6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Эльвира Хәйретдинованың орган музыкаһын ғаиләләр кинәнеп тың ланы
26.10.04


       Башҡорт дәүләт филармонияһы ғаиләләр өсөн йәкшәмбе концертта р үткәрәсәге тураһында күптән иғлан иткәйне инде. Һәм бына к исә Орган залында тәүге ошондай концерт булып үтте.
       Бындай сығыштарҙың үҙенсәлеге булып уларҙың көндөҙ үтеүе
       тора, сөнки концерттар өлкәндәр өсөн генә түгел, күберәк бә ләкәс тамашасыларға тәғәйенләнгән.
       Концерттың төп героиняһы булып Эльвира Хәйретдинова торҙо . Ул Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһын тамамлаға н, артабан Ҡазан дәүләт консерваторияһында билдәле профессор
       Рубин Абдуллин класында орган буйынса ассистентура үткән. Э львираның уҡытыусылары араһында бөтә донъяға билдәле орган сәнғәте оҫталары Мишель Шапюи ( Франция), Ада ван Слевена ( Германия), Зигмунд Сатмари ( Германия) бар. Ә инде 1997 йылд ан башлап Эльвира Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы.
       Концерттың тағы бер үҙенсәлеге булып музыка тарихына экс курс, гениаль композиторҙар менән танышыу тора. Бәләкәс тама шасылар концертты бик ҡыҙыҡһынып ҡараны һәм ҙур теләк менән музыка донъяһына сәйәхәт итте.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал