6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Кейәүгә сыға ҡыҙҙар
28.10.04


       - Ишеттеңме әле, Гаврилова ире менән айырылышҡан бит, -
       тип шыбырлай миңә күрше ҡатын, - "яңы урыҫы" үҙенә йәш кенә
       ҡыҙ ыҡай тапҡан ти...
       Мин бер нимә тип тә өндәшмәнем һәм эстән генә, бында эш й әш ҡыҙыҡайҙа түгел, тип уйлай ҡуйҙым. Загс статистикаһы буйы нса, бөгөн 10 йәш ғаиләнең һигеҙе биш йыл да йәшәмәйенсә та рҡала.
       Дуҫ ҡыҙҙарым кейәүгә сығырға ашҡынып торҙо тип әйтә алмай ым. Әммә институттың бишенсе курсын уларҙың күбеһе никах бал дағы тағып ҡаршыланы. Һәм бөгөнгө көнгә уларҙың барыһы ла ти п әйтерлек ире менән айырылышты. Сәбәптәрен мин аңлайым, буғ ай...
       Иҫәп - хисап
       Ленка Гаврилова беҙҙең аранан ирекле яңғыҙаҡ тормош мен ән үҙе теләп хушлашыусыларҙың тәүгеһе булды. Тәүҙә беҙ уны ғ аилә тормошонан бик уңды, тип иҫәпләй торғайныҡ: ул "яңы уры ҫ"ты эләктерҙе һәм тәү осорҙа май эсендәге бөйөр кеүек йәшән е. Ире уға көн дә сәскәләр гөлләмәһе бүләк итә, төрлө презен тацияларға алып йөрөй, ҡиммәтле бүләктәргә күмә ине. Ҡыҙыҡай
       уҡыуын ташлап, өйҙә ултырырға булды. Иренең өҫтөндә һәр ваҡ ыт үтекләнгән күлдәк, Лена бик яҡшы бешеренә, һуңға тиклем й оҡламайынса ирен көтөп ултыра. Шул уҡ ваҡытта үҙен дә бик ҡа рай: солярий, бөҙрәхана, маникюр, педикюр... Һуңынан сәскәл әр диңгеҙе ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты, презентациялар ҙа һирәгерәк үткәрелә башланы күрәһең, ә көн дә арып ҡайтҡан ире ҡатыныны ң бер ҡатлы һорауҙарына асыулана башланы.
       Бер көндө иртә менән ир кеше шкафта үҙенең яратып кейгән аҡ күлдәген тапмай. "Ҡайҙа ул Мин уны бөгөн кейергә уйлағай ным", - тип ҡысҡыра ул. "Мин йыуып өлгөрмәнем, ғәфү ит. Икен сеһен кей". Әммә ул икенсе күлдәк кейергә теләмәй, сөнки тап
       йыуылмаған күлдәк уның яратҡан костюмына тап килә. Ире Лена ға ҡул күтәрә. Һәм ошондай хәлдәр йыш ҡабатлана башлай. Тиҙҙ ән Лена уның эшендә һөйәркәһе барлығын белә. Күҙ йәштәре аш а уның был хәлде аңлатып биреүен талап иткәс, ире Ленаны ҡыу ып сығара.
       Йәшәй - йәшәй өйрәнеп буламы
       Беҙҙең йәмғиәттә һаман да милләт - ара никахтарҙы ҡабул и тмәүселәр бар. Минең класташым Зөһрәне үҫмер сағынан уҡ ата - әсәһе мосолман йолаһы буйынса дуҫтарының улынан ҡолағын те шләтәләр. Егет, дөрөҫөн әйткәндә, матурлығы менән бер ҙә айы рылып тормай: бәләкәй буйлы, йыуантыҡ, ҡыҫыҡ күҙле. Зөһрәнең
       ата - әсәһе, туғандары, яҡындары: "Теләһә кемгә сыҡҡансы, б ыл егеттең теләгенә ҡаршы килмә. Уның холҡо яҡшы, үҙебеҙҙең динде тота. Ситкә йөрөмәйәсәк, балаларыңды ла, үҙеңде лә ҡар ар". Бер һүҙ менән әйткәндә, кеше түгел, торғаны бер хазина инде.
       Оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң Зөһрә өгөтләүҙәргә ризалаша. Ғаи ләһендә лә барыһы ла яҡшы барған кеүек тә була, әммә бер көн дө ул Андрейҙы осрата. Баҡһаң, мөхәббәт ата - әсә фатихаһына н да, һыу менән һауанан да мөһимерәк икән. Зөһрә ире менән а йырылыша, әммә бәләкәс балалы ҡатынды Андрейҙың ата - әсәһе ҡабул итмәй. Һуңынан ишетеүемсә, улар Мәскәүгә күсеп киткән.
       Ғәҙәтме, мөхәббәтме
       Йәштәрҙең бер - береһен алдан белеп өйләнешеүе бәлки яҡшы лыр ҙа. Әммә статистика һәм минең тормош тәжрибәм икенсе төр лө һөйләй.
       Яна менән Артур бер балалар баҡсаһына йөрөй, мәктәптә бер
       парта артында ултыра, дөрөҫ, төрлө институт һайлайҙар, әммә
       уларҙың ҡасан да булһа өйләнешеүҙәре бер кемдә лә шик тыуҙы рмай. Шулай килеп сыға ла. Әммә ғаилә генә килеп сыҡмай. Яна нан ниңә улай булыуын һорағас, ул никахтары беренсе көндән ү к юҡҡа сығырға тейешлеген белдерҙе.
       - Загсҡа бер инсә сәғәт ҡалғас, беҙ талаштыҡ. Сәбәп булып
       сүп - сар биҙрәһен түгергә кемдең сираты булыуын асыҡлау то рҙо.
       Эйе, йәштәр үҙҙәрен бер - береһенән туйған пенсионерҙар к еүек тотҡанда ниндәй бәхетле ғаилә тормошо тураһында һүҙ алы п барырға мөмкин.
       Шулай килеп сыҡты
       Балалар - тормошобоҙ сәскәләре, әлбиттә, әммә улар ҙа өйл әнешеү өсөн сәбәп булып тора алмай. Шуға ҡарамаҫтан, минең ө с класташым һәм ике иптәш ҡыҙым егеттәрен факт алдына ҡуйып кейәүгә сыҡты. Артабан ваҡиғалар бер сценарий буйынса дауам итә: ата - әсәләр һәм туғандар тарафынан шелтә, үпкә белдере ү, ҡатын ирен үҙенең йәшлеген әрәм итеүҙә ғәйепләй, быға бал алар илауы, бысраҡ халаттар, аҡса етмәүе өҫтәлә. Иртәме, һуң мы, әммә бындай никах барыбер бер ваҡыт юҡҡа сыға. Кешеләрсә , шау - шыуһыҙ айырылышһалар ҙа бик һәйбәт.
       Әммә Резеда менән Илдарҙың ғаиләһендәге кеүек балаларҙың
       бер өйҙән икенсе өйгә күсеүе, ә асыулы ата - әсәнең бер - б ереһенең йортона барып тәҙрә ватып йөрөүе лә ихтимал. Нисек кенә булмаһын, бындай ғаиләләрҙә балаларҙың бөтөнләй тип әйт ерлек йылмая белмәүҙәрен танырға тура килә.
       Ваҡыты етте
       Бындай уй утыҙға етеп килеүселәрҙә генә була икән тип уйл арға ярамай. "Башҡа көтөргә ярамай" тигән уй 18 йәшлек сибәр кәйҙең мейеһенә лә һеңгән булыуы ихтимал.
       Минең күршем Инга беренсе курстан уҡ кейәүгә сығыу тураһы нда хыялланды. 23 йәштә уның хыялы бойомға ашты. Быға тиклем
       йәш егеттәр ҡыҙҙың "уйҙарының етдилеген" һиҙеп, уны урап уҙ ырға ашыҡты. 19 йәшлек Андрей иһә тоҙаҡҡа эләкте. Әммә "әсәһ енең улы" туйҙан һуң да әсә итәгенән төшөргә ашыҡманы. Һөҙөм тәлә Ингаға уны тыуған йортона кире ҡайтарып бирергә тура к илде.
       Яңы статус
       Ленка Гончарова хис - тойғоға бирелеүсән, шиғырҙар яратыус ы ҡыҙ ине. Һәм бына ул беҙҙе туйына саҡыра. Буласаҡ ире ... үҙ ғүмерендә күп булһа бер - ике китап уҡыған, гармун уйнап,
       араҡы эсеп кенә күңел асыусы ауыл егете. Лена янында ул айы рыуса тупаҫ булып күренә. Беҙҙең аптыраулы ҡарашыбыҙға Лена:
       "Уның ҡарауы мин ир ҡатыны", - тип кенә яуап бирҙе.
       Ул айырылышҡандан һуң бер кис ултырыуыбыҙҙа минең шиғыр у ҡығанымды ишетеп, Лена көрһөнөп ҡуйҙы ла:"Һин һаман шиғырҙар
       яҙаһыңмы ни әле. Мине ғаилә тормошо һүгенергә генә өйрәтте" , - тине.
       Үс алыу
       Аннушка үҙенә ирҙе ике аҙна эсендә тапты. Был ваҡытта уны
       ташлаған Володя кире ҡайтырға ла әҙер ине инде. Әммә һуң бу лып сыҡты: беҙҙең сибәркәйебеҙҙең бармағында никах балдағы б арлыҡҡа килде. Туғыҙ айҙан Аняның ҡыҙы тыуҙы. Тик Аня үҙенең
       ҡайғыһын араҡы менән йыуа башланы, һоро күҙле, һомғол сибәр кәйҙән һүнгән ҡарашлы, йыуылмаған сәсле ҡатынға әйләнде. Һәм
       нисек кенә сәйер булмаһын, үҙенең бәхетһеҙ яҙмышында ул үҙе н ғәйепле тип һанамай.

Лика Ли
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал