6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Халыҡ предприятиеның яҡты киләсәгенә ышана
01.11.04


       Баймаҡ машиналар төҙөү заводы коллективы Урал аръяғында бик электән эшләүселәрҙән һанала ( 2003 йылда уға 90 йәш тулды) һәм үҙенең иҡтисадын күтәреү өсөн күп эш башҡара. Быға ағым дағы йыл күрһәткестәре асыҡ дәлил булып тора. Ә бит күптән т үгел генә Баймаҡтың был предприятиеһы бик ауыр хәлдә ине. За вод етәксеһе Марат Брялин билдәләүенсә, завод күптән банкрот лыҡҡа табан бара ине. Бының сәбәптәре лә етерлек: СССР - ҙың
       тарҡалыуы, Рәсәйҙә иҡтисадтың түбән тәгәрәүе, 2000 йылда ет ештереү өлкәһендә оҙайлы туҡталып тороу. Был үҙ сиратында те хник - иҡтисади һәм финанс күрһәткестәрҙә сағыла. Тауар прод укцияһы етештереү 2001 йыл кимәленә 39,9 процент ҡына тәшкил
       итә, ҡойоу продукцияһы сығарыу 31,75 процентҡа тиклем төшә.
       2003 йылдың 1 ғинуарына заводтың 61 миллион 462 мең һум, шу л иҫәптән эш хаҡы түләү буйынса 4 миллион 931 мең һум бурысы
       була. Түләнмәгән бурыстар арҡаһында заводҡа электр энергияһ ы биреүҙе туҡтаталар.
       Ошо шарттарҙа 2003 йылдың февраль башында Башҡортостан Ре спубликаһының Арбитраж суды билдәләүе буйынса, милек менән т ышҡы идара итеү процедураһы индерелә. Марят Брялин етәксе ва зифаһына тәғәйенләнә.
       - Хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр үҙенән - үҙе билдәлән де, - тип һөйләй Марат Фәйзулла улы. - Беренсе сиратта ҡойоу
       продукцияһы етештереүҙе юлға һалыу, заказсылар менән бәйлән ештәрҙе тергеҙеү, эш хаҡы буйынса йыйылған бурыстарҙы түләү,
       коллективты һаҡлап алып ҡалыу, һәм, әлбиттә, дебитор бурыст арын кәметеү буйынса эш алып барыу.
       Етештереү эштәрен юлға һалыуға әҙерлек тышҡы күҙәтеү ваҡ ытында - 2002 йылдың декабрь айында уҡ башлана. Белгестәр һә м завод эшселәре лә ҙур яуаплылыҡ күрһәтә. Был йәһәттән тәжр ибәле етәксе, хеҙмәт ветераны Борис Злищев етәкселегендәге э нергомеханик хеҙмәтләндереү һәм ҡойоу цехы эшселәрен билдәлә п үтеү мотлаҡ.
       Барлыҡ әҙерлек эштәре ситтән средство йәлеп ителмәйенсә б ашҡарыла һәм ғинуар айында завод тәүге продукцияһын сығара. Өс миллион 902 мең һумлыҡ тауар продукцияһы етештерелә. Арта бан да заводтың тотороҡло эшләүе заказсыларҙы йәлеп итә башл ай.
       Заводтың быйылғы йылдың туғыҙ айына эш йомғаҡтарына килгә ндә, бер миллион 474 мең һум килем алынған.
       Марат Фәйзулла улы әйтеүенсә, иң мөһиме - халыҡ предприя тиеның яҡты киләсәгенә ышаныс белдерҙе һәм намыҫ менән эшләр гә, эш урынын юғалтмаҫҡа тырыша.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал