6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Виктор Кириченко матурлыҡҡа ынтыла.
14.10.04


       Ошо көндәрҙә "Истоки" мөхәрририәтендә рәссам Виктор Кири ченконың күргәҙмәһе булып уҙҙы. Бында килеүселәр рәссам төшө ргән гүзәл һүрәттәрҙе күргәс, бер генә лә ваҡыттарын йәлләмә гәндер ул. Күргәҙмә менән танышып сыҡҡас, гәзиттең баш мөхәр рире Александр Филиппов былай тине: "Виктор Кириченко тыуҙыр ған матурлыҡты күреп һуштан яҙырға мөмкин".
       Ысынлап та , Виктор Кириченко эштәренә һоҡланмай булмай. У ның портреттарында кешенең холҡо, күңел матурлығы оҫта сағыл дырыла.
       Виктор Кириченко Ставрополь крайында тыуып үҫкән. Ул йәшәг ән ауылға бер рәссамдың килеүе һәм Перов картинаһына оҡшаты п һүрәт төшөрөүе Кириченкола сәнғәткә ҡарата һөйөү уята ла и нде. Ошо мәлдә бәләкәй Витя ла үҙенсә был һүрәтте төшөрөп ҡ арарға уйлай һәм матур килеп сығасағына һис тә шикләнмәй. Ыс ынлап та, һүрәт матурыраҡ килеп сыға.
       Мәктәпте тамамлағандан һуң, Виктор Кириченко Ленинград худ ожество училищеһына уҡырға инә һәм уны тамамлап Өфөгә эшкә е бәрелә. Бында ул икенсе һанлы художество мәктәбен ойоштора һ әм беренсе директор вазифаһын башҡара. Хәҙерге ваҡытта ла ул
       педагогия эшмәкәрлегенән айырылмай. Рәшит Хәбиров, Евгений Винокуров һәм Алексей Дворниктар - улар барыһы ла Виктор Кир иченконың уҡыусылары.
       Үкенескә ҡаршы "Истоки"гәзитенең мөхәрририәтендә рәссамдың
       бар һүрәттәре лә ҡуйылманы, шуға ла ошо арала күргәҙмәләр з алында Виктор Кириченконың картиналары урын алыр, тип ышанғы
       килә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал