6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Никах балдағы һәм ғаилә бәхете
14.10.04


       Йәштәр туй көнөндә бер - береһенә никах балдағы кейҙерә.
       Был быуаттар аша килгән йола ғына түгел, ә бәхетле ғаилә то рмошона нигеҙ һалыу ҙа булып тора. Ә инде ырымға ышаныусы лар өсөн никах балдағын юғалтыу бик насар билдә.
       Минең дуҫ ҡыҙым Лариса үҙенең ғаилә тормошонда балдағын б ер нисә тапҡыр юғалтты, әммә, бәхеткә ҡаршы, һәр ваҡыт таба килде.
       Беренсе тапҡыр был хәл ун ете йыл элек булды. Хәтеремдә, институтта лекцияла ултырабыҙ. Икебеҙ ҙә күптән түгел кейәүг ә сыҡтыҡ, ауырлыбыҙ. Алда өс мөһим ваҡиға көтә - Яңы йыл, се ссия һәм бала табыу. Ғаилә тормошо беҙгә бик күп өҫтәмә мәшә ҡәт алып килә, әле кисә генә өйҙә бер нимә лә булмағанда нис ек итеп аш бешереү тәжрибәһе менән уртаҡлаша инек, бөгөн көн
       тәртибендә мөһимерәк һорау - нисек итеп Ларисаның никах ба лдағын унитаздан алырға.
       Иртә менән ул балдағын "шунда" төшөрөп ебәргән. Бер яҡтан , аҡса йәл - ҡиммәтле әйбер бит инде, ни тиһәңдә алтын, икен се яҡтан - ырым...
       Һөҙөмтәлә барыбер слесарь саҡыртырға тура килде. Кисен ул
       балдаҡты ҡотҡарҙы, ә бәхетле Лариса бала табыу йортона юл
       тотто. 29 декабрь көнө малайы донъяға килде.
       Институтты тамамлағандан һуң беҙ Лариса менән ун бер йыл к үрешмәнек. Осрашҡас, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне, әлбиттә. Балд аҡ тураһында ла хәтергә төшөрҙөк. Баҡһаң, ул балдағын тағы ю ғалтҡан икән. Бик ныҡ ҡайғырған һәм ғаилә тормошондағы уңышһ ыҙлыҡтарҙы ла ( хәйер, ул һәр кемдә лә була инде) ошо юғалты уға бәйләп ҡараған.
       Ә бер көнө уларҙың шәкәре бөтә. Лариса бушаған тоҡто һелк ә башлай һәм нимәлер зыңлап иҙәнгә төшә. Ҡараһа, юғалған ник ах балдағы!
       Һуңғы тапҡыр Лариса балдағын дүрт йыл элек юғалта. Яңы йы л алдынан эш урынында байрам ойошторалар. Иптәш ҡыҙым һәр ва ҡыттағыса матур күлдәк тегеп кейә, байрам да бик күңелле үтә ... Әммә ул өйөнә балдаҡһыҙ ҡайта. Балдаҡ ер аҫтына төшкәндә й юҡҡа сыға. Өс көн буйы эш урынында иҙәндең һәр бер сантиме трын тикшереп сыға Лариса, тик һөҙөмтәһе генә булмай.
       Артабан үткән өс йылды бәхетле тип әйтеүе ҡыйын, тип һөйл әй ул. Ире эсә башлай, аҡса мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар башлана . Ларисаға ире хыянат итеүе тураһында ла хәбәрҙәр килеп етә.
       - Беҙгә бергә булырға яҙмағандыр, күрәһең, - тине Лариса хушлашҡанда.
       Һуңынан беҙ бер нисә ай буйы күрешмәнек. Күптән түгел Лар иса миңә шылтыратты һәм ғәҙәттәге "һаумы, хәлдәр нисек"тән һ уң ҡапыл:
       - Ә теге балдаҡ табылды бит, - тип ҡуйҙы.
       - Китсәле, ҡайҙа булған һуң ул
       - Иҙән аҫтына, стена эргәһендәге ярыҡҡа төшкән. Бында рем онт эштәре башланды. Эшселәр иҙәнде күтәрә башлағайны, ҡараһ ам, балдағым ята.
       - Хәҙер, балдаҡ табылғас, ирең менән йәшәргә тура килә ин де, - тип көлдөм мин.
       - Мин тынысландым инде. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла яҡшы яҡҡ а үҙгәрҙе, бер - беребеҙҙе яратыуыбыҙҙы ниһайәт аңланыҡ, - т ине Лариса.
       Бына бит никах балдағының ғаилә тормошона әһәмиәте ниндәй
       көслө, айырыуса үҙең быға ышанһаң.

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал