6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Байрамдар

Мостай Кәримдең юбилейына бөтә республика әҙерләнә
15.10.04


       Республика йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры, СССР,
       РСФСР һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт п ремиялары лауреаты, Ленин премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙ мәт Геройы, йәмғиәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 85 йәшлек юбиле й сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетыны ң кәңәшмәһе үтте.
       Кәңәшмәне БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүлә тов алып барҙы. БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, Б ашҡортостандың мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры, ойошторо у комитеты рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов үҙенең сығышынд а юбилей сараларын үткәреү буйынса ҙур эш башҡарылғанын билд әләне. Уның һүҙҙәре буйынса, әлеге ваҡытта республиканың ҡал а һәм райондарында урта махсус белем биреү, дөйөм белем бир еү учреждениелары, китапханаларҙа халыҡ шағиры Мостай Кәримд ең 85 йыллыҡ юбилейына арналған күп һанлы саралар үтә. Улар араһында - әҙәби кисәләр, конференция, күргәҙмә, конкурстар ойошторола. Өфөлә генә яҙыусының ижадына арналған инша яҙыу конкурсында 375 уҡыусы ҡатнашҡан. 48 - се башҡорт лицейында,
       124 - се урта мәктәптә һәм 144 - се башҡорт гимназияһында, шулай уҡ Заһир Исмәғилев исемендәге дәүләт сәнғәт академияһы нда халыҡ шағиры менән осрашыуҙар үткән.
       Хәләф Ишморатов йыйылыусыларға 124 - се мәктәптә Мостай К әрим ижады кабинеты асылыуы һәм уның китаптары презентацияһы
       уҙыуын әйтеп үтте.
       18 октябрь көнө Башҡортостан мәғариф үҫтереү институтында
       Мостай Кәрим менән осрашыу һәм И. И. Вәлиевтың "Торош һәм и жад" китабы презентацияһы үтәсәк.
       28 октябрҙә 136 - сы башҡорт лицейында башҡорт теле һәм ә ҙәбиәте уҡытыусылары халыҡ шағирының ижадына арналған фәнни - ғәмәли конференция үткәрергә планлаштырыла.
       Планға ярашлы, әлеге ваҡытта 22 октябрҙә Башҡорт дәүләт о пера һәм балет театрында үтәсәк тантана кисәһенә һәм концерт ҡа әҙерлек бара.
       Яҙыусының тыуған яғы Шишмә районы хакимиәт башлығы Флүр У размәтовтың әйтеүенсә, районда ла юбилей саралары юғары кимә лдә ойоштороласаҡ.
       БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев юбилей сараларына
       Мәскәү, Салауат, Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм башҡа ҡалаларҙан да ҡунаҡтар киләсәген белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал