6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Банктар

Проценттар кәмегән һайын, беҙҙең валюта нығый
29.08.03


       Һаҡлыҡ банкыһы 1-2 пунктҡа процент ставкаһын кәметеү тураһы ндағы ҡарарҙы август урталарында ҡабул итә. Әлбиттә, был хәл банк ойошмалары клиенттарына бигүк оҡшап етмәй, әммә бынд ай етди аҙым ыңғай сәбәптәргә нигеҙләнеп яһала.
       Беренсенән, инфляция кәмей төштө, РФ Хөкүмәте күҙаллауынса быйылғы йыл һөҙөмтәләре буйынса ул 12 проценттан ашмаҫҡа те йеш. Һумға ҡарата доллар курсы бер аҙ кәмене, был иһә беҙҙең валютаның нығыныуы тураһында һөйләй. Башҡортостан Һаҡлыҡ банкыһында беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, проц ент ставкалары депозиттарҙың бөтә төрҙәре буйынса кәмемәгән.
       Шул уҡ ваҡытта валюталағы депозиттар буйынса ставкалар артҡ ан. Әлбиттә, процент ставкаларын кәметеү тураһында иғлан итеүгә тиклем депозит асҡан клиенттарҙы бер генә һорау ҡыҙыҡһындыр а : уларҙың аҡсаһына был яңылыҡ нисек йоғонто яһаясаҡ Һаҡл ыҡ банкыһы етәкселеге был йәһәттән борсолмаҫҡа тәҡдим итә.
       18 августҡа тиклем асылған вкладтарға элекке процентар иҫәп ләнәсәк.
       Әйткәндәй, башҡа кредит ойошмалары Һаҡлыҡ банкыһы ҡарарын хупламаған. Уларҙың күпселегендә процент кимәле юғарыраҡ.

Ирина Самойленко.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал