6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар

Террорсылыҡҡа ҡаршы ... "Левша" көрәшә
03.11.04


       Бөгөн террор тураһында яңы тыуған бәпестәр генә белмәйҙ ер, моғайын. Был турала көн һайын гәзиттәрҙә яҙалар, телевид ение - радионан һөйләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, террорсылыҡтын ҡотолоу рецебын әлегә тиклем уйлап табыусы юҡ. Әммә "Левша" рекордтар клубы һеҙҙең менән беҙҙе һаҡлау буйынса тәүге аҙы мдарын яһай.
       Президент Владимир Путиндың террорсылыҡ янауына ҡаршы тор оу өсөн берләшергә саҡырыуына ярашлы, "Левша" "Международное
       шоу рекордсменов "СИЛЬНЫЙ МИР" Бөтә Рәсәй акцияһының иници аторы һәм ойоштороусыһы булып сығыш яһаны.
       Акцияны РФ Эске эштәр министрлығы, шулай уҡ Рәсәйҙең билд әле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәре хуплап ҡаршы алды. Һуңғы лары араһында шахмат буйынса донъя чемпионы Анатолий Карпов,
       Советтар Союзы Геройы летчик - космонавт Алексей Леонов, Рә сәйҙең халыҡ рәссамы Зураб Церетели, Советтар Союзы Геройы, Яҙыусылар союзы ағзаһы Михаил Борисов, Рәсәйҙең халыҡ артисы
       Валентин Дикуль, РФ оборона һәм хәүефһеҙлек буйынса Федерац ия Советы Комитеты ағзаһы Николай Тулаев, РФ Дәүләт Думаһыны ң Хәүефһеҙлек буйынса комитет ағзаһы Геннадий Гудков, билдәл е телетапшырыуҙар алып барыусы һәм гладиатор Владимир Турчин ский ( Динамит) һәм башҡалар бар.
       Рекорд ҡуйыусылар үҙеңде, ғаиләңде һәм Ватаныңды һаҡлау ө сөн физик һәм рухи камиллашыуҙың мөмкин булған юлдарын күрһә тәсәк. Проекттың төп маҡсаты ла ошонан ғибарәт. Шулай уҡ ула р етем балалар, инвалидтар, мәктәп уҡыусылары, студенттар, а ҙ тәьмин ителеүсе халыҡ ҡатламдары өсөн хәйриә сығыштары ойо шторасаҡ.
       Акция ике йыл дауамында: 2004 - 2006 йылдарҙа, Рәсәйҙең 15 6 ҙур ҡалаһында дауам итәсәк. Беренсе этап декабрь айында б ашлана, рекорд ҡуйыусылар биш ҡала - Һарытау, Һамар, Өфө, Пе рмь, Ижевск ҡалаларында булырға ниәтләй. Республикала һәм Өф өлә йәшәүселәр уларҙың сығышын 6 - 7 декабрҙә Өфө Дәүләт цир кында күрә аласаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал