6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Прокуратура

Сығып китте лә ҡайтманы...
26.10.04


       "Хәбәрһеҙ юғалды" тигән фраза һуғыш йылдарын хәтерләтә, сөнк и фронттан тап ошондай һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙҙар килгән. Бөгөн
       иһә туҡталышта йә гәзит биттәрендә ошондай иғлан күҙгә салы нһа ла, уның артында кеше яҙмышы, бәлки кемдеңдер ҡайғыһы то роуы хаҡында уйланмайбыҙ.
       Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү бурысы эске эштәр органдарына
       йөкмәтелгән, енәйәт эше асыу йәки уны туҡтатыу тураһында ҡа рарҙы прокуратура тәфтишсеһе ҡабул итә. Бындай эҙләүҙәрҙең у ңышлы тамамланыуы башлыса уның туғандарының ҡасан эске эштәр
       органдарына мөрәжәғәт итеүенән тора. Өфө транспорт покурату раһының өлкән тәфтишсеһе Денис Зиннәтуллин был йәһәттән түбә ндәге фекерҙәре менән бүлеште:
       - Ҡайһы ваҡыт кешеләрҙең ғәмһеҙлегенә хайран ҡалаһың. Туғ анын йә дуҫын поезд йә самолетҡа ултыртып оҙатып, һуңынан ун ың хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында ике йә өс айҙан һуң хәбәр итеүсе ләр бар. Шулай ҙа йышыраҡ кешеләр яҡындарының яҙмышына битар аф ҡалмай. Юғалыусыларға ҡарата енәйәт ҡылыу осраҡтары ла бу лғылай. Мәҫәлән, 2002 йылдың сентябрь айында милицияға бер ҡ атын мөрәжәғәт итте: ире Әшә ҡалаһынан эшкә китә, әммә смен анан һуң әйләнеп ҡайтмай. 2003 йылдың мартында енәйәт состав ы билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды ( 105 - се статья) . Тикшереү барышында Затонда ( Өфө биҫтәһе) гараждар артында
       табылған билдәһеҙ ир мәйетенең хәбәрһеҙ юғалған ир икәнлеге
       асыҡланды...
       Әммә берәй яҡҡа юл тотоусылар тарафынан яҡындары һәм туға ндары менән бәйләнеште бөтөнләй өҙөү осраҡтары ла бар. Бынд ай ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәттәр асыҡлау урынына көс һәм аҡса түгеп, ошондай яуапһыҙ граждандарҙы эҙләргә мәж бүр. Миҫал артынан алыҫ йөрөйһө түгел. Үткән йылдың декабрь айында Илеш районынан 23 йәшлек егет аҡса эшләргә сығып китә . Был турала туғандарына әйтеүҙе кәрәк тип тапмай. Ата - әс әһе өс көн дауамында уны эҙләгәндән һуң милицияға мөрәжәғәт итә. Ярты йыл эҙләүҙәрҙән һуң егеттең иҫән - һау булыуы, Төм ән өлкәһе ҡалаларының береһендә эшләп йөрөүе асыҡлана.
       Быйылғы йылдың туғыҙ айы эсендә эске эштәр органдары тара фынан хәбәрһеҙ юғалыусылар буйынса туғыҙ эҙләү эше асылған. Ударҙың етәүһе, бәхеткә ҡаршы, иҫән - һау табылған, тағы ике
       кешене эҙләү дауам итә.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал