6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Сыңғыҙ Ғәзизов: "Законға ғына түгел, намыҫҡа ла таянам"
26.10.04


       Роза С. "Ғафури" акционерҙар йәмғиәтенән уны штаттар ҡыҫҡары уы буйынса эшенән бушатыуҙарын белгәс, нимә эшләргә лә белмә не. Бәләкәс ҡыҙын яңғыҙ тәрбиәләүсе, фатир һатып алыу өсөн а лынған ссуда бурыстарын яйлап түләүсе ҡатындың ниндәй хәлдә ҡалыуы аңлашылалыр. Әммә С. үҙен ҡулға алып, БР кеше хоҡуҡт ары буйынса вәкилгә ( уполномоченный) мөрәжәғәт итергә көс таба. Һуңғыһы ҡатынға РФ Хеҙмәт кодексының 261 - се статьяһы н , уның буйынса 14 йәшкә тиклем балаһын яңғыҙ тәрбиәләүсе ә сәне эшенән бушатыу мөмкин түгеллеген ентекле аңлата. Ҡатынғ а ул шулай уҡ был осраҡта нисек итеп үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлап ҡ алыу буйынса кәңәштәр бирә.
       Сибай ҡалаһында йәшәүсе К. Зөлфирәне "Сибайский рабочий" гәзитендә бирелгән юғары хаҡҡа техник көмөш һәм башҡа ҡиммәт ле металл һатып алыу тураһында иғлан ҡыҙыҡһындыра. Һәм ул ир е менән бергә сүп - сар өйөмөндә тапҡан деталдәрҙе күрһәтелг ән адрес буйынса алып бара. Адрес буйынса уларҙы... милиция хеҙмәткәрҙәре көтә. Зөлфирәнең иренә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғат ыла. Әгәр ҙә был эшкә кеше хоҡуҡтары бйынса вәкил ҡыҫылмаһа,
       ҡиммәтле металдар йыйыусыға ғәйеплеләр эскәмйәһенә ултырырғ а тура килер ине, моғайын. Вәкил иһә миллиция хеҙмәткәрҙәрен ең был эшен туранан тура провокация тип таба, йәғни, гәзиттә
       ялған иғлан биреп, улар үҙҙәре үк законды боҙоуын раҫлай.
       Ошондай эштәр менән Сыңғыҙ Ғәзизов күп йылдар дауамында, беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһында тәүгеләрҙән булып, һи геҙ йыл элек кеше хоҡуҡтары буйынса институт булдырғандан ал ып, шөғөлләнә. Был вазифаға ул БР Дәүләт Йыйылышы ҡарары мен ән һайланды.
       - Был ваҡыт эсендә 24 меңгә яҡын мөрәжәғәт итеүҙәр булды,
       - тип һөйләй Сыңғыҙ Барый улы. - Күпселегенең проблемаһын хәл итеүгә өлгәштек.
       Әгәр тәүге йылдарҙа балалар пособиеһы, пенсия, эш хаҡын т үләмәү буйынса ялыуҙар күп булһа, бөгөн улар юҡ кимәлендә. Ш улай уҡ эшкә урынлашыу һәм законһыҙ рәүештә эштән бушатылыу һәм башҡа проблемалар менән мөрәжәғәт итеүселәр кәмене. Был үҙгәрештәр беренсе сиратта республикала иҡтисади хәлдең нығы уы тураһында һөйләйҙер, тип уйлайым. Нисек кенә булмаһын, ке ше хоҡуҡтары - беренсе сиратта матди категория. Мәктәптәр, д ауаханалар, торлаҡ төҙөмәйенсә, эш урындары булдырмайынса, б ыға өҫтәп республика ҡаҙнаһы ла тотороҡло булмаһа, гражданд арҙың хоҡуғы хаҡында һүҙ йөрөтөүе мөмкин түгел.

Александр Зиновьев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал