6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Рәссамдың тәүге һабағы
09.11.04


       Республика халыҡ ижады үҙәге, "Урал" галереяһында Алекс андр Водянойҙың "Ғүмерҙең 1/90 секунды" тип аталған фотокүрг әҙмәһе асылды. Экспозиция авторы бай стажлы фоторәссам һәм ф отохәбәрсе: "Комсомольская правда в Башкортостане" мөхәррири әтендә эшләгән, уның эштәре шулай уҡ "Известия Башкортостана ", "Рампа", "Республика Башкортостан", "Вечерняя Уфа"баҫмала рында ла йыш күренә. Әлеге ваҡытта ул Башҡортостан Республик аһы Мәғариф министрлығының фотрәссамы вазифаһын башҡара.
       Фотограф һөнәренә Александр Водяной мәктәпте тамамлағас у ҡ килмәгән, башта икенсе һөнәр буйынса белем алған. Әммә 198 2 йылда механика - технолгия колледжында икмәк бешереүселекк ә уҡып сыҡандан һуң, егет фотография шөғөлөн һайлай. Уның т әүге уҡытыусыһы тип атаһын әйтергә була, артабан ул оҫталыҡҡ а фотографтар Сергей Новиков, Сергей Леонтьев, Евгений Вайдн ерҙан өйрәнә.
       - Минең фотоаппаратымдың төшөрөү ваҡыты 1/ 90 секунд, - т ип аңлата экспозиция авторы. - Ҡайһы бер һүрәттәр "Комсомолк а" ҡушыуы буйынса, ҡайһылары урамда, храмдарҙа, ҡунаҡта, сәй
       өҫтәле артында, күргәҙмәләр ваҡытында төшөрөлдө.
       "Ғүмерҙең 1/90 секунды"н ғәҙәти булмаған күргәҙмә тип ат анылар. Быға сәбәп булып күргәҙмәгә килеүселәрҙең фекере күп
       яҡлы булыуы торалыр, моғайын.
       "Күргәҙмә бына тигән. Һәр фотола тормош һиҙелә, яҙмыш күҙ аллана. Фотосәнғәттә артабан да уңыштар теләйбеҙ! Рома һәм Р афаэль".
       "Һеҙҙең ижадығыҙ бер нимәгә лә алып килмәйәсәк. Сәбәбен ү ҙегеҙҙән эҙләгеҙ. Һеҙ бигерәк ябай фотограф. Һәм фотоларығыҙ ҙа тормошсан бер нимә лә юҡ. Сергей, рәссам".
       Александр Водяной - портрет төшөрөүсе фотограф. Кеше, уны ң хис - тойғолары, күңелдәге тойғоларҙың йөҙҙә сағылышы фото графтың иғтибарын йәлеп итеүсе берҙән - бер тема булып торал ыр, моғайын. Үҙе билдәләүенсә, уның ижадында бик күптәрҙең т ормошоноң айырым мәлдәре сағылыш таба. Күргәҙмәгә килеүселәр ҙең береһе Александрҙың эштәрен көнкүреш фотолары тип атаны.
       Ә һуңынан, һүрәттә төшөрөлгән кешене шәхес булараҡ белһәң г енә был портреттар ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра тип өҫтәне. Тик ул ваҡ ытта фоторәссам сәнғәте икенсе планға күсә.
       Күргәҙмәгә килгән профессиональ фоторәссамдарҙың береһе б ылай тине:
       - Беренсе, тәүге персональ күргәҙмә өсөн насар түгел. Әм мә профессиональ күҙлектән сығып ҡарағанда экспозицияны маҡт ай алмайым. Фотоларҙа эске йөкмәтке етеңкерәмәй. Был авторға
       тәжрибә менән киләсәк, әлбиттә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал