6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Матурлыҡ донъяһында
20.08.03


       Табатчиковтар ғаиләһен икенсе төрлө тегеүселәр һәм сигеүселә р ғаиләһе тип атарға булыр ине. Ул оләсәй Любовь Васильевна,
       уның ҡыҙҙары Татьяна һәм Екатерина Юрьевналар, ейәнсәр Люба шанан тора. Ғаиләлә иң олоһо булараҡ, ижади төркөмгә оләсәй етәкселек ит ә. Ошо ҡатын - ҡыҙҙарҙың оҫта ҡулдары эшләгән әйберҙәр колле кцияһы иртәнән кискә тиклем "Урал" галереяһында үҙҙәре янына
       кешеләрҙе йәлеп итә лә инде. Любовь Васильевна ун һигеҙ йыдан ашыу Нефтекама ҡалаһында һ әм Николо - Березовск ҡасабаһында халыҡты хеҙмәтләндереү пре дприятиеһына етәкселек итә. Ә 2001 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанда н һуң сигеү һәм бәйләү уның иң яратҡан һөнәренә әйләнә. Бына н тыш бешеренеү, баҡсасылыҡ, сәскә үҫтереү менән шөғөлләнер гә лә бик ярата ул. Оләсәйҙең бәлештәре иң тәмлеһе икәнлеген һәр бер ейән белә. Баҡсала ла Любовь Васильевна ял итмәй, әммә унда үҫкән сәскә ләрҙең матурлығын күрһәгеҙ! Тик башҡа оләсәйҙәрҙән айырмалы рәүештә уның сәскәләре түтәл дәрҙә йә иһә гөл һауыттарында ғына түгел, сигеү эштәрендә лә
       балҡый. Уның ҡулдарында ябай ғына сепрәк киҫәге лә сәнғәт ә ҫәренә әйләнә: "Христос храмы", " Ҡышҡы әкиәт", Йәйге натюрм орт" һәм башҡалар. Бына үлән һәм сәскәләр араһында күбәләк т ынып ҡалған, бына оя эргәһенә ҡауҙылар килеп ҡунаҡлаған. Оҫт а ҡулдарҙа энә менән еп бар нәмәне лә һүрәтләргә һәләтле. Любовь Васильевна әйтеүенсә, тәре менән сигеү шул тиклем "йо ғошло ауырыу" булып сыҡҡан, уның менән ике ҡыҙы һәм ейәнсәре
       лә "ауырый"башлаған һәм "унан ҡотолоп булмаҫҡа оҡшай", - ти п өҫтәй ул. "Беҙ хәҙер Пушкин әкиәтендәге ҡыҙҙар кеүек", -- тип көлә Таб атчиковтар, - кистәрен тәҙрә төбөндә сигеү сигәбеҙ". Татьяна Аксенова -- ғаиләлә оло ҡыҙ һәм Николо - Березовка ҡасабаһында халыҡты хеҙмәтләндереү предприятиеһы директоры л а. Көсөргәнешле графикта йәшәүенә ҡарамаҫтан (эш, уҡыу, ғаил ә мәшәҡәттәре), ижад өсөн дә ваҡыт таба ул: миниатюралар -- сәскә букеттары сигә. Екатерина Кузьмина -- Любовь Васильевнаның кесе ҡыҙы. Һөнәре
       буйынса юрист, Нефтекамала "Магик -- 2"фирмаһында эшләй. До стоевскийҙы йөпләп "Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр" тип иҫәпләйЕк атерина Юрьевна һәм буш ваҡытын ошо изге эшкә бағышлай. Любаша Сторожилова --ғаилә династияһында иң йәше һәм талантл ыһы. Ул Николо - Березовка ҡасабаһы урта мәктәбенең етенсе с инфында һәм музыка мәктәбенең художество бүлегенең икенсе с иныфында уҡый. "Ғаиләнең бәләкәс йондоҙсоғо һәм ҙур өмөтө"си геүҙә генә түгел, ағас, таш менән эшләү, һынлы сәнғәттә лә у ңыштары ярайһы ҙур. Мәктәптә һәм район күләмендә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә ҡатнашып призлы урындар яулай был ҡыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал