6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Шәфҡәтле дауахана
11.11.04


       Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы ҡапма - ҡаршылыҡлы ( кон трастар) тармаҡтарҙан иҫәпләнә. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Рәсәй медицина фәне иң көслөләрҙән һанала, ә фәнни үҙәк һәм дауала у учреждениеларын йыһазландарыу ҡайһы ваҡыт насар үҫешкән и лдәр кимәленә лә етмәй. Эш хаҡы түләү буйынса медицина иң ар тта һөйрәлеүсе тармаҡтарҙан, ә "һул" медицина баҙарында әйлә нгән аҡса күләме буйынса - иң алдынғы позицияла тип әйтергә була. Конкурс көслөлөгө йәштәргә медицина вуздарына уҡырға и нергә мөмкинселек бирмәй, ә ҡала ла, ауылда ла врачтар етешм әй.
       Әлеге ваҡытта үткәрелгән реформалар медицина ярҙамының с ифатын яҡшыртыу һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ итеүгә йүнәлт елгән. Власть органдары үҙҙәре таныуынса, Конституцияла яҙыл ған бушлай медицина ярҙам тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, есеме нә тура килә тип әйтеп булмай. Халыҡтың бушлай һәм сифатлы м едицина ярҙамы алыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн, власть орг андары бик күп үҙгәрештәр индерергә кәрәк тип һанай. Медицин аның урындағы чиновниктары үҙәктән килограмлап килеүсе рефор ма этаптарын регламентлаусы норматив документтарҙың күплеген ә зарлана. Был ваҡытта медицина хеҙмәтләндереүе сифаты тураһ ында уйларға ваҡыт ҡаламы ни, дәүләт гарантиялары программаһ ы талап иткәнсә, нисек булһа ла, койкаларҙы ҡыҫҡартырға ла,
       врачтарға мөрәжәғәт итеү һанын кәметеү хаҡында баш ватырға тура килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һаулыҡ һаҡлауҙы бөгөн биҙ гәк тота. Медиктар иһә артыҡ һуҡранмай, эшләй бирә. Ни хәл и тәһең, тел менән түгел, ҡул менән эшләргә өйрәнгәндәр шул ул ар. Быға миҫал итеп күптән түгел БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығ ының йомғаҡлау коллегияһы үткән Балтас район дауаханаһын тел гә алып китергә була.
       Ябай район үҙәк дауаханаһы баш ҡаланан ике йөҙ саҡрым алы ҫлыҡта урынлашҡан. Әммә, асыҡланыуынса, күп кенә баш ҡала кл иникаларына ла ауылда эшләүсе коллегаларынан өйрәнәһе күп и кән.
       Иҫке Балтас дауаханаһында тәүге дауахана 1878 йылда барлы ҡҡа килә, Сәйтәк ауылында ун урынлыҡ медицина учреждениеһы а сыла. Бөгөн был күп профилле дауаханала медицина ярҙамының б өтә төрҙәре менән дә файҙаланырға була. Любовь Зуева етәкләг ән учреждение ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика һаулыҡ һаҡлау си стемаһында алдынғылар рәтенә инде. Һәм был буш һүҙ түгел. Бе р нисә йыл элек кенә дауахана тарҡалыу сигендә булған. Һәм бары тик баш врачтың тырышлығы менән Балтас дауаханаһы аяғы на баҫа. Һәм был хәл аҡыллы хужа була белеү, быға урындағы бюджет ярҙамын өҫтәгән хәлдә, реформаларҙы көтмәйенсә лә һау лыҡ һаҡлау системаһын тергеҙергә мөмкинлегенең сағыу миҫалы булып тора.
       Быйыл Балтас районы ҡаҙнаһынан дауалау учреждениеларына м ебель һәм медицина ҡорамалдары һатып алыуға 212 мең һум бүле нгән. Үткән йыл капиталь ремонт һәм ҡорамалдар алыуға район 500 мең һум бүлгән. Һуңғы бер нисә йыл эсендә үҙәк дауахана,
       участка дауаханалары, амбулаториялар, фельдшер - акушерлыҡ пункттарына ремонт яһалған, 10 ФАП - ҡа телефон үткәрелгән, мебель, диагностика һәм дауалау ҡорамалдары һатып алынған.
       "Медицина хеҙмәткәрҙәренең социаль проблемаларын хәл итеү
       башлыса район етәксеһенән тора, - тип билдәләне БР һаулыҡ һ аҡлау министры Фәнил Шәмиғолов. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр урын да ла район хакимиәте башлыҡтары һаулыҡ һаҡлау кадрҙарын йәл еп итеү буйынса эш алып бармай. Ә йыл да утыҙлап медицина ун иверситеты сығарылыусыһы торлаҡ проблемалары арҡаһында эшкә урынлаша алмай". Ә Балтас районында иһә киреһенсә, бар врачт ар ҙа торлаҡ менән тәьмин ителгән, медицина хеҙмәткәре ғаилә һе ағзаларының барыһына ла коммуналь хеҙмәтләндереү түләнә. Бында өр - яңы медицина технологиялары тураһында ишетеп кенә
       белмәйҙәр, әүҙем рәүештә практикала ла ҡулланалар.
       Әсә һәм баланың һаулығын һаҡлау хеҙмәте - айырым тема. Быға ғәжәпләнергә ярамай, сөнки әсә менән баланың һаулыҡ күр һәткестәре тотош йәмғиәт һаулығын билдәләүсе фактор булып то ра. Тормош нимәнән башлана. Бала табыу йортонан, әлбиттә. Ур ындағы бала табыу йортоноң акушер бүлеге 20 койканан тора. Б уласаҡ әсәләр мотлаҡ рәүештә стационар шарттарында тикшереү үтә. Бала беренсе көндән алып әсәһе янында була, уларҙы әсә һөтө менән туҡландырыуға өҫтөнлөк бирелә. Һөҙөмтәлә әсә һөтө
       менән туҡландырыу районда 92 процент тәшкил итә, республика
       буйынса уртаса күрһәткес - 77 процент. Тыуым да арта бара -
       йыл башынан Балтас районы халҡы 193 бәләкәскә артҡан. Ошо к өндәрҙә генә Балтас районы үҙәк дауаханаһына "Балаға шәфҡәтл е булған дауахана" исеме бирелде. Бындай хөрмәтле исемгә ЮНИ СЕФ ( ООН Балалар фонды) декларацияһы положениеларын индергә н дауалау учреждениелары ғына лайыҡ була.
       Хәйер, был дауахана балаларға ҡарата ғына түгел, барыһына
       ла шәфҡәтле ҡарашта. Тағы ҡайҙа юғарыла торған инстанцияла рҙың телефон һәм адрестары, урындағы табибтарҙың йорт адрест ары яҙылған табличкалар эленгәнен күргәнегеҙ бар. Яңылышмаһа м, был практика бары тик Көнбайыштың шәхси клиникаларында ғы на ҡулланыла. Һәм бына килеп Балтас район үҙәк дауаханаһында .

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал