6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

Вадим Әбдрәшитов: ысынбарлыҡ киноға ҡарағанда ла ҡурҡыныс
03.11.04


       Өфөлә үткән "Сталкер" кинофестиваленең тәүге көнөндә "Ро дина" кинотеатрында алма төшөрлөк тә урын булманы. Хоҡуҡ һаҡ лау темаһына төшөрөлгән фильмдарҙың тәүгеһе Вадим Әбдрәшитов тың "Магнитные бури" картинаһы булды. Уның менән таныштырырғ а автор үҙе лә килгән.
       Билдәле режиссерҙың Өфө тамашасылары менән осрашыуы йылы һәм дустарса булды. Сеанс башланғанға тиклем Мәскәү ҡунағы к инотеатр фойеһында тамашасылар менән әңгәмәләште, автографт ар таратты.
       - Мин һеҙҙең ҡалағыҙға ҙур теләк менән килдем. Алты йыл э лек мин бында "Время танцора" картинаһы менән булғайным һәм ул килеүем йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға
       һуңғы фильмым - "Магнитные бури" картинаһын тәҡдим итәм. Ул
       - кеше бәхетенең нескәлеге тураһында, - тине Әбдрәшитов. - Белмәгәндәр өсөн әйтәйем, "Сталкер" - ул бик етди башланғыс.
       Бында һеҙ күңелле фильмдар ҡарамаясаҡһығыҙ, күңелегеҙ менән
       ял итергә тура килмәйәсәк. Был картиналарҙың маҡсаты - кеше ләрҙе йәмғиәтебеҙҙең етди проблемаларына йәлеп итеү. Һәм "Ст алкер"ҙың ун йыллыҡ практикаһы күрһәтеүенсә, былар барыһы ла
       юҡҡа ғына эшләнмәй.
       "Сталкер" хоҡуҡ һаҡлау кинофестивале Рәсәйҙә 1995 йылдан башлап үткәрелә. Бөгөн ул илебеҙҙә граждандарҙың хоҡуҡи аңы на мөрәжәғәт итеүсе берҙән - бер фестиваль. "Сталкер" кинема тограф аша гуманизм проблемалары тураһында һөйләй, кешене үҙ
       хоҡуғы өсөн көрәшергә саҡыра.
       Фильмдарҙы күрһәтеү буйынса конкурс Мәскәүҙә йыл да унынс ы декабрҙә, Кеше хоҡуғы көнөн билдәләгәндә, асыла һәм бер а ҙна дауам итә. Быйыл Өфөлә үткән "Сталкер"- кинофестиваль си ктәрендә үткәрелгән хәйриә акцияһы, унда килеүселәр бөгөнгө Рәсәйҙә булған көнүҙәк проблемалар тураһында етди фильмдар ҡ арай ала.
       - Бөгөн беҙҙең кинематограф аяҡҡа баҫыу стадияһында, - тип
       билдәләне фестивалде асҡанда "Сталкер" фестиваленең продюс еры Игорь Степанов, - шуға ҡарамаҫтан, телевидение, кинотеат рҙарҙа башлыса Рәсәй ысынбарлығынан алыҫ булған сит ил фильм дарын күрһәтелә.
       - Илебеҙҙең власть органдары үҙ ҡулдары менән Рәсәйҙең мә ҙәни киңлеген тарайта, - тип уға ҡушылды Вадим Әбдрәшитов. -
       Францияла, мәҫәлән, сит телдәрҙә яҙылған вывескалар ҙа ҡуйм аҫҡа тырышалар, Ҡытайҙа йылына 20 бөртөк сит ил фильмдары кү рһәтелә. Беҙҙән башҡа бар ерҙә лә үҙҙәренең милли мәҙәниәтен
       һаҡлап ҡалырға тырышалар. Барыһы ла аҡсаға барып төртөлә, ә лбиттә. "Сталкер" фестивале - үҙебеҙҙең фильмдарҙы ҡарау, та лантлы режиссерҙарҙы асыҡлау мөмкинселеге ул.
       "Магнитные бури" фильмы ҙур металлургия комбинаты эшләгән
       бәләкәй ҡалала йәшәүселәр тураһында. Юғарыла мөлкәт бүлешә башлайҙар, һәм коллектив ике лагерға бүленә. Төп геройҙың кү ңелендә магнит дауылы ҡотора ла инде. Баш күтәреү һәм тулҡын ланыуҙар уны үҙенә йәлеп итә һәм ҡатыны менән айырылышыуға к илтерә. Заводта был хәлдәр яйлап тамамлана, власть үҙенекен эшләй, ә беҙҙең герой бер нимәһеҙ ҡала - идеалынан, дуҫтарын ан һәм ҡатынынан яҙа.
       Картина уны ҡараусыларҙа төрлө фекер уятты. Кемдер уны би герәк ябай тине, икенселәр, киреһенсә, бер нимә лә аңламаны,
       өсөнсөләр бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел һәм фильм беҙҙе ң ысынбарлыҡты сағылдырмай, тип белдерҙе.
       Фильм тамамланғандан һуң Мәскәү ҡунағы залдан яңғыраған б арлыҡ һорауҙарға ла яуап бирергә тырышты:
       - Был картинаны шунда уҡ тикшереүе ауыр: ысынында иһә ул бик ябай һымаҡ, әммә унда ҡатмарлы темалар күтәрелә. Фильмды ң төп идеяһын мин ике һүҙ менән әйтеп бирә алмайым, әммә мин ең картиналарымдың күбеһе кешеләрҙең бәхетле була алыуҙары, тик уларға нимәлер ҡамасаулауы тураһында. Бындай хәлдең булы уы мөмкин түгел тиеүселәргә булыуы мөмкин тип яуап бирәм, ти к ысынбарлыҡта иһә барыһы ла ҡурҡынысыраҡ...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал