6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Композиторҙар союзы ҡушыуы буйынса тыуған
20.08.03


       "Ул Композиторҙар союзы ҡушыуы буйынса тыуҙы бит ул, -- тип шаяртты бер таныш режиссер, минең йәш композитор Урал Иҙелба евтан интервью алырға йыйыныуымды белгәс. Аҡыллы, матур, талантлы... Әңгәмә ваҡытында уның йөҙөнән яҡт ы йылмайыу китмәне. Ҡыҙыҡ, ә асыуланған ваҡытта ниндәй икән
       ул -- Тәбиғәтем буйынса йомшаҡмын, айырыуса ҡатын - ҡыҙҙар менә н. Эштә ҡатымын, юғиһә... Тик барыбер ҡатын - ҡыҙҙарға ниндә йҙер ташламалар яһайым. Бала сағым Сибай ҡалаһында тыуҙым. Бер йылдан ғаиләбеҙ Өфөгә күсеп кил де. Баласаҡ йылдары башлыса Баймаҡ һәм Әлшәй райондарындаата й - әсәйебеҙҙең тыуған яҡтарында үтте. Йәйге каникулдарҙы ағ айым менән шунда үткәрә торғайныҡ. Хәтеремдә, өйҙә бәләкәй г енә пианино була торғайны. Атай унда "Варшавянка" кеүек еңел
       генә көйҙәрҙе, йә бейеү көйҙәрен уйнай. Мин уларҙы шунда уҡ
       отоп алып ҡабатлайым. Махсус музыка мәктәбендә уҡыным. Үҫә төшкәс "Битлз", "Зодиак", "Спейс" кеүек популяр төркөмдәр ме нән мауыға башланым, уларҙың музыкаһын ҡабатларға тырыша тор ғайным.
       ӘСӘЙЕМ Әсәйем Гөлфиә Юнысова - Иҙелбаева, шағирә, прфессиональ журн алист. Минең өсөн ул -- ҡатын - ҡыҙ идеалы. Командировкаларғ а йыш йөрөүенә ҡарамаҫтан ул беҙгә, улдарына, һәр ваҡыт иғт ибар еткерә торғайны. Ул нисек барыһына ла өлгөрҙө икән, тип
       аптырайым хәҙер. Ғаилә, эш, йәмәғәт эшмәкәрлеге... Мин атай ым менән бергәләп уны ҡаршыларға аэропортҡа барырға ярата то рғайным. АТАЙЫМ Атайым Мирас Иҙелбаев, профессор, филология фәндәре докторы.
       Әсәйемдең эш менән мәшғүллеген күрһә ( ул йыш ҡына өйҙә яҙы ша торғайны), ул ағайым менән мине алып сығып китә торғайны.
       Ял көнө тура килһә, киноға йә паркка барыр инек. АҒАЙЫМ Ағайым Артур Иҙелбаев, матбуғат йортоноң генераль директоры. Ташып торған энергия уға әсәйемдән күскәндер, моғайын. Хәтер емдә, бәләкәй саҡта ул беҙҙең ихатаның төп ойоштороусыһы бул ды, үҙе тирәләй бар малайҙарҙы йыя ине ул. Беҙҙең үҙебеҙҙең индеецтар клубы бар ине, ҡәбилә башлығы итеп Артурҙы һайланы ҡ. Урамдан үтеүселәрҙе аптыратып, беҙ төрлө төҫлө ҡанаттар т ағып йүгерешеп йөрөй торғайныҡ. Ағайым 20 - се мәктәптә уҡын ы. Мин дә был мәктәпкә күскәс, шуҡлыҡтары тураһында атай - ә сәйгә еткерер тип ҡайғырғанын хәтерләйем, әммә мин уны бер ҡ асан да "һатманым". Мәктәптең комсоргы итеп һайланғас ҡына а ғайымдың холҡо күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Комсомол йый ылыштарын үткәрә торғайны. Ә һуңынан гитараһын ала ла йырлай
       башлай, бөтәһе лә иҫтәре китеп тыңлай, мин уның өсөн шатлан ам. Шул ваҡыттан алып ул гитараһынан айырылмай. Йыш ҡына мәк тәптең үҙешмәкәр концерттарында бергәләп сығыш яһай торған инек: мин пианинола уйнайым, ә ул гитарала. ҠАТЫНЫМ Диләрә -- ул минең дуҫым һәм ярҙамсым... Ул композитор ҙа, й ырсы ла. Мин уға сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ иғтибар итк әйнем. Ун ҡыҙ араһында мин бер егет уҡыным. Ҡыҙҙарҙың минең менән ҡыҙыҡһыныуҙарын күрһәм дә, үҙем уларға бик үк иғтибар
       биреп барманым. Музыка теорияһы бүлегендә уҡый инем, ә был бик ҡатмарлы бүлек. Төп ваҡытымды уҡыуға бирә торғайным. Дил әрә икенсе төркөмдә уҡый. Ул үҙе Стәрлетамаҡтан, әсәһе -- Сә мәрҡәнд өлкәһенән, тимәк, ҡатынымда үзбәк ҡаны ла аға. Дилә рә бик етди ҡыҙ булды. Дуҫ ҡыҙҙары ярҙамында, бергәләп эшләү
       һылтауы менән мин уны бер көнө осрашыуға саҡырҙым. Кис буйы
       беҙҙең һөйләшеү темабыҙ сәнғәт булды. Бер мәлдә ул дуҫ егет е булыуын әйтеп ысҡындырҙы. Минең кәйефем ҡырылды, әлбиттә. Шунан һуң ярты йыл буйы уны яуларға тура килде. Яратыуымды ә әйткәс, ул хатта илап ебәрҙе, ҡыҫҡаһы, оло прблема тыуҙырҙым
       индемин уға. Диләрә - минең ысын мөхәббәтемдер ул. ҠӘЙНӘМ Диләрәнең әсәһе беҙҙең менән йәшәй. Ул бик яҡшы кеше. Бер ни ндәй ғаилә байрамы ла унһыҙ үтмәй. Тәмле бешерә, аралашырға ярата. Беҙ уның менән дуҫ. Мин уны ихтирам итәм һәм яратам, ул да миңә шундай ҡарашталыр тигән өмөттәмен. Һәр хәлдә ул м инең холҡома түҙә: минең ҡайһы ваҡыт төн уртаһында тороп эшл әй башлай торған ғәҙәтем бар. ДУҪТАР Дуҫ -- ул һиңә бер һүҙһеҙ ярҙамға килергә әҙер кеше. Ундайҙа р рәтенә ике - өс кешене индерәм. Мин уларға тәүлектең нинд әй ваҡытында ла шылтырата алам һәм уларға үҙемә ышанған кеүе к ышанам. Үҙем дә уларға бер һүҙһеҙ ярҙам итәсәкмен. Талантл ы хореограф Сергей Андрианов менән бик дуҫбыҙ, күптән бергә эшләйбеҙ, бергә ял итәбеҙ. Музыкант Илья Головченко менән дә
       яҡын дуҫбыҙ тип әйтә алам. "АҠ ЙОНДОҘ" Был төркөмдө мин 1997 йылда төҙөнөм. Хәҙер инде минең "Аҡ йо ндоҙ" исемле студиям бар. Уны булдырыу өсөн аҡсаны интезатор ҙар, акустика аппараттары алып ҡайтып һатып, музыкантарға ко нсультациялар үткәреп эшләргә тура килде. КОМПОЗИТОР Стадионда рекордтар ҡуйырға тейешле спортсмен менән сағыштыр ып булмай уны. Композитор бәләкәй генә майҙанда ла уңышҡа өл гәшә ала. Мин яратҡан эшемә тулыһынса бирелергә тырышам. Баш ҡорт драма театрында эшләүемә икенсе йыл китте. Бында ярайһы
       уҡ көсөргәнешле график, ҡайһы ваҡыт төн уртаһына тиклем улт ырырға тура килә. Шулай ҙа композитор профессияһы йыш ҡына з аказ буйынса эшләү булып күҙ алдына баҫа. Ниндәйҙер ваҡытҡа музыка яҙып өлгөртөргә кәрәк. Һәм был һинең кәйефеңдеңбулыу - булмауына ҡарамаҫтан. Ҡайһы ваҡыт актер һәм режиссерҙар һи нән ниндәйҙер этәргес көс, йүнәлеш көтәләр. Ундай ваҡытта ин де бөтә көсөңдө һалып уларҙың өмөттәрен аҡларға тырышаһың. ҠАТЫН - ҠЫҘҘАР Миңә ҡатын - ҡыҙҙар тураһында һорау бирһәләр мин ғәҙәттә юға лып ҡалам. Улар шундай йән эйәләре... Мин уларға күп нәмәне ғәфү итә алам. Эшлекле ҡатын - ҡыҙҙарҙы хөрмәт итәм. Ундайҙ ар менән рәхәтләнеп эшләйем. Ижади кеше булараҡ ҡатын - ҡыҙ матурлығын баһалай беләм. МӨХӘББӘТ Был күңелдең илерткес мәле! Ғашиҡ кеше башҡаларҙан айырылып тора. Был ауырыу түгел, әммә шунан алыҫ та түгел, сөнки тойғ олар, нервы, йөрәк менән бәйле... Яратҡан кешеңде оҙаҡ ваҡыт
       күҙҙән юғалтып та тойғо ҡала икән, тимәк был ысын мөхәбәт. Ике кеше, ике төрлө холоҡ осрашҡанда ниндәйҙер бер компромис ҡа килә белеү кәрәк. Ир кеше ҡатын - ҡыҙға юл бирә белергә т ейеш, хатта ул хаҡлы булмаған осраҡта ла. Шул ваҡытта мөхәбб әт оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ.
       ТАЛАНТ Был хеҙмәт. Әммә талант - хоҙай бүләге лә, әлбиттә. Уға ҡушы п түҙемлелек, ныҡышмалылыҡ, маҡсатыңа өлгәшәргә тырышыу. КӨНЛӘШЕҮ Минең өсөн был төшөнсә ят. Мин һәр ваҡыт коллегаларым, уларҙ ың хеҙмәте менән ысын күңелдән һоҡланам... Әгәр һин үҙ проф ессияңды һайлауҙа яңылышмағанһың икән, һин көнләшмәйәсәкһең,
       тип уйлайым. КЕЙЕМ Мин уңайлы кейем кейергә яратам. Әммә эш, сәхнә кейемгә ҡара та башҡа ҡараш та талап итә. Шуға күрә мин ҡайһы ваҡыт стили старҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға тырышам. Кейемдең төҫө кәйефе мә ҡарап. ТОРМОШ Бала саҡта ғүмер шул тиклем оҙон кеүек тойола. Күптән түгел төшөмдә мин бала сағым үткән ихатаны, дуҫтарымды күрҙем. Ула р бер ваҡытта ла кире ҡайтмаясаҡ. Йыш ҡына ошондай моңһоу уй ҙар күңелде биләй. Ошо арҡала был тормошта мөмкин тиклем кү берәк өлгөрөп ҡалырға тейешлегеңде аңлайһың да. Шуға күрә бе ҙ Тибет аҡһаҡалдарының кәңәшен тотоп, һәр мәлебеҙҙең ҡәҙерен
       белергә тейешбеҙҙер. ӨЙ Өй минең өсөн бөтәһе лә. Мин үҙемдең өйөмдө бик яратам һәм у нда ғына рәхәтләнеп ял итә алам мин. ПОПУЛЯРЛЫҠ Урам буйлап китеп барғанда һиңә йылмаялар йә хатта һаулыҡ һо рашалар икән, был кеше менән таныш булмағаныңа үкенес тойғоһ о тыуа. ЯҘМЫШ Мин яҙмышҡа ышанам. Һәр кешенең яҙмышы алдан яҙылған. Шулай ҙа үҙең дә ниндәйҙер инициатива күрһәтергә кәрәктер тип уйла йым. Әгәр ҙә яҙмыштан нимәлер һорап, артабан был йүнәлештә ү ҙең дә эшләһәң, теләгәнең мотлаҡ алдыңа киләсәк... Һүрәттәрҙә: Иҙелбаевар ғаиләһе (Урал - һулда), композитор ин струмент артында.

Зил? Камилл.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал