6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Лилиә Сәхәбүтдинова. 26.10.2004 1 Оло юбилей Ҡыҙҙар тауында дауам итте
26.10.04


       Үткән ял көндәре моңайырға ваҡыт булманы. Халыҡ шағиры Моста й Кәримдең юбилей байрамы уынң тыуған яғы - Шишмә районында дауам итте. Тантанала БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫ ары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов, БР
       Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаев, Рәсәй Яҙыусыл ар союзы рәйестәше Валентин Сорокин, Сыуашстандың профессион аль яҙыусылар идараһы рәйесе Валерий Тургай һәм башҡалар ҙа ҡатнашты.
       Келәш ауылында Мостай Кәримде уны яҡташтары ҡаршы алды. М әктәпкә табан барған юлда туҡтап, ҡунаҡтар "Илһам" ҡойоһонда
       туҡтап һыуһындарын ҡандырҙы.
       Мәктәп тупһаһында юбилярҙы уҡыусылар көтә ине инде. Уларҙ ың тәбрик һүҙҙәренән һуң шағир башҡа ҡәләмдәш дуҫтары менән бергә мәктәп ихатаһында ағастар ултыртты.
       Мәктәптең һәр бер бүлмәһенән Мостай рухы бөркөлгән төҫлө.
       Музейҙа, мәҫәлән, шағирҙың тормошона бағышланған материалда р ҙур урын алған. Бында уның тәүге китаптары, фотолары, комс омол билеты һаҡлана.
       Ҡунаҡтар өсөн иң хәтерҙә ҡалғаны, моғайын, Ҡыҙҙар тауында
       үткән байрам булғандыр. Мостафа Сафа улы йәш саҡтарында бын да килергә яратҡан. Ҡыҙҙар тауы ауылдан саҡрым ярым арала ур ынлашҡан. Ҡунаҡтар килеүенә келәштәр бик ентекле әҙерләнгән,
       ә тәбиғәт иһә Ҡыҙҙар тауын ап - аҡ ҡар менән биҙәгән ине.
       - Бөйөк халыҡ улының байрамында ҡатнашыуыма бик шатмын, -
       тип шатлығы менән уртаҡлаша Сыуашстандың халыҡ шағиры Валер ий Турғай. - Республикала уны нисек яратыуҙарын үҙ күҙем мен ән күреүем өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
       Валерий Турғай ғына түгел, барыһы ла халыҡ шағирын тыуҙы рған был урында үҙ эҙҙәрен ҡалдырыуына бик шат ине. Мостай Кәрим иһә был йәһәттән дә үҙ һүҙҙәрен әйтте: "Һеҙ, ҡунаҡтар,
       ҡайтышҡас, мин һеҙҙең эҙҙәрегеҙгә ҡарап, үҙемдең юбилейымды
       хәтерләрмен".
       Осрашыуҙың кульминацияһы булып һигеҙ метрлы "Дуҫлыҡ усағы "н яндырыу торҙо.

Юбилейҙар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал