6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Дефолт үткәнгә биш йыл тулды
21.08.03


       Рәсәйҙә булып үткән ҡот осҡос финанс көрсөккә 5 йыл тулды . Күҙ йомоп асҡан арала тиерлек Рәсәй милли валютаһы 2,5 тапҡырға "ябыҡты". Иҫтә ҡалған 1998 йылдың 29 авгусынан алып 9 сентябргә тиклем арала ғына долар курсы һумға ҡара та 2,64 тапҡырға үҫте. Был күренеш нимә менән аңлатылды һуң Ул заманда бер генә
       проблема бар ине: тышҡы дәүләт бурысын түләүгә аҡса ете шмәүе. Ошо сетереле хәлдән сығыу өсөн РФ Хөкүмәте үҙен тү ләүгә һәләтһеҙ тип иғлан итте.
       Бөгөн көрсөк эҙемтәләрен йырып сыҡҡандан һуң яңы дефол т янамаймы икән беҙгә РФ Президентының дефолт ваҡытында ғы иҡтисади советнигы Александр Лившиц раҫлауынса, әлег е ваҡытта иҡтисади көрсөккә ымлаусы күрһәткестәр күҙәтелм әй. Аргумент рәүешендә ул бына ошондай факторҙар килтерә:
       сәйәси тотороҡлолоҡ, бюджет профициты, бурысҡа алып торо уҙың түбән кимәле һәм алтын валютаһы запастарының етерлек
       булыуы.
       Бөгөн ул саҡтағы 6,6 процент бюджет дефициты урынына ки лемдең сығымдарҙан 5-6 процентҡа артыуы күҙәтелә. Финан с министрлығы белешмәһенә ярашлы, 2000 йылдың башынан Рә сәйҙең тышҡы бурысы 123,5 миллиард долларға тиклем кәм егән. Ә бит был һан 158,4 миллиард ине. Берҙән-бер хәүефһ еҙләндергән мәсьәлә - Рәсәй бюджетының нефть хаҡына тур ана-тура бәйле булыуы. Прогноздар менән берәй яңылышлыҡ к илеп сыҡһа - тағы ла аҡса эҙләргә тура киләсәк. 2002 йылдың декабрь айында Рәсәйҙәге финанс көрсөк тураһы нда Президент Владимир Путин былай тине:" Яңы дефолт илеб еҙгә янамай, сөнки тулайым эске продукттың тышҡы бурысы 1 30 проценттан 40-ҡа тиклем кәмене. Киләһе йыл ул 35 проце нтҡа ҡаласаҡ. Был күрһәткес Европа союзына ингән үҫешкән илдәрҙәгенән күпкә түбәнерәк. Унда ул 60 процент тәшкил и тә".
       Ағымдағы йылдың 7-11 авгусында үткәрелгән һорауҙарға яр ашлы рәсәйлеләрҙең 78 проценты яҡын арала беҙгә финанс кө рсөгө янамай тип иҫәпләй. Респонденттарҙың 17 проценты иһ ә кире фекерҙә.

Владимир Шакиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал