6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тәбиғәт

Күрер күҙгә күркәм, йөрәккә дауа
11.11.04


       Күптән түгел, Өфөнөң Ғафури урамы буйлап китеп барғанда , телеүҙәктән алыҫ түгел, ваҡ ҡына ҡыҙыл емештәр ҡаплаған ҙ ур бер ҡыуаҡлыҡ иғтибарымды йәлеп итте. Башта мин уны ҡыраға й алмағастыр, тип уйлағайным, әммә емештәренә ентекләберәк күҙ һалғандан һуң, алдымда энәлек икәнлеген аңланым һәм бик ҡыуандым. Ниңә ҡыуандым тиһегеҙме Сөнки, беренсенән, был үҫ емлек барлыҡҡа килеү менән ҡалабыҙҙың урам һәм ихаталары баҡ саны хәтерләтә башланы, икенсенән, мин был ҡыуаҡҡа күптән хө рмәт менән ҡарайым, сөнки уның емештәре мине үлемдән ҡотҡарҙ ы, тип әйтһәм дә хаталанмам.
       Эш былай булды. 80 - се йылдар аҙағында минең "моторым" б ирешә башланы. Йөрәк ауыртыуы көндөҙ ҙә, төнөн дә туҡтарға у йламаны, быға аритмия менән ҡан баҫымы артыуы өҫтәлде. Ауыры уҙар гөлләмәһен артабан да дауам итергә мөмкин. Дарыу эсеп, уколдар ҡаҙатып ҡына торҙом. Һәм, бәхетемә ҡаршы, яҙмыш мине
       бына тигән кардиохирург, Башҡорт дәүләт медицина институты доценты Ростислав Петрович Козленко менән осраштырҙы. Ауырыу
       тарихын менән ентекле танышҡандан һуң ул:" Беләһеңме нимә, һин дарыуҙар тураһында онот та, энәлек төнәтмәһе эсә башла. Уны " йөрәк һөтө" тип тә йөрөтәләр", - тине.
       Шул көндө үк мин был үҫемлектең киптерелгән емештәрен һат ып алдым һәм көнөнә берәр стакан эсә башланым. Өс аҙна сама һы үткәс, хәлемдең яҡшырыуын һиҙҙем, ә инде бер өс айҙан ( к үҙ теймәһен) йөрәгемдең ҡайҙалығын да оноттом.
       Бына һиңә энәлек!
       Бындай көслө дауа үләнен ҡабул итә башлауҙан алда врач ме нән кәңәшләшеү мотлаҡ, әлбиттә. Халыҡ медицинаһы китаптарына н уҡып, мин энәлек тураһында тағы түбәндәгеләрҙе лә белдем. Ҡыҙыл энәлекте йөрәк эшмәкәрлеге боҙолғанда, гипертония, сте нокардия, аритмия, дөйөм атеросклероз ауырыуҙары ваҡытында э сергә кәңәш ителә. Импотенциянан, 50 йәште үткән ир - аттарғ а ла ярҙам итә икән. Бынан тыш энәлек емештәре организмды йә шәртеүсе, нығытыусы булараҡ та тәьҫир итә, йоҡоһоҙлоҡ, хатта
       астманан да дауалай.
       Тимәк, энәлек юҡҡа ғына беҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҡулланылған модалы препараттар составына инмәй икән. Боронғо
       Грецияла энәлек ботаҡтарын Гименей михрабына һалғандар, ә с әскәләре менән йәш кәләште биҙәгәндәр. Кельттар өсөн ул ҡыш аллаһы булып иҫәпләнгән.
       Урман йондоҙнамәһе буйынса, энәлек 13 майҙан 9 июнгә тикл ем арауыҡта тыуған кешеләрҙе һаҡлай. Быға өҫтәп мин уны баҡс алағы тере ҡойма тип тә әйтер инем. Унан да уңайлы материалд ы уйлап та табырлыҡ түгел.

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал