6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эш хаҡы

Эш хаҡын түлә лә, тыныс йоҡла
26.10.04


       Эш хаҡы карьераның ҡайһы баҫҡысында тороуға бәйле булыуы аң лашыла. Әммә бөгөн Башҡортостан етәкселәренең хәле күберәк ү ҙ эшселәренә эш хаҡын ваҡытында түләү - түләмәүҙән тора.
       Республикала бюджет өлкәһендә эш хаҡын түләү буйынса проб лемалар күптән онотолдо тип әйтергә була, әммә иҡтисадтың ре аль секторында улар һаман да һаҡлана әле. Шулай ҙа 2003 йыл башына улар яҡынса миллиард һум тәшкил итһә, бөгөн 339 милли онға тиклем ҡыҫҡарҙы.
       Проблеманы аҙағынаса хәл итеп, вайымһыҙ начальниктарҙы "а ҡылға ултыртыр" өсөн хөкүмәт өгөтләүҙәрҙән ҡырҡа сараларға к үсергә булды. Етәкселәргә тәьҫир итеүҙең төп сараһы - квалиф икациянан мәхрүм итеү. Аңлы рәүештә эш хаҡын тотҡарлаған оср аҡта енәйәт эше асылыуы ла ихтимал.
       Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының дөйөм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Йосопов хәбәр итеүенс ә, һалым һәм статистика хеҙмәттәре, хеҙмәт инспекцияһы, урын дағы үҙидара органдары, судтар, суд приставтары бүлексәләрен ән алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, йыл башынан хҙмәт хаҡын түл әү тураһында законды боҙған өсөн предприятие етәкселәрен адм инистратив яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында 371 ҡарар ҡабул и телгән. 41 кешегә ҡарата административ эш асылған, уларҙың у н бише бер йылға квалификацияһынан мәхрүм ителгән. Прокурор тикшереүҙәре үткән предприятиеларҙа йыл башынан эш хаҡын түл әү буйынса бурыстар 165 миллион һумға кәмегән, ҡайһы берҙәре ндә тулыһынса бөтөрөлгән.
       Ошо уҡ ваҡыт эсендә эш хаҡын тотҡарлау факттары буйынса 5 6 енәйәт эше асылған. Уларҙың утыҙ туғыҙы судҡа ебәрелгән, һ игеҙ эш буйынса тикшереү дауам итә.

Глеб Романов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал