6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күргәҙмәләр

Күргәҙмә бәйләнештәрҙе нығытырға ярҙам итә
04.11.04


       "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында йәнлелек һиҙелә - б ында Унынсы Халыҡ - ара махсуслаштырылған "ПродУрал. Упаковк а - 2004" аҙыҡ - түлек тауарҙары, аҙыҡ- түлек сәнәғәте өсөн
       сеймал, төрөү ҡорамалдары һәм материалдары күргәҙмәһе эшләй . Күргәҙмәлә аҙыҡ - түлек, аҙыҡҡа өҫтәмә һәм концентраттар, аш тәмләткестәр, шулай уҡ эшкәртеү, һаҡлау материалдары, з аманса төрөү материалдары ҡуйылған. Мәскәү, Санкт - Петербур г, Һамар, Чебоксар, Омск, Магнитогорск, Ижевск, Краснодар, Ы рымбур, Ҡазан, Екатеринбург, Силәбе, Миәс ҡалалары стендтары
       менән дә танышырға була.
       Башҡортостан предприятиелары ла сарала үҙҙәрен лайыҡлы кү рһәтте. Республиканан ситтә лә билдәле булған "Башҡорт балы"
       фәнни - етештереү үҙәген генә алайыҡ. Был предприятие прод укцияһы Япония, Канада, Бөйөк Британияла ла ҙур һорау менән ҡуланыла. Бында балдан 140 төр продукция етештерелә. Күргәҙм әгә килеүсе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль
       Байдәүләтов, уның урынбаҫарҙары Шамил Вәхитов, БР тышҡы иҡт исади бәйләнештәр һәм сауҙа министры Борис Колбин, БР хеҙмәт
       һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов, ауыл х ужалығы министры Григорий Горобец һәм башҡалар "Башҡорт балы " продукцияһы тултырылан һауыттарҙың үҙенсәлекле булыуын бил дәләне.
       Белгестәр иҫәпләүенсә, "ПродУрал. Упаковка - 2004" күргәҙ мәһе Рәсәй төбәктәренең тауар етештереүселәре һәм уларҙың па ртнерҙары араһындағы бәйләнеште нығытыуға, етештереү кимәлен
       үҫтереүгә һәм продукция сифатын арттырыуға, аҙыҡ - түлек һә м эшкәртеү сәнәғәтенә инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ ит әсәк.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал