6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Матбуғат

Беҙҙең тыуған көнөбөҙ, таныш булайыҡ!
14.10.04


       Ниһайәт, "БАШвестЪ" гәзитен уҡыусыларға беҙ ысын йөҙөбөҙҙ ө күрһәтергә булдыҡ. Быға тиклем үҙҙәрен икенсе кеше тип та нытҡандар икән тип уйлап ҡуймағыҙ, бары тик тыуған көнөбөҙҙә
       ( 11 октябрь көнө гәзиттең интернет - гәзит үҙенең ике йылы н билдәләне) уҡыусыларыбыҙ менән яҡынданыраҡ танышырға тигән
       теләк тыуҙы.
       Мөхәрриребеҙ Людмила Витальевна Петровская. Ул "Башинформ " агентлығында 1995 йылдан алып эшләй. Уға тиклем Башҡорт дә үләт университетында белем ала, төҙөүселәр гәзитендә, балала р мәғлүмәт агентлығына етәкселек итә, абитуриенттарҙы уҡыта.
       Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты. Бөгөн иһә - Башҡортостанда тәүге интернет - гәзит "БАШвестЪ" тың мөхәррире.
       Хәҙер инде Снежана Камская тураһында һөйләшеп алайыҡ. Люд мила Петровская ваҡытлыса ялда булғанлыҡтан, бөгөн Снежана у ның вазифаһын башҡара. Белеме буйынса журналист һәм экономис т, асылда иһә, үҙе әйтеүенсә, бик яҡшы һәм изге күңелле кеше
       (күренеүенсә, баҫалҡы ла). Агентлыҡта 1996 йылдан башлап эш ләй. "БАШвестЪ" гәзитендә "Финликбез" рубрикаһын алып бара. Иң мөһиме: был кешенең намыҫында - "Башҡортостан финанстары"
       тип исемләнгән уникаль проект. Банк, ҡиммәтле ҡағыҙҙар өлкә һендә эшләүселәр өсөн Снежананың был проекты - ысын табыш ти п әйтергә була.
       Галина Зайцева интернет - гәзиттә 2002 йылдың декабрь айы нан башлап эшләй. "Үҙемә ҡыҙыҡ булған темаларға яҙырға тырыш ам", - ти ул. Уның материалдарын һеҙ социум, мәғариф, һаулыҡ
       һаҡлау бүлектәрендә уҡый алаһығыҙ.
       Лилиә Сәхәбүтдинова үҙе хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләй: "Б ашҡортостандың мәҙәни тормошо менән таныштырам. "Туризм һәм ял" рубрикаһын алып барам.
       Екатерина Спиридонова исемле ҡыҙ ҙа бар беҙҙә. Ул да Башҡ орт дәүләт университетын тамамлап, үткән йылдан башлап эшләй . Мәҙәниәт темаларына яҙа, "БАШвестЪ - молодой" рубрикаһын а лып бара. Катя әйтеүенсә, эшләй башлауына күп ваҡыт үтмәһә л ә ял тураһында хыяллана икән...
       Ә бына Екатерина Вахмянинаға отпуск кәрәкмәй әле, ул күп тән түгел туйғансы ял итеп килде. БДУ - ның филология факуль тетын тамамлаған, "БАШвестЪ" гәзитенең хәбәрсеһе булып ике й ыл эшләй һәм эшенән бик ҡәнәғәт. Иҡтисад өлкәһендәге яңылыҡт арҙы сағылдыра, ҡайһы ваҡыт социум бүлегендә лә күренә.
       Күрше өҫтәл артында Әлфиә Шәрәфетдинова эшләй. Улар икәү ләп "Каталог профессий" рубрикаһын сығара.

14.10.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал