6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тәбиғәт

Ҡарға хаҡында бер нисә һүҙ
09.11.04


       Мин үҙем был ҡоштарҙы ысын патриот булғандары, йәғни ҡыш ын башҡа ҡоштар кеүек йылы яҡҡа осмағандары, ҡышҡы һалҡындар ҙы беҙҙең менән бергә үткәргәндәре, һәм, иң мөһиме, һәр ваҡы т юғарыла булғандары өсөн ихтирам итәм. Ҡарға үҙенең баһаһын
       белә ул, ана бит ниндәй ғорур булып ҡойма өҫтөндә ултыра ул , барыһын да күрә, барыһын да ишетә, үҙенең ҡиәфәте менән са тирик, юморист, хатта ҡайһы бер шағирҙар өсөн дә илһам сыған ағы булып тора. Ҡарғаны мин иң зирәк ҡоштарҙан һанайым, миҫа л эҙләп алыҫ йөрөйһө түгел.
       Минең бер иптәшем ҡарға балаһын бесәй тырнаҡтарынан тарт ып тигәндәй алыуы һәм уны өйөнә алып ҡайтып байтаҡ ваҡыт тәр биәләүе тураһында һөйләне. Бесәй ҡошсоҡтоң ҡойроғон өҙөп алғ ан, ҡанаттары ла зыян күргән, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡош тү гел - атып төшөрөлгән самолет инде. Әммә хәле рәтләнгән һайы н ҡарға балаһы хужаһына эйәләшә бара, бесәй балаһы кеүек арт ынан эйәреп йөрөй башлай. Дөрөҫ, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа етер лек була, өйҙән ҡайһы бер әйберҙәр юғала башлай. Башта алҡал ар юҡҡа сыға, артабан - алтын балдаҡ һәм хатта көмөш ҡалаҡ т а һыу төбөнә төшкәндәй була. Ентекле эҙләүҙәрҙән һуң әйберҙә р шкаф аҫтынан табыла, ошонда уҡ аҙыҡ - түлек тә етерлек ким әлдә йыйылған була. Кем әйтмешләй, донъя хәлен белеп булмай бит.
       Ҡышын ҡарға күп ваҡытын тәҙрә төбөндә уҙғара, ә бер көнө ул тәҙрә аша үҙенең ҡәрҙәштәрен күреп ҡала һәм быялаға бәрг еләнә башлай. Иптәшемә тәҙрәне асыуҙан башҡа сара ҡалмай. Әм мә ҡош бер ҡайҙа ла китергә ашыҡмай. Өлкән дуҫтары менән бер
       аҙ "һөйләшкәндән" һуң ҡарға бая әйтелгән шкаф аҫтынан икмәк
       киҫәге эләктереп тағы тәҙрәгә табан оса. Бер нисә минуттан башҡа ҡарғалар янына барып, күстәнәсен тапшыра. Минең иптәше м ҡарғаны кире ҡайтыр, тип уйламай, әлбитә. Әммә был юлы ла ул яңылыша. Ҡарға шул уҡ маршрутты ҡабатлай һәм икмәк артына н осоп килә. Һәм ошондай хәл көн дә ҡабатлана башлай. Ҡышҡы ауыр ваҡыттарҙа шулай итеп ҡош үҙенең ҡанатлы дуҫтары менән һуңғы киҫәк икмәгенә тиклем бүлешә. Был хәл ҡарғаның һаранлы ғы тураһындағы мифты юҡҡа сығара.
       Яҙ етә. Нығынған, ҡойроғо үҫкән ҡош урамда оҙағыраҡ юғалы п тора башлай. Бер тапҡыр бер аҙнаға юҡҡа сыға һәм кис көнө тәҙрә быялаһына суҡышы менән шаҡып өйҙәгеләрҙе уята. Хужаһы өйҙән сыҡһа, ҡарға көсөк һымаҡ уның артынан эйәрә, һәм яурын ына ҡуна. Шулай икәүләп, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеп йөр өй бирәләр.
       Бер тапҡыр шулай, улар урманда ҡырмыҫҡа иләүе янына барып
       сыға. Ҡапыл ҡарға ҡанаттарын йәйеп иләү өҫтөнә ята, һелкен ергә лә уйламай. Уның тәне буйлап меңләгән ҡырмыҫҡа йөрөй ба шлай. Минең иптәшемдең ҡото оса, әлбиттә. Әммә барыһы ла тәр типтә булып сыға. Ҡырмыҫҡалар уны бары тик төрлө бөжәктәрҙән
       таҙалаған икән.
       Бынан тыш ҡарға барыһынан да, шул иҫәптән эт һәм бесәйҙәр ҙән йорт тирәһен һаҡлай. Ә бер тапҡыр почта таратыусы ҡатынғ а һөжүм итә, һәм уның башына үҙенең көслө суҡышы менән ныҡ ҡ ына эләктерә. Почта таратыусы гәзит һәм хаттар тулы сумкаһын
       ташлап ҡаса.
       Ҡарғаларға бәйле тағы бер хәлде беләм. 70 - се йылдар аҙа ғында "Башкирия" ҡунаҡханаһы бинаһында реклама ҡоролмаһы ур ынлаштырыусы бер төркөм эшселәргә яҡында оя ҡороусы бер көтө ү ҡарға һөжүм итә. Һөҙөмтәлә мыҡты егеттәр эш урынын ташлап ҡасырға мәжбүр була.
       Һәм иң аҙаҡтан үҙем меәнн булған бер хәлде һөйләп үтмәксе мен. Балыҡ тотам. Шәп ҡаба, уха бешерергә лә, ҡурырға ла етә сәк. Тотҡан балығымды эргәгә һала барам. Хәҙер кәмәне йыуырғ а ғына ҡалды, унан инде ҡайтырға ла мөмкин. Бер нисә минутт ан ҡараһам, тотҡан балығымдың береһе лә ҡалмаған. Уның ҡарау ы яҡындағы ағас башында ултырыусы ҡарғаларҙың һәр береһе суҡ ышында берәр балыҡ ялтырай...
       Бына ошолай балыҡ тоттом мин. Әммә ҡарғаларҙы ғәйепләмәйе м. Үҙем асығауыҙ.

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал