6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Күсмә ултырыштарҙың файҙаһы ҙур
26.10.04


       Республика Советының күсмә ултырышында урындағы власть һәм үҙидара органдарының эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа үҫеше буйынса эшм әкәрлек үҫешенә ҡағылышлы мөһим һорауҙар тикшерелде.
       Рсепублика Советын булдырыу тураһында ҡарар үткән йыл ҡаб ул ителгәйне. Ул БР Президенты ҡарамағындағы, республика Хөк үмәте, республиканың башҡарма власть органдары һәм урындағы башҡарма власть органдары араһында килешеүҙе тәьмин итеүсе о рган булып тора. Әйткәндәй, Совет эшмәкәрлеге составы һәм тә ртибен Башҡортостан Президенты билдәләй. Был составтың бик т өплө булыуын да әйтеп үтергә кәрәк, унда Башҡортостан Презид енты, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе, БР Хөкүмәте Прем ьер - министры, төрлө министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары, ҡ ала һәм район хакимиәте башлыҡтары һ. б инә.
       Үткән шәмбе көнө Башҡортостандың сәйәси бомонды дүрт райо нда - Борай, Балтас, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында булып, ундағы предприятиеларҙың эше менән танышты.
       Иртә менән Республика Йортонда был мөһим сараның пленар ө лөшө үтте. Артабан Советта ҡатнашыусылар Борай районына таба н юл алды. Район үҙәге майҙанында райондың сауҙа предприятие лары, райпо һәм эшҡыуарҙар етештергән тауарҙар күргәҙмәһе үт те.
       Билдәләп үтергә кәрәк, әйтелгән һәр бер районда ултырышта
       ҡатнашыусылар Башҡортостан ҡулланыусылар союзы системаһына ингән предприятиеларҙа туҡталды. Һәм был осраҡлы түгел. Һуңғ ы өс йылда был тармаҡта етди проблемалар барлыҡҡа килгәйне, һөҙөмтә булараҡ, ҡулланыусылар кооперациялары бер - бер арт лы үҙ позицияларын ҡалдыра башланы.
       Һәм бына быйыл был тенденция туҡтатылды тип әйтергә була.
       Бөгөн Башҡортостан ҡулланыусылар союзы аҡрынлап яңы иҡтисад и шарттарға яраҡлаша башланы. Тәүге ыңғай йомғаҡтар ҙа бар. Борай районында, мәҫәлән, халыҡтан ҡаҙ ите һатып алыуҙы ойош тороп ебәрҙеләр. Йыл да яҙ көнө ҡулланыусылар йәмғиәте ҡаҙ б әпкәләре һатып алып, бушлай халыҡҡа өләшә. Ә көҙөн үҫтерелгә н ҡаҙҙарҙың яртыһы кире ҡулланыусылар йәмғиәтенә тапшырыла.
       Республика Советы артабан Балтас районына юл тотто. Усман
       ауылында улар шәхси эшҡыуар Шәйхәттаровтың "Замок" ҡунаҡхан а комплексында туҡталды. Һуңынан ҡунаҡтар район үҙәгендә янғ ынға ҡаршы көрәш бүлеге менән танышырға, урындағы һыра бары һәм "Балтас" кафеһында булырға теләк белдерҙе.
       Тәтешлелә ҡунаҡтар иғтибарына урындағы ҡулланыусылар кооп ерацияһы предприятиелары - 2 - се аҙыҡ - түлек магазины, уни вермаг, "Мостафа" шәхси магазины һәм "Осрашыу" кафеһы эшмәкә рлеге менән танышырға тәҡдим ителде.
       Яңауыл районында Республика Советы ағзалары үҙәк баҙарҙа,
       ырҙын табағында, ҡатнаш аҙыҡ етештереү заводында туҡталды.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал