6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

"Вальс - күңелгә ял бит ул", - ти Флүрә Килдейәрова
14.10.04


       Уның исеме Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә - Герм ания, Дания, Финляндия, Бельгия, Венгрия, Франция, Кипр, Таи ланд, Ҡытайҙа ла билдәле. Уның моңло тауышы бына инде егерме
       йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы сәнғәтенең бер өлө шө булып тора һәм башҡорт халҡының милли мәҙәниәтенең бер с имволы ролен үтәй.
       Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең яңы миҙгелен ғәҙәти бу лмаған концерттар менән башлап ебәрҙе, улар араһында джаз һә м урта быуат көйҙәре лә яңғыраны, тамашасылар бөтә донъяға б илдәле музыкант һәм һәм йырсыларҙы күреп ишетеү бәхетенә ире ште. Флүрә Әхмәтша ҡыҙы ла ошондай кимәлдәге йондоҙҙарҙың б ереһе.
       "БАШвестЪ" гәзите үҙенең уҡыусыларына 15 октябрҙә, сәғәт етелә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының хал ыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лаур еаты Флүрә Килдейәрованың Башҡорт дәүләт филармонияһының Орг ан залында "Вальс көйҙәрендә" тигән программа менән сығыш яһ аясағын хәбәр итә алыуына бик шат.
       Концерттың исеме генә лә тамашасыға лирик кәйеф, еңел һәм
       яҡты хистәр вәғәҙә иткәндәй
       - Вальс - мәңге йәшәйәсәк жанр, - тип фекер йөрөтә Флүрә
       Килдейәрова. Бөгөнгө тынғыһыҙ йәшәйешебеҙә ул күңелдә тыныс лыҡ тойғоһо тыуҙырырға ярҙам итә.
       Флүрә Килдейәрова Башҡортостандың ысын мәғәнәһендәге ғор урлығы булыуы хаҡында бик күп һөйләнелде һәм яҙылды. Йырсы - халыҡ йырҙарын профессиональ сәнғәт кимәленә күтәреүсе вок ал оҫталарының береһе.
       15 октябрҙә үтәсәк концертта һеҙ Иоганн Штраус, Имре Каль ман, Исаак Дунаевский менән бер рәттән һәм Башҡортостан ком позиторҙары Заһир Исмәғилев, Роза Сәхәүетдинова, Салауат Низ аметдинов, Хөсәйен Әхмәтов әҫәрҙәрен тыңлаясаҡһығыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал