6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Экология

Экологик хәүефһеҙлек үҙебеҙҙең ҡулда
26.10.04


       Диоксиндар менән тәүгә беҙҙең республика үткән быуаттың 90 -
       сы йылдар башында осрашты. Маңлайға - маңлай бәрелеште тиһә к дә була, быға сәбәп булып ҙур сәнәғәт предприятиеларында техноген авариялар торҙо. Ул ваҡытта был турала гәзит - журн алдарҙа күп яҙылды, күп һөйләнелде, бөгөн иһә был тема онот ола төштө. Шуға ҡарамаҫтан диоксиндар проблемаһы кәмемәне, с өнки был ҡушылмалар экология һәм дөйөм тереклек өсөн хәүеф т ыуҙырыуҙан туҡтамай.
       Йәмәғәтселектең хәтеренә был турала химия фәндәре кандид аты, Башҡортостандың экология йәһәтенән ғилми - тикшеренеү
       үҙәге директоры Эдуард Круглов төшөрҙө. Бөтә Рәсәй журналис тар ассамблеяһы сиктәрендә "Тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылы" т емаһына үткәрелгән "түңәрәк өҫтәл" кәңәшмәһендә ғалим диокси ндар һәм уларға ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеү тураһында д оклад менән сығыш яһаны. Диоксиндар - химия, металлургия, эл ектротехника һәм башҡа тармаҡтарҙа сәнәғәт һәм башҡа сүп - с ар яндырғанда барлыҡҡа килә. Уларҙың иң ҙур бәләһе - кеше о рганизмында оҙаҡ һаҡланыуы. Әсә һөтө менән улар яңы тыуған б алалар организмына ла ҙур күләмдә эләгә.
       Диоксиндар проблемаһы асыҡланғас уҡ Башҡортостанда эколог ик үҙәк төҙөлдө. Уға БР биләмәләрендә диоксиндарҙы контролдә
       тотоу бурысы йөкмәтелде. Был йәһәттән эштең бик күп булыуы н әйтеп үтергә кәрәк. Өфө менән Стәрлетамаҡ ҡалалары айырыус а етди хәүеф тыуҙырҙы. "Химпром" биләмәһе ер шарында иң быср аҡ урын тип танылды, ә "Каустик"та эшләүсе бер нисә ҡатындың
       күкрәк һөтөндәге диоксин кимәле шулай уҡ беҙҙе донъяла бере нсе урынға сығарҙы. Артабан һуҙырға ярамай ине. Республикала
       кәрәкле саралар комплексы, шул иҫәптән "Диоксин" программаһ ы булдырылды.
       Әммә, тип билдәләне Эдуард Круглов, диоксин таралыуы менә н барлыҡҡа килгән проблемаларҙы төбәк проблемаһы тип кенә ҡа рарға ярамай. Был турала түбәндәге факт та һөйләй. 2002 йылд а 148 ил, шул иҫәптән Рәсәй ҙә, тотороҡло органик бысраныуҙа р хаҡында Стокгольм конвенцияһына ҡул ҡуйҙы. Унда диоксиндар
       проблемаларына айырым иғтибар бирелә.
       Бындай проблемалар беҙҙә етерлек, шулай уҡ быны танырлыҡ ҡыйыулыҡ та бар. Ә илдең 10 - 15 субъектында, ғалимдар раҫла уынса, диоксиндар проблемаһы шулай уҡ киҫкен тороуына ҡарам аҫтан ,был турала ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында һөйләнелмәй. Шул уҡ Мәскәүҙе алайыҡ. Унда диоксиндар, уларҙың халыҡ һаулы ғына тәьҫире тураһында мәғлүмәтте эҙләп табырлыҡ түгел. Шунд ай уҡ картина Волгоград, Пермь, Екатеринбург һәм башҡа ҡалал арҙа ла күҙәтелә.
       Беҙ беренселәрҙән булып ҡатмарлы һорауҙарҙы күтәреп сыҡты ҡ, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләнек. Был барлыҡ проблемала рҙың юҡҡа сығыуын аңлатмай, әлбиттә, әммә беҙҙең ғилми йәмәғ әтселек ябай күҙәтеүселәрҙән төбәктең экологик хәүефһеҙлеге 3q3m әүҙем көрәшеүселәр рәтенә баҫты.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал