6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күргәҙмәләр

Мәҙәниәт йортонда күсемһеҙ милек ҡалаһы
26.10.04


       Ҡала эсендә ҡала булыуы мөмкинме Эйе, әгәр ул күсемһеҙ миле к ҡалаһы булһа. Ошондай ҡала күптән түгел Өфөлә, ҡаланың Мәҙ әниәт һарайында барлыҡҡа килде, "Күсемһеҙ милек. Көҙ - 2004"
       тип аталған күргәҙмә - йәрминкә барыһы өсөн дә үҙ ишектәрен
       асты. Бында ҡала эсендәге ҡаланың ниндәй ҡыҫылышы бар тиһег еҙме Барыһы ла ябай ғына: күргәҙмәне ойоштороусы "Азимут" күсемһеҙ милек буйынса мәғлүмәт хеҙмәте экспозицияны урамда р, йорттары булған ҡаласыҡ формаһында, бар шарттарына тура к илтереп эшләгән.
       Урамдарҙа төҙөүселәр, риэлторҙар, банктар, компания етәкс еләре, башҡа предприятие һәм фирмалар - күсемһеҙ милек баҙар ында ҡатнашыусылар урынлашҡан. Фатир мәсьәләһен хәл итергә т еләүселәргә был урамдар буйлап мотлаҡ йөрөп сығырға кәрәк. Һ әм һорауығыҙ хәл ителәсәк, ышанығыҙ! Яңы торлаҡ һатып алырға
       теләйһегеҙме Төҙөүселәр урамына рәхим итегеҙ, бында һеҙгә янсығығыҙ ҡалынлығына ҡарап йәнегеҙ теләгәнде тәҡдим итәсә ктәр. Хатта Санкт - Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында ( күргә ҙмәлә уларҙан да вәкилдәр ҡатнаша).
       Аҡсағыҙ икенсел фатир алырға ғына етәме Риэлторҙар һеҙгә
       меңләгән вариант тәҡдим итәсәк. Ошонда уҡ ҡаланан ситтә күс емһеҙ милек һайлай алаһығыҙ. Аҡсағыҙ бүлмә алырлыҡ ҡына, ә һ еҙгә айырым фатир кәрәк икән, банк стендтары эргәһенә барып килегеҙ. Ә улар инде финанс яғы бик үк шәптән булмағанда ла иң отошло вариантты һайларға ярҙам итәсәк.
       Һеҙ йәш һәм ярлы, йәшәргә урынығыҙ юҡмы Өфө хакимиәте сте нды янына яҡыныраҡ килегеҙ, унда йәш өфөлөләрҙе торлаҡ менән
       тәьмин итеү программаһы хаҡында бар мәғлүмәт бирелгән. Әгәр
       һеҙҙе күргәҙмәгә бары тик ҡыҙыҡһыныу алып килгән икән, киң мәғлүмәт сараларының мәғлүмәт стендтары һеҙҙең ҡарамаҡҡа.
       Күргәҙмәлә хоҡуҡи наҙанлығығыңа ҡаршы көрәш асырға ла бул а. Бының өсөн көндәлек тематик семинар, консультация һәм түң әрәк өҫтәлдәр ойошторола.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал