6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Кесе эшҡыуарлыҡ аҙналығы үҫеш перспективаларын билдәләйәсәк
11.11.04


       Өфөлә 23 ноябрҙән 26 ноябргә тиклем Кесе эшҡыуарлыҡ аҙн алығы үтәсәк. Уны Башҡортостан Республикаһында 2004 йылға ке се эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы программаһына ярашлы БР Иҡтис ади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығы, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары а ссоциацияһы, БР Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды ой оштора.
       Аҙналыҡ программаһы бик бай булырға оҡшай. Ойоштороусылар
       был сарала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хәлде мөмкин тиклем асыҡ сағылдырырға, үҫеш офоҡтары һәм перспективаларын
       билдәләргә планлаштыра. Форумдың беренсе көнөндә республика ның Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Башҡортостан Республи каһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров менән осраш ыу ваҡытында был өлкәлә эшләүсе предприятиеларҙың үҫеш персп ективаһы йүнәлештәрен тикшерергә ниәтләй.
       Сара үткән көндәрҙә республика күләмендә тиҫтәнән артыҡ
       конкурстар, "Иң йәш йыл директоры" һәм "Ҡатын - ҡыҙ - йыл д иректоры" конкурстарының региональ этаптары үтәсәк. Эшҡыуарл ыҡ берекмәләре һәм республиканың "Студенттар ирекле эшҡыуарл ыҡта" конкурсында ҡатнашыусылар күргәҙмәгә килеүселәр иғтиба рына үҙҙәренең продукцияларын тәҡдим итәсәк.
       Бынан тыш кесе эшҡыуарлыҡтың ауыл шарттарында үҫешеү побл емаларына ла ҙур иғтибар бирелеүе көтөлә. Ошо маҡсатта "Ауыл да кесе эшҡыуарлыҡтың үҫеш стратегияһы" тип исемләнгән ғилми
       - практик конференция үткәрергә планлаштырыла. Был йәһәттән
       алдынғы тәжрибәне билдәләп үтер өсөн "Эшҡыуарлыҡ - 2004" ре спублика күргәҙмәһе сиктәрендә "Халыҡ промыслаларын тергеҙеү , "Иң яҡшы фермер хужалығы" һәм "Ғаилә эшҡыуарлығы" номинаци ялары бүленгән.
       Эшҡыуарлыҡ поблемаларын матбуғатта яҡтыртыуға ла ҙур әһәми әт бирелә. Быға бәйле Аҙналыҡтың һуңғы көнөндә журналистар а раһында эшҡыуарлыҡ үҫеше һорауҙарын сағылдырыу буйынса үткә н конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

Глеб Романов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал