6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Ауыл халҡы байрам итә
18.10.04


       Крәҫтиән халҡының яҙмышы шундай инде ул, яҙҙан ҡара кө ҙгә тиклем көнө - төнө, алһыҙ - ялһыҙ бил бөгөргә тура килә.
       Сәсеү, эшкәртеү һәм йыйып алыу эштәре - иң мөһим бурыстарҙ ың береһе. Хатта үҙҙәренең профессиональ байрамдарын да ауыл
       эшсәндәре ял көнө билдәләй. Быйыл, мәҫәлән, тантана шәмбегә
       тура килде.
       Быйылғы яҙҙың республика халҡы аҙыҡ - түлек менән кәрәкле
       кимәлдә тәьмин ителмәйәсәк тигән күңелһеҙ күҙаллауҙары аҡла нманы. Был ғына ла түгел, Башҡортостан игенселәре быйылғы ҡо ро килгән йәй өсөн бик яҡшы уңыш йыйып алды. Үткән йылдағы к еүек үк, йыйылған иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым кү ләме дүрт миллион тоннаға яҡынлашты, был республикала йәшәүс е бер кешегә бер тонна иген әҙерләнгән тигән һүҙ.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, быйылғы уңыш халыҡты ғына түгел, икмәк бешереү һәм кондитер сәнәғәте предприятиеларын тәьмин итеүгә, орлоҡҡа, быға тиклем республика ҡаҙнаһынан бүленгән кредиттарҙы ҡайтарырға, шулай уҡ малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ өлкәһ ен иген менән тәьмин итергә лә етәсәк. Бынан тыш ауыл эшсәнд әренең артып ҡалған игенде теләүселәргә һатырға ла хоҡуҡтары
       бар. Игендең сифаты бик яҡшы булыуын да билдәләп үтергә кәр әк.
       Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре шәк әр сөгөлдөрө һәм көнбағыш менән бар эшкәртеү предприятиелары н да тәьмин итә аласаҡ. Был турала ышаныс менән белдерерәг б ула, сөнки әйтелгән техник культуралар үткән йыл менән сағыш тырғанда байтаҡҡа күберәк йыйып алынған.
       Республика халҡына ит, һөт, йәшелсә менән тәьмин ителеш й әһәтенән дә борсолорға түгел. Һөт тә етерлек, мал аҙығы ла п ланда ҡаралғандан артығыраҡ әҙерләнгән.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, быйыл ауыл хужалығы тауарҙары ете штереүселәр генә түгел, эшкәртеүселәр ҙә үҙҙәренең финанс хә лен яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинселегенә эйә. Шуныһы ҡыуаныслы,
       был беҙҙең янсыҡҡа бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк. Күҙаллауҙ арға ҡарағанда, икмәк изделиеларына, шәкәр һәм көнбағыш майы на хаҡтар артмаясаҡ.
       Профессиональ байрамға иң яҡшы бүләк булып Мәскәүҙә үткән
       "Алтын көҙ" Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе һөҙөмтәләре булды. Унда беҙҙекеләр 85 награда яуланы, уларҙың 52 - һе - алтын миҙал.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал