һәм тәүге взностар нимәгә тотонола һәм, иң мөһиме, төҙөлөш кооперативы үҙе төҙөлөш алы п барамы

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал