6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Байҙар ҙа илай
04.11.04


       Ниңә шулайҙыр, әммә йыш ҡына беҙ эстән генә көнләшеп йөр өгән кешебеҙҙең төндәрен мендәргә ҡапланып илауын, һағышланы уы теләйбеҙ. Бәлки был бай, уңышлы, билдәле әҙәмдәрҙе лә ү ҙебеҙ һымаҡ уртаса граждандар итеп күреү теләге менән аңлаты лалыр. Ә бәлки бер кешегә барыһы ла еңел бирелеүе менән риза лаша алмайбыҙҙыр.
       Хәйер, һуңғыһы һәр ваҡыт дөрөҫлөккә тура килә, тип әйтеүе
       хата булыр ине, моғайын. Юғиһә "йондоҙҙар"ҙың шәхси тормошо
       йыш ҡына уңмауын нимә менән аңлатырға була Уларҙың алкогол ь һәм наркотиктар менән мауығыуы тураһында йыш ишеткәнебеҙ бар. Һәм уларҙың эскелеккә бирелерлек сәбәптәре лә етерлек ш ул.
       Һәр кемдең эс сере бар. Билдәле йондоҙҙар" ҙа сәхнә йә экранда ғына аҡ һәм йомшаҡтар, 32 тешен ағартып йылмаялар, ә
       ысынында иһә кемдер бала табыу бәхетенән мәхрүм, ҡайһыныһы йәне һөймәгән ир менән йәшәргә мәжбүр, өсөнсөһөнөң ҡыҙы ауыр ыу һ. б.
       Ә инде "яңы урыҫ" ҡатындары был йәһәттән бөтөнләй айырым тема булып тора. Ниндәй генә психологик ярҙам үҙәген алма, у нда дауаланыусыларҙың 70 - 80 проценты - матди һәм торлаҡ пр облемалары менән йонсомаған ҡатын - ҡыҙҙар. Психологтар билд әләүенсә, ғаиләнең килеме уртаса кимәлдән артмаған, ире мен ән ҡатыны икеһе лә эшләгән хәлдә, уларҙың ғаилә проблемалары
       ла уртаса статистика кимәлендә ҡала. Әгәр ир кеше эшҡыуарлы ҡ менән шөғөлләнергә уйлап, уңыштарға ирешә башлаһа, ғаиләгә
       быға тиклем булмаған проблемаларҙы хәл итергә тура килә.
       Ғәҙәттә тәүге ике йыл эсендә ғаилә яңы фатир, машина, меб ель ала, евроремонт эшләй. Ҡатын бының барыһы өсөн аҡса йыйы рға кәрәкмәгәнлегенә ҡыуана, ир үҙен аҡса табыусы итеп тоя. Нисек кенә сәйер булмаһын, тап ошо мәлдә проблемалар үҙен һи ҙҙерә башлай һәм ғаилә айырылышыуға тәүге аҙымын яһай ҙа инд е. Бының сәбәбе түбәндә: тәүге ваҡытта ғаилә бар ваҡытын көн күреш шарттарын яҡшыртыуға бирә. Ә ҡалғандары, шул иҫәптән х ис - тойғолар ҙа икенсе планға күсә.
       Ринат менән Инна үҙ ваҡытында авиация институтын тамамла ны. Һәм ябай совет инженерҙары исеменә лайыҡ булып, ҙур булм аған эш хаҡына ла риза булып йәшәй башланылар. Был үҙгәртеп ҡороу йылдарынаса дауам итте.
       Ике бала атаһы булғас ( уларҙы нисек тә ашатырға, кейенде рергә кәрәк) Ринат эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә була. Компь ютерҙар һатыуға тотоноп уңа ул. Башта бер нисә тапҡыр отолға н ваҡыты ла була, әлбиттә, әммә хата менән ҡуша тәжрибә лә ү ҙен оҙаҡ көттөрмәй.
       Ниһайәт ҡатынына ҡиммәтле бүләктәр, балаларына сифатлы уй ынсыҡтар һатып алыу мөмкинселегенә эйә булыу оҡшай ине уға.
       Яңы фатир, яңы дуҫтар. Инна эшенән китә. Бәләкәй генә эш ха ҡына бил бөгөү нимәгә уға хәҙер Ул үҙен тулыһынса иренә һәм ғаиләһенә бағышлаясаҡ.
       Ҡатын донъяның бар халыҡтарының билдәле аш - һыуын, тәм -
       томон әҙерләргә өйрәнгәндер, моғайын. Уның өйөндә һәр ваҡы т таҙалыҡ һәм тәртип хөкөм һөрә. Ирен бик ныҡ ярата, уның уң ыштарына һөйөнә. Ринат тулыһынса эшҡыуарлыҡҡа бирелгән кеүек , ул ғаилә усағына башы - аяғы менән сума.
       Тәүге ҡиммәтле әйберҙәр алыу, беренсе тапҡыр сит илдәрҙә йөрөп ҡайтыуҙан ҡәнәғәтлек тойғоһо үткәс, Инна ғаилә механиз мының боҙола башлауын һиҙә. Кисен сәй артында ихлас һөйләше үҙәр юҡҡа сыға, ғаилә менән театр һәм циркка йөрөүҙәр туҡтал а, ир менән ҡатын араһындағы яҡынлыҡ та һыуынды. Кисен эштән
       ҡайтҡас, Ринат Иннаның ярты көн әҙерләгәнен тиҙ генә ашай ҙ а кәнәфиҙә йоҡлап та китә. "Ҡәҙерлем, ғәфү ит, мин шул тикле м арыным..."
       Тиҙҙән "яҡшылыҡ теләүселәр" Иннаға Ринаттың һөйәркәһе бар лығын еткерә. Ғәҙәти ваҡиға. Инна күҙ йәштәре аша иренән был
       хәлде аңлатыуын һорағас, ул Иннаның үҙен аңламауын, сит кеш егә әйләнеүен әйтә.
       Ләйлә иһә иренең генә түгел, улының да үҙенә ҡарата яҡшы ҡарашын юғалтыуға "өлгәшә". Улар Илдар менән институттан һуң
       өйләнешә. Туғандарында йәшәйҙәр, йәш ғаиләне бер ҙә байҙар рәтенә индереп булмай. Руслан тыуғас, Илдар улының мохтажлы ҡта йәшәүен теләмәй һәм эшкә тотона, ниһайәт, бер нисә йылд ан "яңы урыҫ"ҡа әйләнә.
       Илдар эштән ҡайтып телевизор алдына ултырғас, Руслан уның
       янына балаҫҡа ултыра һәм атаһының эштән арыған ҡулдарын һый пай. Сөнки Ләйлә шулай теләй. "Һин атайыңды баһаларға һәм х өрмәт итергә тейешһең. Унһыҙ беҙ бер кем дә түгел", - тип йы ш ҡабатлай әсә. Русландың башына атайыңа оҡшаған хәлдә генә һин был тормошта нимәгәлер өлгәшә аласаҡһың, тигән уйҙы һеңд ерә ул.
       Руслан яҡшы "уҡыусы" булып сыға. Бер тапҡыр ата менән әсә
       улы алдында талашып китә һәм Ләйлә иренә ғаиләһе тураһынд а бөтөнләй уйламайһың, тигән үпкә белдерә. Шул ваҡыт Руслан: "Әсәй, телеңде тый! Һин үҙең бер нимә уйламайһың һәм эшләмәй һең. Ғүмер баҡый өйҙә ултыраһың, ә атай гел эштә", - тип ҡыс ҡыра. Ләйлә иларға тотона, әлбиттә. Тик уның меңәрләгән т апҡыр улына беҙҙең ғаилә бөхетенең тотҡаһы - атайың, тип ҡа батлауына кем ғәйепле һуң
       Бер йылдан Ләйлә ире менән айырылышырға уйлай. Сираттағы талаш ваҡытында ул Илдарға суд аша фатирҙы ғына түгел, бар м өлкәтте лә үҙенә аласағын әйтә. Шул ваҡытта Руслан атаһы яғы на баҫа һәм "Һин бер нимә лә алмаясаҡһың, әсәй. Былар барыһы
       ла атайымдыҡы", - ти.
       Бындай ваҡиғаларҙың иҫәп - хисабы юҡ. Һм иң ҡыҙығы шунда,
       бар ҡатын - ҡыҙҙар ҙа бер үк хата эшләй. Моғайын, профессио наль психолог уларға ярҙам итә алыр ине, әммә уға мөрәжәғәт итеү беҙҙә әлегә тиклем һуңғы сик булып һанала. Психологик я рҙам телефонына шылтыратырға баҙнат итмәгәндәргә психолог Ни колай Михайлович Фроловтың һүҙҙәрен килтерәм:
       - Беренсенән, көнкүрешкә генә бикләнергә ярамай. Һауыт -
       һаба йыйыу машинаһын алыу бик яҡшы эш, әлбиттә, әммә уға то рмошоңдо бағышлау - алйотлоҡ.
       Икенсенән, бойондороҡһоҙлоғоңдо юғалтып, эш ташларға ярам ай ине. Һәр кешенең тормошонда үҙен шәхес булараҡ үҫтергән һ өнәре булырға тейеш.
       Тик күп кенә ҡатын - ҡыҙҙарҙың фажиғәһе түбәндә - күп йылд ар буйы өйҙә ултырыу дауамында улар интеллектуаль һәм рухи я ҡтан ялҡаулана, барыһы ла әкиәттәге һымаҡ үҙенән - үҙе төҙәл еүен теләй.
       "Яңы урыҫтар" араһында ла бәхетле ғаиләләр ҙә етерлек, әл биттә. Бәлки Ләйлә менән Инна ла үҙҙәренең тормошон яҡшы яҡҡ а үҙгәртә алыр. Ә әлегә беҙгә байҙар ҙа илай, тип танырға ту ра килә.

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал