6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Сәнғәт

Да Винчи тураһында хыялдар
13.10.04


       Тиҙҙән Борай музыкаль мәктәбе сәнғәт мәктәбенә әүереләсә к. Ике йыл элек асылған художество бүлегендә уҡырға теләк б елдереүселәр күп. Рита Хәсәнова 8 - 14 йәшлек 27 баланы һүрә т төшөрөү серҙәренә өйрәтә, уларҙың һәр береһендә ысын рәсса м сифатарын асырға тырыша уҡытыусы.
       Класҡа Айрат Ситдыҡов килеп инеү менән ул үҙ алдында ябай
       шәхес баҫып тормауын аңлауын таный. Малай һынлы сәнғәттән т ыш бик тырышып методиканы ла өйрәнә башлай. Уны төҫтәрҙең та п килеүе лә, пропорцияның нимә өсөн кәрәклеге, бер һүҙ менән
       әйткәндә, һынлы сәнғәткә ҡағылышы булған бар нәмә ҡыҙыҡһынд ыра.
       Әлегә Ситдыҡовтың иҫәбендә бер нисә район конкурсында еңе ү бар, быйыл ул Кузнецов исемендәге Республика конкурсында ҡ атнашасаҡ. Бөгөн Айратҡа ун дүрт йәш һәм уның кумиры - Леона рдо да Винчи. Бәләкәй рәссам уның ике портретын төшөргән.
       - Уның йөҙө серле, - ти Айрат үҙ эшенә ҡарап. - Ошо мәлдә
       нимә тураһында уйлай ул, ҡайғырамы, әллә шатланамы, аңлауы ҡыйын. Мин Леонардо да Винчиға ҡарап һоҡланам. Ул гениаль рә ссам ғына түгел, архитектор, уйлап сығарыусы, ғалим да булға н. Киләсәктә кем булыуымды белмәйем әлегә, әммә мотлаҡ һүрәт
       төшөрәсәкмен.
       Рита Заһит ҡыҙы үҙенең иң яҡшы уҡыусыһын киләсәктә кем ит еп күрә тигән һорауға: "Архитектор, дизайнер кеүек һөнәр һай лар тип уйлайым, сөнки төҙөргә, уйлап сығарырға ярата... Үҙе нең кумиры Леонардо да Винчиҙың барлыҡ һыҙаттары ла бар унда ", - тип яуап бирҙе.

Екатерина Волкова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал