6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Бурысты түләү зарур
04.11.04


       Республика етәкселеге башҡорт предприятиеларында эш хаҡы
       буйынса йыйылған бурыстарҙы түләүгә бәйле һорауҙарҙы хәл ит еүгә арналған бик күп ултырыштар үткәрҙе. Был проблема беҙҙә
       иң көнүҙәктәрҙең береһе һәм уны бер сәғәттә хәл итеү мөмкин
       түгел. Бер ни тиклем алға китеш бар, әлбиттә, әммә шампань шарабы асып "Ура!" ҡысҡырырға иртәрәк әле. БР Дәүләт статис тикаһы Комитеты мәғлүмәттәре буйынса, беренсе октябргә эш ха ҡы буйынса бурыстар 339,2 миллион һум тәшкил иткән.
       - Ағымдағы йылдың июнь айынан башлап эш хаҡы буйынса буры старҙы кәметеү тенденцияһы һиҙелә, - тип билдәләне БР Хөкүмә те Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов. - Июндән сентябрг ә тиклем республикала был бурыс 110,3 миллион һумға, йәғни 2 4 ярым процентҡа кәмегән.
       Был йәһәттән эш хаҡы түләү буйынса күп бурыстары булған ҡайһы бер ойошмалар ярайһы уҡ ҙур эш башҡарған. 220 ойошма э ш хаҡын ваҡытында түләмәүселәр рәтенән төшөп ҡалған. Туған " конторалары"нан үҙҙәренә тейеш эш хаҡын ала алмаусылар һаны ла 39, 5 мең кешегә кәмегән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәл и теүҙе талап итеүсе һорауҙар етерлек, башлыса сәнәғәт предпри ятиеларында эш торошо борсолоу тыуҙыра.
       Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынба ҫары Нур Сәйфуллин әйтеүенсә, был тармаҡ предприятиеларында эш хаҡы түләү буйынса бурыстар күптән көнүҙәк проблемаға әйл әнгән. Быйылғы йылдың 1 октябренә дөйөм сәнәғәт буйынса буры стар 181, 6 миллион һум тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта сентябр ь айында ул 12,8 миллионға ( 6,6 процент) кәмегән. Бөгөнгө к өнгә бурыстарҙан ҡотола алмаусылар араһында машиналар төҙөү һәм металл эшкәртеү предприятиелары (49,3 процент) һәм химия
       һәм нефтехимия сәнәғәтен ( 35,6) айырыуса билдәләп үтергә б ула.
       Йыл башына эш хаҡы буйынса бурыстары булған 113 предприят ие иҫәпләнә ине, бөгөн уларҙың һаны - 76, ә инде тейеш аҡсал арын ала алмаусылар 22,2 меңдән 18,1 меңгә тиклем кәмегән.
       Килеп тыуған хәл осраҡлы түгел, тип белдерҙе Нур Сәйфулли н. Беренсе сентябргә республиканың һәр өсөнсө предприятиеһы рентабелһеҙ эшләй, йәғни үҙенә тотонолған сығымды ла ҡаплай алмай ине. Артта ҡалыусылар араһында башлыса сәнәғәттең төп тармаҡтары буйынса эшләүсе предприятиелар иҫәпләнде. Һөҙөмтә лә ҙур сығымдар, эш хаҡы буйынса бурыстар үҙен оҙаҡ көттөрмә не. Бәләләрҙең икенсе сәбәбе етештереү күләменең түбән булыу ында, предприятиеларҙың күбеһендә дәүләт заказдары юҡ, дебит ор бурыстары ла артҡа һөйрәй, предприятиеларҙың маркетинг сә йәсәтен дә маҡтап булмай.
       Эш хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡаплау тураһында министрлыҡ үҙ е нимә уйлай һуң, ниндәй саралар күрә Проблемалы предприяти е етәкселәре ( "Авангард", "СОМЗ", "Салауатгидромаш", "Витяз ь", "Ишембай махсуслаштырылған химия катализаторҙар заводы")
       менән бер нисә тапҡыр кәңәшмә үткәрелгән. "КумАПП", "Агрома ш", "Электроаппарат", "Башэлектроремонт", "Автокомплект" һәм
       "ТЗГОиА" предприятие етәкселәренең отчеттары тыңланған. "Т отороҡло" түләмәүселәргә әүерелгән предприятиеларҙы финанс һ ауыҡтырыу пландары ревизияһы үткәрелгән. Ведомство - ара коо рдинация советы һәм эш төркөмө ултырыштарында министрлыҡ ҡар амағындағы 15 предприятие начальнигы сығыш яһаған.
       Ҡайһы бер етәкселәр БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрл ығының талаптарына яуапһыҙ ҡалған, бурыстарҙы түләмәү генә т үгел, арттырыу осраҡтары ла булғылай. Һөҙөмтәлә "ЛУКойл - Не фтегазмаш", "Ишембай станоктар төҙөү заводы", "Дәүләкән янғы нға ҡаршы ҡорамалдар заводы" һәм "Ишембай катализаторҙар зав оды" предприятиеларының генераль директорҙары биләгән вазифа ларынан бушатылды. Ыңғай миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән Өфөнөң "Эл ектроаппарат", "УПО "Геофизприбор", Башэлектроремонт", Ишемб айҙың "Нефтемаш", "Витязь", Туймазының "Башҡорт сукно комбин аты", "Туймазы геофизҡорамалдар заводы", Учалының "Лесмаш", Октябрьскийҙың "ЛУКойл - Нефтегазмаш", Дәүләкән янғынға ҡарш ы ҡорамалдар заводы, Күмертауҙың "Баштек" предприятиелары эш селәре алдындағы бурыстарын тулыһынса ҡапланы. Белорет метко мбинаты, Октябрьскийҙың "Автокомплект", "Салауатгидромаш" һә м Туймазы фарфор заводы был бурыстарын ҡыҫҡартты.
       Машиналар төҙөү тураһында һөйләгәндә, Нур Сәйфуллин 89,6 миллион һум бурыстың 90 процентынан ашыуы биш предприятиеға тура килеүен билдәләне. Улар - "СОМЗ - Беркут" ( 1 октябргә 40,6 миллион һум), "КумАПП" ( 21,7), "СОМЗ" (5,6), "Автокомп лект" ( 10) һәм "Салауатгидромаш" ( 3,5). Стәрлетамаҡтың "Ав нгард" предприятиеһы (59,9 миллион һум) һәм Ишембай катализ аторҙар заводы ла ( 4,7) бурыстарын ҡаплап бөтә алмай.
       Хәлдәр, күренеүенсә, бик ҡатмарлы. Докладтар һәм бурыстар ҙы түләп бөтөргә вәғәҙәләр яңғырай, әлбиттә, тик улар күп ва ҡытта һүҙ булып ҡала бирә. Нур Сәйфуллиндың һүҙҙәренә ҡара ғанда, бөгөн сәнәғәт предприятиеларҙың был хәлде төҙәтер өсө н мөмкинселектәре бар. Әммә етәкселәргә быны язанан ҡурҡып т үгел, ә эшселәре алдында яуаплылыҡ тойоп эшләргә кәрәк.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал