6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Владимир Жерехов. 20.10.2004 1 Хыялдар тормошҡа ашҡанда
21.10.04


       Өфө дәүләт сәнғәт академияһының уҡыу залында ошо көндә рҙә күренекле педагог, профессор, Рәсәй Федерацияһы юғары мә ктәбенең атҡаҙанған эшмәкәре, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимованың сығарылыусылары йыйылды.
       ... Ярты быуат элек йәш Фәрдүнә элек театр училищеһы, бөг өн академияның төп корпусы урынлашҡан Дворяндар йыйылышы бин аһына йыш ҡына килә торған була. Актриса булыу хыялы ниһайәт
       бойомға аша. Фәрдүнә ГИТИСтың башҡорт төркөмөнә эләгә, һәм Станиславскийҙың уҡыусылары, был Мәскәү вузы педагогтары уға
       артабанғы ижад өсөн бик яҡшы нигеҙ һала.
       Кисәлә Нальчиктан килгән телеграмма уҡып ишеттерелде. Фәр дүнәне тормош иптәше ошо ҡалаға алып китә һәм бындағы драмте атрҙа ул тәүге ролен башҡара. Әммә Ҡасимоваға икенсе роль - беҙҙең республиканың театр педагогикаһы тарихын тыуҙырырға я ҙған була.
       Бөгөн театр факультетының дүрттән бер өлөшө - уның уҡыусы лары. Юбилей кисәһе Өфөнөң барлыҡ театры вәкилдәрен йыйҙы, у ларҙың һәр береһендә актер, режиссер, директор булып уның уҡ ыусылары эшләй.
       Ҡотлау һәм бүләктәр менән сәхнәгә республиканың башҡа ҡал а театрҙары вәкилдәре лә сыҡты. Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының педаго гик эшмәкәрлеге сәнғәт академияһы менән генә сикләнеп ҡалмай . Ул бер нисә тапҡыр Туймазы, Стәрлетамаҡтағы сығарылыусылар ына ла барып, уларға сәхнәгә сығырға ярҙам итә. Үҙе иһә режи ссер булараҡ сығыш яһай.
       Юбилей кисәһендә Татарстандан килгән ҡунаҡтар, Ҡасимованы ң Коми, Удмуртия, Ырымбурҙа, башҡа ҡалаларҙа йәшәүсе сығарыл ыусылары ла килгән ине. Уларҙың ҡотлауҙарына БР Театр эшмәкә рҙәре союзы һәм Театрҙар кабинеты ҡушылды - Мәскәүҙән уның р әйесе, билдәле актер Калягиндың ҡотлау телеграммаһы килде.

Шәхес ( персона)
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал