6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Балалар

Мәңгелеккә баласаҡ илендә
13.10.04


       Сит кешеләр был балалар йортоноң тупһаһын аша атлап үтмә й тип әйтерлек. Һәм быға бейек ҡойма сәбәпсе түгел. Аҡыл йәһ әтенән артта ҡалған балалар йәшәүсе был донъяға инеү өсөн үҙ еңдән аша атлар кәрәк. Беҙгә, бәхетле һәм һау кешеләргә, ула рҙы аңлауы ҡыйын.
       Данилка улым бәләкәй ваҡытында башҡа балаларҙан бер нимәһ е менән дә айырылмай ине. Ҙур зәңгәр күҙҙәре донъяға ышаныс менән дә, бер аҙ ҡурҡып та баға ине. Тик ике айлыҡ ваҡытында
       ул башын тота алманы, дүрт айҙа боролорға, алты айҙа үрмәлә ргә теләк белдермәне. Ә туғыҙ айҙа улыма церебраль паралич т игән хөкөм сығарҙылар. Һәм хәҙер, дүрт йәшендә, мин Данилкан ың бер ҡасан да башҡа һау балалар кеүек йүгермәҫен, ғәҙәти м әктәптә белем алмаҫын, киске клубтарҙа дуҫтары менән күңел а сып ултырмаҫын беләм. Ҡалағын ауыҙына килтерә лә алмаған бал а тураһында быларҙы һөйләп торорға кәрәкме икән. Ул һәр ваҡы т хәстәргә, яратыуға һәм иғтибарға мохтаж бәләкәй бала булып
       ҡаласаҡ.
       Серафимовка балалар йорто - интернатында Данилка кеүектәр ҙе мөмкин булғанса аяғына баҫтырырға, көндәлек тормошта кәрә к булған күнекмәләргә өйрәтергә тырышалар.
       Бында йәшәүсе балалар бик күп төрлө: аҡылға зәғифтәр, йөр өй алмағандар, шат күңелле, аралашыусандар, нимәгә булһа ла өйрәнергә тырышыусылар...
       Бындай балаларҙы тәрбиәләү айырым ысулдар һәм, әлбиттә, б ик ҙур түҙемлек талап итә. Шуға күрә төркөмдәр йәше буйынса түгел, аҡыл кимәле буйынса туплана. 1 - се синыф программаһы н унар йыл буйы уҡыу осраҡтары бар. Барлыҡ уҡыусылар ҙа тип әйтерлек икенсе йылға ҡала, сөнки каникул ваҡытында улар уҡы ғандарын онотоп өлгөрә. Һәм уларҙың һәр береһенә индивидуаль
       ҡараш талап ителә. Был интернат уҡытыусыларының өҫтәлендә я тҡан уҡыу әсбаптарының исеме тәү ҡарашҡа ғына көлкө һымаҡ: " Ашау ҡағиҙәләре", "Төймә тегеү", "Һуған ултыртыу".
       Серафимовка балалар йорто врачтары һәм уҡытыусылары өлгәш кән һөҙөмтәләр иҫ китерлек. Мин үҙем, мәҫәлән, ғүмерен карау атта ятып үткәрәсәк тигән ун өс йәшлек Мараттың парта артынд а яҙынып ултырыуына, Белорет балалар йорто врачтары әйтеүенс ә, күптән үлергә тейеш булған Данилдың рәхәтләнеп туп уйнауы на, бер генә ҡулы булған Таңһылыуҙың матур итеп тегергә өйрә неүенә шаһитмын.
       Ғөмүмән, "өлкән" интернаттарға балалар бынан оҫта слесарь
       һәм парикмахер, тегеүсе һәм балта оҫталары булып китә.
       Әммә һәр ваҡыт улай булмаған. 1994 йылда бында 86 бала үл еүен иҫкә алыу етә. Балалар йортон ябырға ла булып бөткәндәр
       инде. Аҡылға зәғиф балаларҙың ун бишәр, егермешәрен бер бүл мәгә бикләгәндәр. Уларҙың кейемдәре булмаған, аслыҡтан тәҙрә
       төптәрен кимергәндәр.
       Баҡтиһәң, балалар йортон ҡотҡарыу өсөн етәкселекте алмаш тырырға кәрәк булған икән. Һәм директор вазифаһына Юрий Нико лаевич Стройкинды тәҡдим итәләр. Яҙмыш уға үҙенең етәкселек талантын раҫлау өсөн күп мөмкинлектәр бирә: мәктәп директоры , волейбол буйынса тренер, эшҡыуар, ҡала советы депутаты бул а ул.
       Юрий Николаевичтың һүҙҙәре буйынса, тәү тапҡыр "хужалыҡты
       ҡабул итергә" килеп, палаталар буйлап йөрөп сыҡҡас, ул түҙ мәй - йүгереп урамға сыға. Ир кеше саҡ иламай: "Юҡ, баш тарт ам, былай мөмкин түгел!"
       Өгөтләйҙәр. Был ваҡыттан инде ун йыл үтте. Эш етерлек. Ре монттың аҙағы һаман да күренмәй: мең ярым тәҙрә рамдарын алм аштырырға, элект үткәргестәрҙе яңыртырға кәрәк һ. б. Бар кә рәк - яраҡҡа аҡсаны директор үҙе эҙләй.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә ата - әсәләр баланың пенсияһын
       интернат иҫәбенә күсереүҙән баш тарта, бында килергә лә ашҡ ынып тормай улар, бала тулыһынса дәүләт иҫәбенә йәшәй.
       Әлбиттә, ябай балалар йорто менән сағыштырғанда Серафимов ка интернаты май эсендәге бөйөр кеүек. Бер балаға бында йыл ына йөҙ мең һум аҡса бүленә, һәр береһе менән айырым белгес шөғөлләнә. Был йәһәттән интернатты уникаль тип әйтергә була.
       Ә инде Көнбайыш менән сағыштырыу бер ҙә беҙҙең файҙаға тү гел. Унда, билдәле булыуынса, бындай учреждениелар өс сығана ҡтан: муниципалитет, сиркәү һәм ата - әсәләр тарафынан бик я ҡшы финанслана, бер бала менән өс белгес шөғөлләнә.
       Ниңә бындай балалар һаны арта - быныһы инде икенсе һорау.
       Медиктар был хәлде экология һәм иҡтисад, алкоголизм һәм нар комания, әсәләрҙең ваҡытында диагностика үтеүгә иғтибар бирм әүе менән аңлата. Тыуған ваҡытта имгәнеү осраҡтары ла була. Тик нисек кенә булмаһын, улар күңел йылыһы һәм ҡайғыртыуға м охтаж балалар булып ҡала.

Лилиә Хәбибова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал