6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тураһында
29.10.04


       28 октябрҙә Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар ҙың тәүге партияһы хеҙмәт итәсәк урындарына оҙатылды. Был са раға тиклем "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конферен цияһында БР хәрби комиссары Тимофей Азаров менән һөйләшеү о шо темаға арналды.
       План буйынса быйыл көҙ 8100 Башҡортостан егете Рәсәй арм ияһы сафтарына баҫырға тейеш. Республиканың хәрби комиссары билдәләүенсә, саҡырыу, ҡайһы бер яңылыҡтар индерелеүгә ҡарам аҫтан, үҙ көйөнә бара.
       Беренсенән, хәҙер йәш һалдаттарҙы хеҙмәт итеү урынына бары п еткәс түгел, ә йыйылыу пункттарында уҡ кәрәкле кейем менән
       тәьмин итәләр.
       Икенсенән, альтернатив граждандар хеҙмәте тураһындағы зак он үҙ көсөнә инде. Армияла хеҙмәт итеү урынына "гражданка"ла
       эшләү, быға өҫтәп эш хаҡы ла алыу мөмкинлеге тураһында иғла н ителгәс, альтернатив хеҙмәт үтергә теләп ғариза яҙыусылар
       күбәйгәйне. Әммә альтернатив хеҙмәттең барлыҡ нескәлектәре асыҡланғандан һуң күбеһенең был теләге кәмене.
       - Нисек кенә булһа ла армияла һалдат һаҡ аҫтында, уның өс өн яуап биреүсе бар, ашаталар, кейендерәләр. Яҙғы саҡырылыуҙ а альтернатив хеҙмәткә киткәнәдрҙең 30 проценты хеҙмәт итеү урынын ташлап ҡасҡан да инде, - тине Тимофей Азаров. - Хәйер , әле йомғаҡтар яһарға иртә - закон яңыраҡ ҡына үҙ көсөнә ин де.
       Альтернатив хеҙмәт итеү урынын ташлап китеүселәр дөйөм ша рттарҙа хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ.
       Бөгөнгө көнгә Башҡоростан хәрби комиссариаттарында альтер натив хеҙмәт үтергә теләүселерҙән килгән 21 ғариза ята. Ула р барыһы ла ентекле өйрәнеләсәк һәм тикшереләсәк. Билдәле бу лыуынса, аҙ һанлы халыҡ вәкилдәре генә түгел, ә ә диндәре ҡ улға ҡорал алырға рөхсәт итмәгәндәр ҙә хәрби хеҙмәт урынына альтернатив хеҙмәт үтә ала. Һуңғыларының ғаризаһы айырыуса е нтекле тикшереләсәк.
       Һуңғы йылдарҙа армиянан "ҡасып" ҡалыу алымдары күбәйеүе б арыһына ла мәғлүм. Әммә, Башҡортостандың хәрби комиссары бил дәләүенсә, "уклонистар" һаны аҙая бара. Ә инде имен - аман х еҙмәт итеп ҡайтыусылар армияны тормош мәктәбе тип һанай.
       Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, армиянан барыһы ла әйләнеп ҡайта а лмай шул. Тимофей Азаров түбәндәге һандарҙы ла әйтеп үтте: 2 003 йылда хәрби частәрҙә Башҡортостандан 55 кеше һәләк булға н, уларҙың 12 - һе "ҡыҙыу нөктәләрҙә", ҡалғандары ябай частә рҙә баштарын һалған.
       -Үҙҙәренең йәнен үҙҙәре ҡыйыу һәм хәүефһеҙлек техникаһын боҙоу - армияла һәләк булыуҙың төп сәбәптәре ошо, - тине рес публиканың хәрби комиссары. - Хәҙер, ҡыуанысҡа ҡаршы, үлем о сраҡтары аҡрынлдап кәмей һәм тағын да аҙыраҡ буласаҡ: "срочн ик" - саҡырылыусылар хеҙмәт итергә Чечняға ебәрелмәйәсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал