6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Татыулыҡ һәм килешеү көнө төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы
09.11.04


       7 ноябрь көнө илебеҙ сираттағы Татыулыҡ һәм Килешеү көн өн билдәләне. Етмеш йылдан ашыу беҙ 7 ноябрь көнөн Бөйөк Окт ябрь социалистик революцияһы байрамы булараҡ билдәләнек. Тын ыслыҡ ( Рәсәй Беренсе донъя һуғышынан сыҡты), ер ( ер дәүләт
       милке тип иғлан ителде һәм крәҫтиәндәргә тапшырылды) тураһ ындағы Декрет, Рәсәй халыҡтарының хоҡуҡ декларацияһын иғлан иткән революцияны барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Һәм был байрам Советта р Союзында иң мөһим байрамдарҙың береһе булып һаналды.
       1996 йылда яңы ил - Рәсәйҙең президенты Борис Ельцин байр амға яңы исем бирҙе, һәм беҙ хәҙер Килешеү һәм Татыулыҡ көнө н билдәләйбеҙ. Октябрь революцияһының әһәмиәте һәм һөҙөмтәлә ре тураһында бәхәстәр һаман да тынмай, был тарихи ваҡиғаға б аһалар ҙа күп төрлө. Эйе, Октябрь революцияһының һөҙөмтәһе б улып ҡанлы граждандар һуғышы, көсләп коллективлаштырыу, сәйә си репрессиялар һәм башҡалар торҙо. Шул уҡ ваҡытта 1917 йылд ың октябрендә булып үткән ваҡиғалар ата - әсәйҙәребеҙ, олата й - оләсәйҙәребеҙ ҡеүәтле индустрия булдырған, фашизмды еңеү гә өлгәшкән, илебеҙҙе емереклектәрҙән тергеҙгән, беренсе бул ып космос киңлектәрен гиҙгән, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән һәм башҡа тарихи иҫтәлектәребеҙҙең бер өлөшө булыуҙан туҡтамай.
       Бөгөн 7 ноябрь рәсәйлеләрҙең бик аҙы өсөн революция байра мы, күпселек уны сәйәсәт итеп түгел, тарих тип белә.
       Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы депутаттары тәҡдим иткән закон
       проекты буйынса 7 ноябрь байрамы - Килешеү һәм Татыулыҡ көн ө урынына Халыҡ берҙәмлеге көнө тип билдәләнәсәк. Ул 4 ноябр ҙә 1612 йылда Мәскәүҙе поляк оккупанттарынан азат итеүгә арн ала. РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Владимир Жириновский
       әйтеүенсә, Килешеү һәм Татыулыҡ көнөнөң бер ниндәй ҙә мәғән әһе юҡ. Дәүләт Думаһы Комитетының хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт
       буйынса рәйесе урынбаҫары Виктор Тюлькин, киреһенсә,Килешеү
       һәм Татыулыҡ көнөн бөтөрөү менән риза түгел.
       Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт м инистрының беренсе урынбаҫары Тамара Пушкарева байрам бөгөнг ө хәлендә һаҡланырға тейеш, сөнки был көн беҙгә тағы бер тап ҡыр Рәсәйҙең яҙмышы, уның ябай булмаған тарихы, илдең үҫеш п роцесы революцион түгел, эволюцион рәүештә булырға тейешлеге
       тураһында уйланырға мөмкинселек бирә, тине ул.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең ҡотлауында
       "7 ноябрь көнө Рәсәй тарихында айырым урын биләп тора. Уны билдәләп, беҙ, беренсе нәүбәттә, Ватаныбыҙ ҡеүәтен булдырған , уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған өлкән быуындар иҫтәлегенә тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Был байр ам барлыҡ сәләмәт көстәрҙең ысын патриотлыҡ нигеҙендә берлә шеүе, быуаттар сигендә илебеҙ тормошонда булып үткән ҙур үҙг әрештәр символы булып тора. Күп милләтле халҡыбыҙҙың берҙәмл еге, татыулығы һәм ойошҡанлығы - бөгөн Рәсәй дәүләтенең хәүе фһеҙлеген нығытыу, илебеҙҙең туҡтауһыҙ алға барыуы өсөн иң м өһиме", - тигәйне. Тап ошо баһа 7 ноябрҙә билдәләнгән байрам дың әһәмиәте тураһындағы бәхәстәргә нөктә ҡуйыр, тип өмөтлән ерәг ҡала. Һәр хәлдә, Дәүләт Думаһы депутаттарының инициатив аһы файҙаға түгел, сөнки улар беҙҙе "Үҙ тарихын онотҡан Иван дарға" тиңләй, ә үҙ тарихыңды онотоу - хәүефле хәл.

Надежда Фартыгина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал