6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Ҡорос нисек сыныҡты
05.11.04


       Үҙенең һөнәренә мөкиббән киткән кеше менән аралашҡанда б арлыҡҡа килгән тойғоно ябай һүҙҙәр менән генә аңлатыуы мөмки н түгел. Ул сәғәттәр буйына эше, киләсәккә пландары тураһынд а һөйләй ала. Ә һин уға ҡарайһың һәм уның алдында йәшәүҙең м әғәнәһе тураһында һорау тормағанын аңлайһың. Ул был мәғәнәгә
       күптән эйә булған инде, уның өсөн иң мөһиме - Эше.
       Минең әңгәмәсем - Терехов Владимир Николаевич. Был кешене ң бөтә тормошо металлургия менән бәйле. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе уны ң менән бергә эшләүсе Мельников Анатолий Иванович һәм Садиҡо в Хәниф Фәрит улы тураһында ла әйтергә була. Улар урта быуат
       сере, уның тураһында легенда - риүәйәттәр һаҡланған металл - ҡоросто әҙерләү сере өҫтөндә баш ватҡандар. Булат... Тиме р һәм үтә күренмәле ебәк яулыҡты бер үк еңеллек менән киҫеүс е ҡорос. Һиндостанды, һуңынан Урта Азияны бөтә донъяға данла усы ҡорос. Уның исемендә үк быуаттар сыңы яңғырағандай була.
       ... Моғайын тарихта бер ниндәй материал да бындай романти ка менән уратып алынмағандыр. Боронғо оҫталарҙың булат ҡылыс
       сифатын баһалау буйынса үҙ алымдары булған. Төп критерий б улып ҡылыстың сыңы, йөҙөнөң ныҡлығы һәм тығыҙлығы торған. Ме талл сыңы таҙараҡ яңғыраған һайын уның сифаты ла юғарыраҡ һа налған.
       Булаттың тыуған иле булып Һиндостан һанала. Ун икенсе быу атты һиндтарҙың ҡорал әҙерләү оҫталығы сәскә атҡан ваҡыт тип
       атарға була. Әммә Тимурҙың баҫып алыу походтары ваҡытында ҡ орал яһау оҫталарының күпселеге Бохара, Сәмәрҡәнд ҡалаларына
       сығарыла, һөҙөмтәлә юғары сифатлы ҡоростан ҡорал етештереү үҙәге лә Урта Азияға күсә.
       Йылдар, быуаттар үткән һайын булатты етештереү серҙәре, у нан һалҡын ҡорал эшләү оҫталығы юҡҡа сыға барған. Абруйлы сы ғанаҡтарҙан күренеүенсә, әле ун һигеҙенсе быуаттарҙа Һиндост анда уникаль ҡоростан эшләнгән ҡоралдар унда - бында килеп с ыҡҡылаған әле, әммә унда европалылар килгәндән һуң был серҙә р тотош юғалған, сөнки яңы халыҡ үҙе менән заман технологиял ары алып килә.
       Боронғо сәнғәттең серен асыу бәхетенә билдәле рус металл ургы Павел Петрович Аносов эйә була, йәғни, ун туғыҙынсы быу аттың тәүге яртыһында ул юғары сифатлы ҡорос етештереүҙең яң ы ысулын уйлап таба. Әйткәндәй, Павел Петрович беренселәрҙән
       булып ҡоростоң төҙөлөшөн өйрәнгәндә микроскоп ҡуллана.
       Павел Аносов ысын булат алыуға өлгәшә, быға Златоуст ҡора л заводы етештергән ҡоралдар дәлил булып тора. Завод сығарға н ҡылыстар тимер ҡаҙауҙы сабып өҙгәндә лә, уларҙың йөҙө шул
       килеш ҡалған, Ҡылысты дуға итеп бөгөп тә, ебәк яулыҡты урта лай ҡырыҡып та булған. Тик 1851 йылда, Павел Аносов үлгәндә н һуң, Златоуста ла булат ҡоралдар етештереү яйлап юҡҡа сыға .
       Егерменсе быуат буйына унлаған тикшереүселәр боронғо оҫта ларҙың технологияһын тергеҙергә йәки Аносовтың тәжрибәһен ҡа батларға маташа. Һәм бына оҙайлы эҙләнеүҙәрҙән һуң Өфө оҫтал ары был рецептты тергеҙеүгә өлгәшә.
       - Беҙ был эш менән ауырый башланыҡ, тип әйтергә була, - т ип һөйләй геройҙарыбыҙҙың береһе Терехов Владимир Николаевич . - Тәүге тапҡыр беҙ булат ҡоросто биш йыл элек, 1999 йылда сығарҙыҡ. Әммә ул кешелек быуаттар буйына баш ватҡан ҡорос т үгел ине, сифаты ла бик юғарыларҙан булманы.
       Оҫталарҙың тәүге пробаларын "Практика" фирмаһы белгестәре
       баһалай - бының өсөн уларға Златоустҡа барып ҡайтырға тура килә. "Вердикт"тан һуң эш яңынан ҡайнарға тотона - башланған
       эште аҙағына еткерергә кәрәк бит. Һәм бына күп йыллыҡ хеҙмә ттең уңышлы тамамланыуы асыҡлана.
       Ни өсөн тап булат ҡорос өҫтөндә баш вата оҫталар Заман т ехнологиялары был металды етештерергә мөмкинлек бирмәйме ни
       Металлургия алға атлай, уның мөмкинселектәре бик күп, ҡорос тоң бик күп өлгөләре үҙҙәренең сифаттары буйынса булатҡа яҡы н, әммә уларҙың береһен дә булат ҡорос тип атап булмай.
       - Бөтә донъяға билдәле булған "Золингер" фирмаһы ла көсһө ҙ булып сыҡты: уның белгестәре өс йөҙ йыл дауамында ошо мәсь әлә өҫтөндә баш ватты, - тип дауам итә Владимир Николаевич. - Һәм бына парадокс: иҫ киткес ҡорос ябай, ғәҙәти, барыһына ла таныш материалдарҙан эшләнә икән. Беҙҙең булаттың барлыҡ үҙенсәлектәре лә боронғо ҡорос булаттың сифаттарына тап килә .
       Быны Златоуста ла раҫлайҙар. Яңы өлгөләрен алып, беҙҙең э нтузиастар тағы оҫталар ҡалаһына юл тота һәм күптән көтөлгән
       "Эйе, был тап шул булат!" тигән һүҙҙәрҙе ишетәләр.
       Артабан инде лирикаға урын юҡ, эштең практик яғы асыла. о ҫталарҙың яуапһыҙ ҡалған күп һанлы хаттары, мөрәжәғәттәре иҫ кә төшә. Республиканың Министрҙар кабинетында ла оҫталарҙың мөрәжәғәтенә яуап булмай. Тормошҡа ашырылмаған проекттар кем гә кәрәк һуң
       Бөгөн ижади команда киләсәккә пландар төҙөй.
       - Беҙ яҡшы команда, - тип белдерә Владимир Николаевич, - мин ойоштороу һорауҙарын хәл итәм, Анатолий Иванович - беҙҙе ң "локлмотив", ә Хәниф Фәрит улы - металл эшкәртеү буйынса ҙ ур тәжрибә туплаған оҫта.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал