6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Президент Хаты

Президент Хаты үтәләме
01.11.04


       Быйылғы йылдың апрель айында Башҡортостан Президенты Мор таза Рәхимов халыҡҡа һәм БР дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға "За ман яңы ҡарарҙар талап итә ( Республикалағы хәл - торош һәм уның 2004 йылда үҫешенең төп йүнәлештәре)" Хаты менән менән мөрәжәғәт итте. Министрлыҡ, дәүләт комитеттары, ведомстволар , ҡала һәм район хакимиәттәре килешеп һәм маҡсатҡа ярашлы эш ләһен өсөн Премьер - министр Рафаэль Байдәүләтов етәкселеген дәге БР Хөкүмәте быйыл Хаттың төп положениеларын бойомға ашы рыу тураһында комплекслы программаны раҫланы. Республика Йор тонда үткән БР Хөкүмәте ултырышында Башҡортостандың иҡтисади
       үҫеш һәм сәнәғәт министры Валентин Власов уны үтәү барышы м енән таныштырып үтте.
       БР Президенты Хатында бирелгән социаль - иҡтисади сәйәсәт
       приоритеттары хөкүмәт һәм республиканың дәүләт власы органд ары эшмәкәрлеге нигеҙенә һалынды, ә уларҙы тормошҡа ашырыуҙы ң төп механизмы булып, үткән йылдарҙағы кеүек үк, хөкүмәт та рафынан үткән йылдың июлендә раҫланған комплекслы программа торҙо. Ул 74 сараны бойомға ашырыуҙы үҙ эсенә ала һәм өс бүл ектән тора. Башҡарылыу ваҡыттары буйынса саралар түбәндәгесә
       бүленгән: өсөнсө кварталда 35, дүртенсе кварталда - 36 сара ны тормошҡа ашырыу планлаштырыла, өс сара бер йылға иҫәпләнг ән.
       Министр стратегик характерҙағы сараларға айырым иғтибар б үлде. Үҙенең Хатында Мортаза Рәхимов халыҡтың етеш тормошон тәьмин итеү, инвестициялар йәлеп итеү мөмкинселеген һәм Рәсә й һәм халыҡ - ара берекмәлә конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға йүнәлтелгән иҡтисади үҫеш юлдарын билдәләне. Был планда Баш ҡортостандың 2010 йылға тиклем социаль - иҡтисади үҫеш прогр аммаһы айырыуса әһәмиәткә лайыҡ. Ошоға бәйле БР Хөкүмәте про грамма проектын һайлау менән шөғөлләнәсәк дәүләт комплекслы комиссия төҙөнө. Уның составына Хөкүмәт Президиумының барлыҡ
       ағзалары ла инде, комиссияны уның Премьер - министры Рафаэл ь Байдәүләтов етәкләй.
       Президент Хатын үтәү буйынса тағы нимә эшләнгән Хаҡ һәм тарифтарҙы дәүләт көйләүе кимәлен үҙгәртеү концепцияһы раҫла нған. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта беҙҙең халыҡ өсөн сәғ әтенә бер киловатт 73 тин тора. Сығыш яһаусы билдәләүенсә, быйылғы йылдың ғинуар айында тәбиғи газ һәм мазутҡа хаҡ арты уына бәйле хаҡтар 25 - 30 процентҡа артырға тейеш ине. Әммә республика хөкүмәте һәм "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғ иәте күргән саралар арҡаһында, тарифтар күҙалланғандан ике т апҡырға кәмерәк артты ( 15 процент самаһы).
       Республика Йортонда шулай уҡ "Башсельхозтехника" унитар п редприятиеһына бюджет кредиты бүлеү тураһында дүрт ҡарар ҡаб ул ителде. Һөҙөмтәлә предприятие республика бюджеты иҫәбенә финанс лизингы шарттарында техника һатып ала һәм яңырта алас аҡ. Валентин Власов һуңғы ваҡытта лизинг роленең үҫеүен бил дәләне. Ағымдағы йылда ғына беҙҙең регионға 165 миллион һумл ыҡ 168 берәмек ауыл хужалығы техникаһы ҡайтарылған. Ошо уҡ м аҡсатҡа республика бюджетынан йөҙ миллион йүнәлтелгән.
       БР етәкселеге иҡтисадҡа сит ил инвестицияларын йәлеп итеү
       хаҡында ла онотмай, был өлкәне камиллаштырыу өҫтөндә эшләй.
       Был йәһәттән Башҡортостанда сит ил инвестиция эшмәкәрлеге х аҡында республика законына үҙгәрештәр индереү тураһында зако н проекты булдырылған. Ағымдағы айҙың һигеҙендә ул ҡабул ите лде.
       Президент Хатында бюджет һәм һалым сәйәсәте һорауҙарына л а ҙур иғтибар бирелә. Республика башлығы һалым потенциалын а рттырырға, халыҡты тулыһынса һәм сифатлы бюджет хеҙмәтләндер еүҙәре менән тәьмин итергә саҡыра.
       Агросәнәғәт комплексы предприятиеларының түләү һәләтен те ргеҙер өсөн хөкүмәт бурыстарҙы бюджет кредиты буйынса түләү графигы булдырҙы. Дәүләт мөлкәте менән идара итеүҙең һөҙөмтә ле эшләүен күтәреү маҡсатында ошоға ярашлы закон ҡабул ителд е.
       Үҙенең Хатында Президент БДБ һәм сит илдәрҙә республика в әкиллектәрен булдырыуға айырым иғтибар бүлә. Был иғтибарһыҙ ҡалманы: йыл аҙағына тиклем өс вәкиллек асыу ҡаралған
       Халыҡҡа һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә Мор таза Рәхимов бер бүлектә тулыһынса социаль - мәҙәни үҫеш тур аһында һүҙ алып бара. Бында һүҙ килем арттырыу һәм халыҡты э ш менән тәьмин итеү, социаль яҡлау һәм һаулыҡты һаҡлау тураһ ында ла бара. Республиканың мәғариф, мәҙәни һәм рухи потенци алын үҫтереүгә ҙур урын бирелә. Был мәсьәләләрҙе башҡарып сы ғыу өсөн башҡорт хөкүмәте әле ҡаралыу стадияһында булған гра ждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау буйынса саралар тураһында
       закон проекты булдырҙы.
       Бынан тыш ветерандарҙың хәлен яҡшыртыу, балаларҙың һаулығ ын нығытыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул ителде.
       Валентин Власов әлеге ваҡытта килешеү стадияһында булған сараларға айырым иғтибар бүлде. Ҡабул итеү буйынса өҫтәмәләр
       менән улар дүртенсе кварталға күсә. Шуға күрә, дүртенсе ква рталдың дүрт сараһы үтәлеүенә ҡарамаҫтан, яйларға ваҡыт юҡ. "Алты закон проекты, бер Президент Указы, Бр Хөкүмәтенең 15 ҡарары һәм 10 бойороғо һәм өс ведомство норматив акты килеше ү стадияһында тора", - тип билдәләне ул.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал